Сентябрь башланып, мәктәптәр ишеге асылыу менән, уҡыусылар юбиляр шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләргә әҙерләнә лә башлай. Сөнки был нисә йылдар дауамында үткәрелгән мәртәбәле сара, әҙерләнмәй ҙә булмай. Быйыл ла был сараға ашҡынып килде кескәйҙәр. Ул Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбендә тантаналы рәүештә үтте.
Сара каникул көндәренә тап килеүгә ҡарамаҫтан, мәктәп гөрләп тора, зал байрамса биҙәлгән. Теге йәки был мөйөштә кескәйҙәр уҡытыусы апайҙары менән тулҡынланып, ятлаған шиғырҙарын ҡабатлай.
Район һәм ҡала мәктәптәренән барлығы 20 уҡыусы ҡатнашырға теләк белдергән. 3-сө һәм 4-се класс уҡыусылары бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, ятлаған шиғырҙарын тантаналы рәүештә һөйләп тә төштө. Баһалама ағзалары, уҡытыусылар М. Зәй-ҙуллина, Г. Бикбулатова, Г. Шараева кескәйҙәрҙе иғтибар менән тыңлап, уларҙың башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеүенә, интонацияһына иғтибар итте.
Баһалама ағзалары тарафынан бер тауыштан 1-се интернат-мәктәптән Р.Хәлимов еңеүсе тип танылды. Ҡарамалы-Ғөбәй һәм Иҫке Туймазы ауылдары мәктәптәренән килгән К. Шәрәфиева менән Г. Тухтарова икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алып ҡыуанды. Бынан тыш, жюри тарафынан төрлө номинациялар ҙа булдырылған ине. “Тамашасы һөйөүе”н 6-сы мәктәп уҡыусыһы Д. Усов алһа, “Иң мөләйем башҡарыусы” номинацияһына 7-се мәктәптән А. Зинәтуллина эйә булды. Ә “Туған телгә мөхәббәт” номинацияһында Собханғол һәм Серафим 1-се мәктәптәре уҡыусылары билдәләнде. Улар - А. Тазиева һәм Р. Кәшфуллина.
Уҡытыусыларҙың бар көсөн, тырышлығын һалып әҙерләүе бушҡа китмәне, балалар төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын илһам-ланып, яратып һөйләне. Һәр береһе конкурста ҡатнашҡаны өсөн сертификаттар һәм еңеү ҡағыҙҙарын алып ҡыуанды.
Кескәйҙәр байрамдан көҙгө, сағыу тәбиғәт төҫлө матур сара әҙерләгән 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт әйтеп, иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөп, таралышты.