+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
3 Декабрь 2018, 20:27

Кешеләрең гүзәл һинең, ауылым…

Ауыл элек-электән таланттарға бай булған

Эйе, ауылым,
Кешеләрең гүзәл һинең-
Бөтмөҫ-төкәнмәҫ байлығың,
Йәшәй һиндә моңға ғашиҡ,
Маҡтауға лайыҡ халҡым.
З.Әҙелгәрәева.
Ауыл элек-электән таланттарға бай булған. 30-40 йыл элек уларҙың күбеһе асылмай ҙа ҡалған булһа, бөгөн теләге булған һәр кемгә үҙен күрһәтергә, һәләтен үҫтерергә шарттар бар. Шуға күрә, бигерәк тә йәштәр араһында, талантлыларҙың һаны артыуы – тәбиғи күренеш. Түбәндәге мәҡәләлә Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылынан 9-сы класс уҡыусыһы Динара Ғилманова шундай ауылдаштары менән ғорурланыуы тураһында яҙа.
Ямғырлы, моңһоу көҙгө кистәрҙең береһе. Эс бошорғос ямғыр тамсылары бер көйгә тыпырҙап кәйефте төшөрә. Мин радиоалғысты ҡабыҙып ҡуйҙым да өй эштәрен ҡараштыра башланым. Унан талғын ғына күңелдәргә үтеп инерлек көйҙәр ағыла. Йомшаҡ ҡына тауышлы ағай, гармун моңона ҡушылып, үҙенең йырын һуҙа. Әҫәрләнеп уны тыңлай башланым (миңә бәләкәйҙән үк гармун оҡшай ине), хатта әсәйемдең ингәнен дә һиҙмәгәнмен. Йыр бөткәс, унан йырсының кем булыуын һораным. Әсәйем уның күршелә йәшәгән Әнисә инәйемдең туғаны, танылған йырсы һәм гармун оҫтаһы Фән ағай Вәлиәхмәтов булыуын, инәйемдең дә оҫта, матур итеп йырлауы хаҡында һөйләне. Шунда уҡ ауылдашым, бөгөн Октябрьский ҡалаһында музыка училищеһында уңышлы ғына белем алыусы Айзатты күҙ алдыма килтерҙем. Бына хәҙер ни өсөн уның ошо юлды һайлауын аңланым.
Әҙелгәрәев Айзат мәктәп йылдарынан уҡ йыр-моңға ғашиҡ егет. Беренсенән, уларҙың ғаиләһендә йыр яратмаған, сәнғәткә ғашиҡ булмаған кеше юҡ. Атаһы Азат ағай яғынан Фән ағайҙы белмәгән кеше юҡтыр. Өләсәһе Әнисә апайҙы бөгөн дә яратып, уның матур йырлауын һағынып иҫкә алалар. Әсәһе Клара апай яғынан да Тәржемә инәй 20 йылдан ашыу клубта эшләгән, бик матур йырлаған, ә Хәмит олатай моңло итеп гармунда уйнаған. Оло йәштә булһалар ҙа, Айзат ҡайтҡас, әле лә бергәләшеп оҙон көйҙәргә йырлайҙар. Бәлки шуғалыр, Айзат халыҡ йырҙарын йырлай, гитарала, фортепианола уйнай, өҫтәүенә, бик оҫта бейей ҙә.
Беҙҙең мәктәптә, районда йыл һайын ижади бәйгеләр үткәрелә. Был иһә балаларҙың һәләтен асыҡларға ярҙам итә. Йыр-моңға ғашиҡ егет һәм ҡыҙҙар бөгөн үҙҙәренең сығыштары менән ауылдаштарын һөйөндөрөп тора. Сәхнәлә үҙҙәрен күрһәтеп, тамашасыһын тапҡан ағай-апайҙарыбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Кемдәр һуң улар? Танылған йырсы, композитор, табип Илдар-Нурлы Вәзири, үҙе йырҙар ижад итеп башҡарыусы, иҫ киткес моң эйәһе Гүзәл Диникиева, сәхнәлә үҙ юлдарын тапҡан йәш йырсылар Линар Солтанов, Рифат Шәрәфетдинов, бейеүсе Кристина Сәрүәрова һәм башҡалар. Ә Раушания апай Дулатова йырлап ебәрһә, һандуғастар ҙа һайрауҙан туҡтай торғандыр. Уларҙың барыһын да һанап бөтөрөп булмай. Улар янында Айзаттың да исеме урын алыр, әлегә ул һуңғы курста белем алыуын дауам итә. Йәш булһа ла, бик күп район һәм республика конкурс-бәйгеләрендә ҡатнашып, үҙен күр-һәтергә лә өлгөрҙө инде.
2017 йылда Өфөлә үткән С.Ни-заметдинов исемендәге йәш вокалсылар конкурсында диплом, ә Дүр-төйлөлә XII Республика татар йырын йәш башҡарыусылар бәйгеһендә «Ышаныс” номинацияһын алып ҡайтты. Шулай уҡ Үрге Йәркәйҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған «Йәшлек моңо-2017” республика башҡорт эстрадаһы бәйгеһендә район данын яҡлап, II дәрәжә диплом һәм приз менән бүләкләнде. Ошо уҡ йылда Түбән Камала Сәлих Сәйҙәшев исемендәге йәш таланттар конкурсында дипломант булды.
«Минең өсөн иң иҫтәлеклеһе – Ҡырымда алған бүләк”, – ти ул.
Эйе, ауылдашым быйыл унда ла үҙен һынатманы. “Алтын Майҙан” Халыҡ-ара фольклор фестиваль-
конкурсында – “Иң яҡшы вокал” номинацияһында диплом һәм үҙенсәлекле приз алып ҡайтты. Был иһә уҡытыусыһы Ғәлиә Закир ҡыҙы һәм үҙенең ғаиләһе өсөн генә түгел, ә ауылдаштары өсөн дә иң ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Бөгөн Айзат Ҡазанда үтәсәк Әлфиә Авзалова исемендәге йәш таланттар бәйгеһенә вокал буйынса әҙерләнә. Ауылдашым унан да ҙур бүләк менән ҡайтыр, тип ышанам. “Булыр кеше һүҙенән һәм эшенән күренә,” – тип әйтергә ярата минең әсәйем.
Айзаттың апаһы Рәмзиә лә район Мәҙәниәт һарайының “Моң” ансамблендә күп йылдар сығыш яһай, ә Инсаф ағаһы бик күп тапҡырҙар район һәм республика кимәлендә дипломант исеменә лайыҡ булған. Шулай булғас, Айзат та был өлкәлә тағы ла яҡтыраҡ йондоҙ булып балҡыясаҡ әле.
Читайте нас: