Бөгөн мин һеҙгә районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рима Рәхмәтулла ҡыҙы Ғәтиәтуллина тураһында һүҙ алып барасаҡмын. Уның исеме республикала танылған. Уның ҡаҙанышы – уҡыусылары.
Ошо поэма менән сәхнәлә сығыш яһағандан һуң уның ижади тормошо башланып китә. Ҡышҡы һалҡындарға ҡарамаҫтан, Рәтамаҡ ауылы клубының үҙешмәкәрҙәр төркөмө, уны толопҡа төрөп, ауылдар буйынса йөрөтә. Ул ваҡытта район үҙәгендә тасуири уҡыу олимпиадалары уҙғарыла. Шунда беренсе тапкыр ошо поэма менән сығыш яһап, уға бүләккә өс китап тапшыралар. Береһе – Н. Островскийҙың 1954 йылда нәшер ителгән “Как закалялась сталь” әҫәрен ул бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай. Мәктәптә уҡыу дәүерендә Риманың тағы бер һәләте асыла. Был – иҫ киткес моңло тауышы, йырға оҫталығы. Был һәләт уға әсәһенән күскән. Мөғәлимә апайҙың йырлауын Рәтамаҡ ауылы халҡы бөгөн дә һағынып иҫкә ала.
Мәктәптә Рима бик яҡшы уҡый. Уҡыу уға еңел бирелә. Һәр ваҡыт ижади конкурстарҙа ҡатнаша. Әсәһе ҡыҙына яҡшы белем биреү тураһында хыяллана. Ул уға гел генә ҡабатлап килә: “Ҡәҙерлем, уҡы, белемле бул. Һин уҡытыусы булһаң, яҡшы булыр ине. Күрсе, улар яурындарына мамыҡ шәл ябынып, ҡалай матур йөрөй”. Ул ҡыҙында ҡатын-ҡыҙҙарға хас бөтә сифаттарҙы тәрбиәләй, кескәй саҡтан уҡ эшкә өйрәтә. Әсәһе көн-төн колхозда эшләй, ҡыҙы уға ярҙамлашырға тырыша, шул рәүешле әсәһенең тормошон еңеләйтергә теләй. Башта ул әсәһе менән колхозға йөрөй, һуңыраҡ йәштәштәре менән төрлө эштәр башҡара: ашлыҡ эшкәртә, сөгөлдөр утай һәм ала, киндер ебетә һәм киптерә. Ул ваҡытта Рәтамаҡ ауылында колхоздың йәшелсә плантацияһы була. Өлкәндәргә уны тәрбиәләүҙә булыша ла инде йәштәр.
Риманың йырға әүәҫлеге әсәһенән килһә, шиғыр яҙыу оҫталығы – атаһы Рәхмәтулланан. Һуғыштан бер аяғын өҙҙөрөп ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ул бар ир-ат эшен эшләй, оҙаҡ йылдар колхозда баш хисапсы була, шулай уҡ ауыл тарихын яҙа. Ул һәр саҡ балаларына: “Һәр ваҡыт бергә, берҙәм булығыҙ!” – ти.
Тыуған ауылында 7-се клас-ты тамамлағандан һуң, белемгә ынтылған ҡыҙ Йәрмәкәй мәктәбенә килә. Билдәләрен күреп, уның бөтә фәндәрҙе лә татарса өйрәнеүенә ҡарамаҫтан, Риманы шунда уҡ рус төркөмөнә ҡабул итәләр. Баштағы мәлдәрҙә уға ауырға тура килә, әммә мәктәптең ул ваҡыттағы алдынғы уҡытыусыларының береһе Ада Харис ҡыҙы ярҙамы һәм үҙенең тырышлығы менән ул иң өлгөр уҡыусыларҙың береһенә әүерелә. Ул ваҡытта ниндәй һөнәр һайлаясағын белмәй әле ул. Н. Островскийҙың “Как закалялась сталь” романын өйрәнгән рус әҙәбиәте дәресе яҙмышын хәл итә. Уҡытыусы тырышып, ентекләп әҫәрҙең образдарын һүрәтләй, Риманың башында: “Бына шундай уҡытыусы булһаң икән...” – тигән уй барлыҡҡа килә һәм ул бик йыш әсәһенең һүҙҙәрен иҫкә төшөрә.
Уның һәләтен Йәрмәкәйҙә лә бик тиҙ һиҙеп алалар, төрлө бәйге һәм концерттарға саҡыралар. Ул ваҡытта 10-сы класты тамамлаған ауыл балалары ике йыл тыуған ерендә эшләргә тейеш була. Шуға күрә шул заманда район Советы рәйесе булып эшләгән Баян Сәйфуллин уны үҙенә саҡырта ла: “Һәләтле, тырыш бала икәнеңде беләбеҙ. Шуға күрә һиңә район Мәҙәниәт йортонда сәнғәт етәксеһе вазифаһын тәҡдим итәбеҙ. Районда мәҙәниәтте күтәрергә кәрәк”, – ти.
Йәш ҡыҙ нимә эшләй ала? Нәркисә Фәйзуллина, Рәйес Фәйзуллин һәм Мәҙәниәт йортоның башҡа хеҙмәткәрҙәре менән концерттар ойоштора, агитбригадалар иҫәбендә сығыш яһай. Ул эшләгән йылдарҙы халыҡ матур итеп иҫкә ала. Тейешле ике йылын эшләгәс, уҡытыусы һөнәре алырға теләп, Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус-башҡорт факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ла уҡыу йылы дауамында сәхнәлә сығыш яһай, йәй көнө, каникулға ҡайтҡас, колхозға эшкә сыға. Көҙгә тиклем кейем, уҡыу кәрәк-ярағына аҙ булһа ла аҡса эшләргә тырыша.
Биш йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 1967 йылда институт тамамлап, ҡулына диплом алған кисәге студент тыуған мәктәбенә ҡайта һәм немец теле уҡыта башлай. Көндөҙ йәш уҡытыусы мәктәптә эшләһә, кистәрен репетицияға, концерттарға, киноға йөрөй. Үҙенең оло мөхәббәтен һәм тормош юлдашын кинотеатрҙа осрата ла инде ул.
Ул һәр саҡ бер урынға ултыра. Әммә сираттағы сеансҡа килгәс, үҙенең урынын ниндәйҙер йәш кеше биләүен күрә.
– Килһәм, урынымды алғандар. Мин унан күсеп ултырыуын үтендем, әммә йәш кеше урынынан да ҡуҙғалманы, – тип иҫкә ала юбиляр ханым.
Бына шул “осраҡлы” осрашыу” ҙур мөхәббәткә әүерелеп, 49 йыл бәхетле, уртаҡ ғүмер кисерә улар.
Ике ҡыҙ – Ирина менән Илмираға ғүмер биргәндәр. Өлкәне Ирина педиатр булып эшләй һәм ғаиләһе менән Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Ул – Һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Илмира иһә ғаиләһе менән Мәскәүҙә ғүмер итә. Юрист булып эшләй, юридик фәндәр кандидаты. Ейәнсәрҙәре Камилла, Алһыу, Рената уңыштары менән һөйөндөрә.
Ошо көндәрҙә Рима Рәхмәтулла ҡыҙы 75 йәшен билдәләне, шуның 65 йылы сәхнәлә уҙған. Тормошондағы ошо ике оло ваҡиға айҡанлы юбилярша ете йыл йөрөгән “Һаулыҡ” төркөмө (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмис Ғә-биҙуллин) һәм гармунсыларҙың “Йәрмәкәй егеттәре” ансамбле район Мәҙәниәт йортонда уның ижад кисәһен ойошторҙо. Уны ҡотларға тыуғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, дуҫтары, күршеләре килде. Уның исеменә район Хакимиәте башлығы Илшат Райманов, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Ирина Рәхмәтуллина, Хакимиәт башлығының урынбаҫары Татьяна Головина бик күп йылы һүҙҙәр юлланы.
Кисәне йомғаҡлап, Рима Рәхмәтулла ҡыҙы бөтәһенә лә йылы ҡотлауҙары өсөн һәм шундай күркәм кисә ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
Юбилярҙың тормош китабының 75-се сәхифәһе асылды. Был биттәр әле тағы ла булһын, матур ваҡиғалар менән тулһын.