+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
19 Ноябрь 2018, 17:52

Әлфиә өсөн күркәм күренештәр

Әлфиә Мәмлиеваның мәҙәниәт бүлегендә эшләгән әсәһе Октябрьский ҡалаһында беренсе музыка мәктәбе асылыуға булышлыҡ итә

Әлфиә Мәмлиеваның мәҙәниәт бүлегендә эшләгән әсәһе Октябрьский ҡалаһында беренсе музыка мәктәбе асылыуға булышлыҡ итә. Һәм, әлбиттә, ҡыҙҙары ла шунда уҡый. Әлфиә музыканы буласаҡ һөнәре итеп һайлай – мәҙәниәт институтына уҡырға инә. Белгеслеге – фортепиано. Оҙайлы хеҙмәт юлы да шуның менән бәйле.
Ошо дәүерҙә Октябрьский ҡала музыка колледжының күпме уҡыусыһын уҡытып сығара ул! Ҡайһы берҙәре уның юлынан китеп, хәҙер үҙҙәре лә белем бирә. Уның өсөн һәр уҡыусы – туғаны. Ғәзиз балаһылай күрә ул уҡыусыларын, һәр береһен йөрәге аша үткәрә. Шуға күрә, йылдар уҙһа ла, уҡыусылары онотмай уны. Яҙып, шылтыратып, байрамдәр менән тәбрикләп тора. Уҡыусыларының уҡыусылары иһә – ейәндәре һымаҡ, улар өсөн дә ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә әҙер – белемен, тәжрибәһен, йән йылыһын мулдан өләшә ул.
Уҡытыусылыҡ Әлфиәнең тормошонда ҙур урын биләй. Ул – музыкант. Ғүмер буйы үҙ өҫтөндә эшләй, Моцарт, Бетховен, Шопен әҫәрҙәрен ныҡлы өйрәнеүҙән туҡтамай. Музыка донъяһында йәшәй ул – музыка һәм шиғриәттең аһәңлеген тыңлап. Әҙәбиәт – шул донъяның бер өлөшө. Әлфиә яңы әҫәрҙәр тураһында һөйләй, яңыларын һатып ала, элекке замандағы кеүек, уҡырға биреп тора.
Октябрьский – музыка ҡалаһы, тиҙәр. Беҙҙең концерт залдарында йыл һайын бер нисә тапҡыр илебеҙҙең иң яҡшы музыканттары сығыш яһай. Һуңғы утыҙ йылда был концерттарҙың барышын, ундағы тамашасыларҙың һәм музыканттарҙың алмашыныуын күҙәтергә була. Ваҡыт уҙыу менән йәш пианистар дан-шөһрәт ҡаҙанһа ла, Уралдағы кескенә ҡаланы онотмай. Тамашасыларҙың ихлас алҡыштары иҫтә. Ҡабат, ҡабат киләләр – бында ҡунаҡсыл дуҫтары көтә. Әлфиә һәм Таһир Мәмлиевтар уларҙы һәр ваҡыт ҡунаҡҡа ала. Хужабикәнең телеңде йоторлоҡ һый-ниғмәте күптән табын түрендә урын алған. Концерттан һуңғы осрашыуҙар – күңел тәьҫораттарға тула, барыһы ла кисерештәре менән уртаҡлаша, музыка, сәнғәт, шиғриәт тураһында әңгәмәләр таңға тиклем тынмай.
Бына Әлфиә Мәмлиеваның юбилейы. Уның студент сағындағы аҡлы-ҡаралы бер фотоһы һаҡ-ланған. Унда ул гүйә илаһи зат – нурлы ҡараш, елдә туҙған сәстәр. Хәҙер дә үҙгәрмәгән ул, шундай уҡ һылыу, шундай уҡ иғтибарлы ҡараш, тормошҡа мөкиббән. Ябай бер мөғжизә теләйһе килә уға – һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф. Ул яңыраҡ дауахананан сыҡты. Билдәле ғалим Мечников ғилми хеҙмәттәре менән бер рәттән “Этюды оптимизма” тигән китап та яҙа. Кешенең олоғая барған һайын сәләмәтлерәк, көслөрәк, бәхетлерәк була алыуын раҫлап күрһәтә. Ғилми һәм музыкаль яҡтан иҫбат ителгән икән, ниңә әле шулай булмаҫҡа тейеш – һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф булһын.
Читайте нас: