+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
19 Ноябрь 2018, 17:50

Күп милләтле донъя

Мәктәптәге дәрес, 4-се башҡорт гимназияһы коллективы менән осрашыу, Халыҡтар дуҫлығы йортонда түңәрәҡ өҫтәл һәм, ниһайәт, ата-әсәләр йыйылышы – бер көн өсөн бай программа

Мәктәптәге дәрес, 4-се башҡорт гимназияһы коллективы менән осрашыу, Халыҡтар дуҫлығы йортонда түңәрәҡ өҫтәл һәм, ниһайәт, ата-әсәләр йыйылышы – бер көн өсөн бай программа. Әйткәндәй, был саралар ҡаланың төрлө төбәктәрендә уҙҙы. Шуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙ ҡунағы Мәрйәм Бураҡаева бар ерҙә лә булырға өлгөрҙө.
Халыҡ педагогикаһы
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәми Ғәрипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Уға ҡарап, 75 йәшен тултырғандыр тип һис уйламаҫһың. Ғүмеренең байтаҡ өлөшө журналистика (“Башҡортостан ҡыҙы”, “Совет Башҡортостаны”, “Киске Өфө”) менән бәйле. Ул «Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәниәт үҙәген етәкләй, Рәсәй Мәғариф министрлығы Милли мәғариф мәсьәләләре институты Башҡортостан филиалының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Һәм ошо йылдарҙа ижади эшсәнлек менән дә шөғөлләнә. Студент сағында уҡ яҙа башлай. Башҡорт телендә яҙылған хикәйә һәм повестары, көн ҡаҙағындағы мәсьәләләрҙе ҡуҙғата, шуға ла үҙ уҡыусыһын таба. Ул ата-бабалар йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәр-ҙе, башҡорт халыҡ педагогикаһын һаҡлауҙы һәр ваҡыт күҙ уңында тота. “Тормош һабаҡтары” тигән инновация дәреслеге яҙа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Ул дәреслек уның тарафынан Ейәнсура районында асылған беренсе ауыл гимназияһында һынауҙы уңышлы үтеп, республиканың башҡа уҡыу йорттарында ла ҡулланыла башлай. Балалар өсөн йәйге этнография лагеры ла ойоштора ул.
Октярьскийлылар бик күп файҙалы мәғлүмәт ишетте. Бураҡаева үҙе лә ҡала менән ҡыҙыҡһынып танышты. Башта ҡаланың 8-се мәктәбендә асыҡ дәрестә булды. Уны башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллина үткәрҙе. Рәмзәнә Әбүталипова авторлығында төҙөлгән дәрестең темаһы “Ялған һөйләү – насар ғәҙәт” тип аталды. Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙының уҡыусыларҙы парлап таҡта алдында эшләтеү алымын Бу-
раҡаева айырыуса оҡшатты. “Уның фекере минең өсөн бик мөһим, – тип һөйләне Сафиуллина. – Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы кеүек танылған ке-ше алдында асыҡ дәрес күрһәтергә ҡурҡа инем. Тәүәккәлләп, башҡарып сығыуыма һөйөнәм. Мин бик бәхетле кеше. Тимәк, башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләүем юҡҡа түгел”.
Өфөнән килгән икенсе ҡунағыбыҙ – республиканың ата-әсәләр комиссияһы вәкиле Айгөл Атанова ла яҡшы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ул музыкаль тәнәфесте, текст өҫтөндә эшләүҙе һәм кабинет йыһазланышын билдәләне. Хәйер, асыҡ дәресте ҡараған барлыҡ уҡытыусылар ҙа ошо фекерҙә ине. Илмир Хужиәхмәтов (8-се мәктәп) дәрестә уҡыусыларҙың әүҙем бу-лыуҙарын билдәләне. Лиана Бакиева (2-се гимназия) дәрес башында эшлекле мөхит тыуҙырған күтәренке кәйефте, методика алымдары төрлөлөгөн, шул иҫәптән компьютер технологияларын ҡулланыуҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды. Барлыҡ ҡунаҡтар ҙа баһа һәм теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
“Юҡҡа сығыусы”
Өфө ҡунаҡтары 4-се башҡорт гимназияһы менән бик теләп танышты. Уның директоры Рәсимә Усманова республиканың көнбайышында урынлашҡан был милли гимназия тарихы, ҙур һәм яҡшы йыһазланған бина менән ентекләп таныштырҙы. Балалар әҙерләгән концерт та яҡшы ойошторолған, бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Туған телдәрендә камил һөйләм, сәләмләү, йырҙар яңғыраны. 4-се класс уҡыусыһы Мәҙинә ҡунаҡтарҙы тирмәгә саҡырып, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп ишеттерҙе. Ул эпостың 600 юлын яттан белә, республика конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә. Ҡунаҡтар тирмәнең биҙәлешен юғары баһаланы. Бында һәр нимә мәғәнәле, үҙ урынында ине. Уҡыусылар һәм педагогтар Мәрйәм Бураҡаеваға шарж төрөндә башҡарылған портретын бүләк итте.
Һуңынан Халыҡтар дуҫлығы йортонда “Тәрбиә эшендә туған телдең әһәмиәте” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Был уҡытыусылар, башҡорт ҡоролтайының ҡала бүлексәһе ағзалары, “Ынйылар” вокал ансамбле, “Аҡ инәйҙәр” берлеге ҡатнашыусыларының осрашыуы ине. Халыҡ йолалары нигеҙендә уҡытыу, тәрбиә биреү мәсьәләләрен тикшерҙе улар. Башҡорт телен белгән һәм яратҡан кешеләрҙең борсолоуы урынһыҙ түгел. 2009 йылда ЮНЕСКО-ның юҡҡа сыға барыусы телдәр атласына индерелеп, “кителгән” дәрәжәһе бирелде уға. Республика бар, халыҡ бар, ә тел? Һаҡлап ҡала алмаһаҡ, нимә булыр? Рус телле мәктәптәрҙә уҡып сыҡҡан, туған телдәрен совет заманында уҡ онотоп, рус телендә генә аралашҡан бер нисә быуын ата-әсәләр менән ни эшләргә?
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы донъяға ҡараш, тыуған халҡыңдың күп быуатлыҡ мәҙәниәте, йолалар
тураһында, әсәгә “әсәй” тип өн-дәшеүҙең әһәмиәте, милли психология, башҡорттарҙың рухи донъяһы, ғөрөф-ғәҙәттәре, тормош рәүеше, һәр өлөшөнә тәрән мәғәнә һалынған башҡорт милли кейеме, аш-һыу, дауалау сифатына эйә ҡымыҙ, ҡорот, буҙа кеүек ризыҡтарҙың файҙаһы, мөһимлеге тураһында тәфсирләп һөйләне.
Шул иҫәптән, күптән түгел “Китап” нәшриәтендә баҫылған, символик мәғәнәле исемгә эйә “Арғымаҡ” китабын күрһәтте. Ул ете бүлектән тора, уларҙың һәр ҡайһыһында автор кеше шәхесенең бер бөтөн булыуына булышлыҡ итеүсе ете өлөш тураһында бәйән итә. Аң, рух көсө, яуаплылыҡ, именлек, аһәңлелек, аҡыл һәм бәхет. Автор фекере буйынса, шуларға ирешкәндә генә, ата-бабалар хәтерен һаҡлаған һәм яҡты киләсәкте һүрәтләгән мифологик арғымаҡты йүгәнләргә була.
Йыйылған ҡунаҡтарҙың Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына һорау биреп, фекер алышыу мөмкинлеге бар ине. Зөлфиә Сафиуллина уға осрашыу иҫтәлеге итеп ҡымыҙ өсөн тәғәйенләнгән фарфор касалар бүләк итте. Түңәрәк өҫтәл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Аҡ инәйҙәр” берлеге ярҙамында ойошторолдо. Уның әүҙем ағзалары Миңлегөл Ахунова (теш табибы), Сәғиҙә Солтанова (пенсионер, география уҡытыусыһы, М. Бураҡаеваның яҡташы) ҡунаҡтарҙы сәйгә алды.
Сәйҙән һуң Мәрйәм Бураҡаева һәм Айгөл Атанова яңынан башҡорт гимназияһына килеп, директор Рәсимә Миңлебай ҡыҙы үткәргән йыйылышта ҡатнашты. Бында ла һүҙ туған тел тураһында барҙы, тик инде балаларҙың ата-әсәләре менән. Аҙнаға 2-3 сәғәт уҡыу ғына туған телдә иркен аралашыу өсөн бик аҙ. Өйҙә, ғаиләлә туған телдә аралашырға кәрәк. Рус һәм инглиз теле кеүек үк, әһәмиәтле ул башҡорт теле. Беҙ күп милләтле донъяла йәшәйбеҙ, төрлө телдәрҙә аралашырға, уҡырға тейешбеҙ һәм шуға хаҡыбыҙ бар.
Виктор ЛУШКИН фотоһы.
Читайте нас: