Декабрь башында Өфөләге Конгресс-холға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән талантлы балалар йыйылды. “Туған тел илсеһе” акцияһы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән ойошторолғайны.
14 декабрь Башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнә. Был көн осраҡлы һайланмаған, сөнки бөйөк мәғрифәтсе, шағир һәм сәсәнебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла ла ошо көндә тыуған,тап ул хаҡлы рәүештә бала кесе йәшендә туған телдә белем алырға тейеш тип һанаған.
Һәләтле балаларҙың республика слёты программаһы бик бай төҙөлгәйне. эш 7 интерактив майҙансыҡта ойошторолдо: берәүҙәр “Алтын тирмә”, “Башҡортостан беҙҙән башлана”, ”Тыуған ерҙә – туған телдә”, ”Мостай иленә сәйәхәт” кеүек интеллектуаль уйындарҙа үҙ белемен һынап, бүләктәр алды, икенселәр заманса белем биреү өсөн интерактив ҡулланмалар менән танышты. Өсөнсөләр милли проекттар төҙөү тураһында оҫталыҡ дәрестәре алып ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә актуаль һәм мөһим темаларға милли проекттар төҙөп, аудитория алдында яҡланы, эшлекле кәңәштәр алды.
Саралар концерт залында дауам итте. Бында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәғариф министрлы-ғы ойошторған төрлө интернет конкурстар еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың 100 шағиры”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр, “Иң яҡшы тәржемә”, социаль видеоролик һәм плакат, педагогик хеҙмәт ветерандары тураһында видеороликтар, ”Республикама дан йырлайым” һәм “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ” инша бәйгеләре, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурстары еңеүселәре һәм призлы урындарҙы яулаусылар Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды. “Синяя птица” телевизион конкурсында, “Урал батыр” эпосынан өҙөктө рус телендә һөйләп, үҙ һәләте менән таң ҡалдырған Учалы районы ҡыҙы Ләйсән Золотарёва, талантлы йәш йырсы Наҙгөл Отузова, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһы һәм Өфө районы Шамонин мәктәбенең бейеүселәре сығышы, Баймаҡ районынан Гран-при яулаусы кескәй Әҙиләнең “Кем көслө?” әкиәтен һөйләүе залдағыларҙың хәтерендә ҡалыр. Күптәргә таныш ”Арғымаҡ” этно-фольклор төркөмө йырҙары, төрлө инструменттарҙа уйнап башҡарған музыкаль композициялары балаларға бик оҡшаны. Ә егеттәр башҡарған “Урал” йырын – халҡыбыҙҙың рәсми булмаған гимнын зал аяғүрә баҫып тыңланы.
Бүләкләү тантанаһында Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, уның урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, ”Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, БДПУ-ның филология факультеты деканы Луиза Сәмситова кеүек күренекле шәхестәребеҙҙең ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.
Баҡалы 1-се мәктәбенән 11-се класс уҡыусыһы Лиана Павлова һәм Ҡатай урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Динара Ғарифуллинаға ла ошо күркәм сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был ҡыҙҙар яҡшы уҡыуҙары, төрлө ижади бәйгеләрҙә еңеүҙәре, уңыштары менән һөйөндөрөп тора.