-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
19 Ноябрь 2018, 17:55

Тынғыһыҙ мөғәллим

Бик күп йылдар инде Зөләлә Әнәс ҡыҙы Хәсәнова Туймазы ҡалаһы 7-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй

Бик күп йылдар инде Зөләлә Әнәс ҡыҙы Хәсәнова Туймазы ҡалаһы 7-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡытыусыларҙың быйылғы август конференцияһында Зөләлә Әнәс ҡыҙы мәғариф өлкәһендәге һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы мәғариф министырлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Уҡытыусының биографияһына күҙ һалһаҡ, ул ҡатмарлы ла һәм шул уҡ ваҡытта йөкмәткеле лә.
Зөләлә Әнәс ҡыҙы 1966 йылда Саҡмағош районы Яңыбирҙе ауылында тыуған. 1982 йылда ул Туймазы районы Илсембәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Ул йылдар-ҙа уҡытыусы һөнәрен һайлауына Илсембәт мәктәбе директоры Тамара Фарваева ҙур йоғонто яһай. Мәктәпте уңышлы тамамлаған өс ҡыҙҙы, шулар араһында Зөләлә Әнәс ҡыҙын да, ул район мәғариф бүлеге юлламаһы менән Салауат педагогия училищеһына уҡытыусы һөнәренә уҡырға ебәрә. Педучилищела башланғыс класс уҡытыусыһы менән бер рәттән улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ та белем ала.
Йәш уҡытыусы үҙенең хеҙмәт юлын Ярмунса мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы вазифаһында башлап ебәрә. Ике йылдан һуң яңғыҙ ҡалған әсәһе янына ҡайтып, туған мәктәбендә эш башлай. Өс йыл Илсембәт мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. 1987 йылда Зөләлә Әнәс ҡыҙы имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡорт дәү-ләт университетының филологияһәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Тынғыһыҙ педагог йәмәғәт эш-тәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Үҙе кеүек йәш уҡытыусылар менән ауыл эшсәндәре алдында концерттар, спектаклдәр ҡуя. Башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыуҙы туҡтатҡас, Туймазы ҡалаһының алдынғы 7-се урта мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы вазифаһында эш башлай. Зөләлә Әнәс ҡыҙы үҙенең хеҙмәттәше Людмила Степановна Фроловаға бик тә рәхмәтле. “Уҡытыусы һөнәренә һөйөүҙе лә ошо мәктәп коллективы тәрбиәләне”, – ти педагог. Бына 28 йыл инде Зөләлә Әнәс ҡыҙы ҡала шарттарында уҡыусыларҙы туған тел серҙәренә өйрәтә. Тиҫтә йылдан ашыу мәктәптә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Талантлы педагогтың һөнәри эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – рус мәктәптәрендә халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп, башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу, уҡытыуҙың яңы мәғлүмәти технологияларын ҡулланып, уҡыусыларҙың уҡыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү, балаларҙа туған теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Зөләлә Әнәс ҡыҙы төрлө кимәлдә уҙғарылған ғилми конференцияларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулауға ирешкән шәхес. Үҙенең бай тәжрибәһен башҡалар менән дә уртаҡлаша. Республиканың “Башҡортостан уҡытыусыһы” фән-педагогика журналында даими рәүештә методика эштәре донъя күрә. Кластан тыш саралар өсөн шиғырҙарҙы ла ул үҙе ижад итә. Яратып һайлаған һөнәренә, туған теленә, уҡыусыларына булған һөйөүе уға эшендә янып хеҙмәт итергә көс һәм илһам бирә.
Зөләлә Әнәс ҡыҙы үҙенең тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Радмир Туймазы юридик колледжын уңышлы тамамлап, армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтты. Бөгөнгө көндә юрист булып эшләй. Ҡыҙҙары Динара 9-сы мәктәпте тамамлап, Октябрьский нефть колледжы талибәһе. Зөләлә Хәсәнова “Ата-әсә балаһына белем биреү генә түгел, ә уның сифатлы белем-тәрбиә алыуына өлгәшергә тейеш”, – тип иҫәпләй. Әгертамаҡта йәшәүсе ҡәйнәһе менән ҡайныһын ғаилә тотҡаһы тип иҫәпләй. Сөнки улар бөгөн дә үҙҙәренең кәңәшен биреп, тормош тәжрибәләре менән уртаҡлашып, ярҙам итеп йәшәй. “Милләт булараҡ һаҡланып ҡа-лайыҡ тибеҙ икән, беренсе сиратта, ғаилә ҡороуға иң изге бурыс итеп ҡарауҙы тергеҙергә кәрәк”, – ти тәжрибәле мөғәллимә.
Киләсәктә лә уға ижади уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: