+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
9 Декабрь 2018, 12:23

“Мин – тамырлы, тамырҙарым – нурлы...”

Кемдәр ғаилә тарихын өйрәнә, шулар Р. Бикбаевтың был шиғри юлдарын тыныс күңел менән уҡый алмайҙыр ул. Минеңсә, “Шәжәрә байрамы” кеүек саралар ғаилә, ил тарихына битараф булмаған кешеләрҙе тәрбиәләй ҙә инде

Кемдәр ғаилә тарихын өйрәнә, шулар Р. Бикбаевтың был шиғри юлдарын тыныс күңел менән уҡый алмайҙыр ул. Минеңсә, “Шәжәрә байрамы” кеүек саралар ғаилә, ил тарихына битараф булмаған кешеләрҙе тәрбиәләй ҙә инде. Быйыл республикабыҙҙа “Ғаилә йылы” тип иғлан ителде, ошондай иҫтәлекле йылда Туймазы педагогия колледжында “Шәжәрә байрамы” ойошторолдо.
Байрамдың төп маҡсаты – нәҫел-ырыуҙы өйрәнеү,

уларҙың рухы рәнйемәҫлек итеп ҡәҙерләп иҫкә алыу, киләсәк быуындарға ла ошо мираҫты тапшырыу, һәр кеше йөрәгендә үткәндәргә хөрмәт уятыу, халҡыбыҙ алдындағы яуаплылыҡты арттырыу. Бөгөн республикабыҙҙа шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә иғтибар артты. Беҙҙең Туймазы педагогия колледжында төрлө милләт студенттары уҡый, улар ҙа ошо сара алдынан үҙҙәренең ғаилә тарихын тикшерҙе. Был шәжәрәләр менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин ине. Диана Йосопова, Элина Баязитова, Лилиә Фазуллина үҙҙәренең ғаилә тарихы менән сәхнәлә таныштырҙы. Ҡыҙҙар ошо көнгә ҡәҙәр йәшәгән ир-аттар яҡлап нәҫел-ептәрен барлаған. Уларҙың күп быуынлы шәжәрә ағасы тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә бына сараның оло ҡунағы – Кәкребаш ауылы аҡһаҡалы, 18 китап авторы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Әнәс ағай Сафуановтың шәжәрә төҙөү нескәлектәре хаҡында сығышы был эштең ниндәй мөһим һәм ҡатмарлы икәнлеген тағын бер иҫбатланы. Әнәс ағай Туймазы районында йәшәүсе күп ғаиләләр-ҙең шәжәрәһен өйрәнә. Т. Арыҫлан кеүек билдәле шәхестәр нәҫелен дә тикшергән. “Ғаиләләр тарихы ил тарихы менән тығыҙ бәйле”, – ти ул. Байрамға буш ҡул менән килмәгән: колледжға балалар өсөн яҙған китаптарын бүләк итте. Сараны ойоштороусы башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова “Был китаптар һеҙҙең менән осрашыу иҫтәлеге булыр, улар менән дәрестә яҡыныраҡ танышырбыҙ”, – тип ҡыуанысын белдерҙе. 2019 йылда шәжәрәләр төҙөү буйынса Рес-публика конкурсы уҙғарыла. “Был бәйгелә беҙҙең колледж намыҫын Диана Йосопова яҡлаясаҡ”, – тине студент эштәрен тикшергән жюри исеменән мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Н. Дудкина. Ул бөтә ҡатнашыусыларҙы ошондай матур һәм изге эштәр башҡарыуын туҡтатмаҫҡа, артабан да өйрәнергә

саҡырҙы. Шулай уҡ байрамға студенттар матур концерт номерҙары – халыҡ йырҙары, бейеүҙәр, шиғырҙар әҙерләгән, улар алып барыусылар-ҙың, ҡунаҡтарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Шулай итеп, күңелдә йылы тойғолар ҡалдырып, “Шәжәрә байрамы” үтеп тә китте. Был байрам ғүмерле, дауамлы булһын, киләсәк-тә матур йолаға әүерелһен тигән теләктә ҡалды ҡунаҡтар ҙа, ойоштороусылар ҙа.
Читайте нас: