0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
26 Октябрь 2018, 18:33

Каникул күңелле тамамланды

Ата-әсәләрҙең балалар өсөн күңел асыу сараларының аҙ ойошторолоуына, уларҙың буш ваҡыттарын шөғөлһөҙ үткәреүҙәренә зарланыуҙарын йыш ишетергә тура килә.

Нәҡ бына шуның өсөн ата-әсәләр балалары менән бергә саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп, физкультура-һауыҡтырыу комплексы ихатаһында үткәрелгән күңелле байрамға – 1-се класс уҡыусылары фестиваленә йыйылды. Сара тик беренселәр өсөн генә тип уйлаусылар яңылыша. Төрлө йәштәге ҡыҙ-малайҙар бында ваҡытты файҙалы үткәрҙе.

Байрамды балаларға яҡшы таныш Миньондар (ролдәрҙе Әлиә Усманова һәм Эльвина Ғәзизова бик оҫта башҡарҙы) күңелле итеп асып ебәрҙе. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ихатаһы шартлы рәүештә майҙансыҡтарға бүленгән. Төп майҙанда концерт программаһы күрһәтелде, шулай уҡ чемпион менән зарядка ойошторолдо. Райондың йыйылма командалары спортсылары көр күңелле һәм сәләмәт булыу өсөн иртәнге зарядканы нисек дөрөҫ яһарға кәрәклеген күрһәтте.

Балалар йырлап, күнегеүҙәр яһаған арала яңы геройҙар – Убырлы ҡарсыҡ (Раушания Батталова), Джек Воробей, Карлсон (Әлмира Яҡупова) һәм Фрекен Бок (Тәнзилә Татипова) килеп етте. Улар менән күңелле уйындар ойошторолдо, йомаҡтар сиселде, 1-се класс уҡыусылары мәктәп тураһында шиғырҙар һөйләне. Шунан һуң командаларға бүленеп, күңелле ярыштарҙа ҡатнашты, Фиксиктар менән флешмоб бейене.

Башҡа майҙансыҡтар ҙа буш торманы. Мәҫәлән, теләгән балалар ГТО нормаларын тапшырҙы, “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәге секция-
лары менән танышты, шашка уйнарға өйрәнде. “Балаңды спортҡа йәлеп ит” акцияһы сиктәрендә 1-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре уларҙы секцияға яҙҙыртты. Шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбенең музыка һәм хореография бүлектәрендә уҡырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителде. Әйтергә кәрәк, Балалар сәнғәт мәктәбе асфальтта рәсемдәр конкурсы ойошторҙо. Унда ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.

Сәләмәтлек мөйөшөндә һәр кем ҡан баҫымын һәм кәүҙә ауырлығын үлсәй, логопедтан һәм психологтан консультация ала алды.

“Ғаилә” үҙәге коллективы ба-лаларҙы тоҙло ҡамырҙан төрлө һындар яһарға өйрәтте. Был ҡы-ҙыҡлы шөғөл моториканы үҫтерә, мәктәптә уҡыуға ыңғай тәьҫир итә.

Үҙәк китапхана үҙ майҙансығын уҡыу бүлмәһе рәүешендә биҙәгән, унда матур әҙәбиәт һәм балалар журналдары күргәҙмәһе ойошторған. Әсәләре китапханаға йөрөү өсөн документтар тултырған арала балалар ҡыҙыҡһынып китаптар ҡараны.

Реабилитация бүлеге хеҙмәт-кәрҙәре ҡоймаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Төрлө йәштәге ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәре әҙерләгән ҡамырҙан электр плитаһында хуш еҫле ҡоймаҡ бешерҙе. Үҙең әҙерләгән ризыҡ менән һыйланыу – улар өсөн ҙур һөйөнөс һәм ғорурлыҡ. Бынан тыш, барыһы ла һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте. Реабилитация бүлегенең “Изгелек йәрминкәһе”нә һатып алыусылар күп йыйылды.

ЮХХДИ бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Йәш инспекторҙар отряды ағзалары менән бергә бәлиғ булмаған балаларға юлда хәүефһеҙ йөрөү күнекмәләрен аңлатыу маҡсатында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса интерактив майҙансыҡ ойошторҙо. Теоретик белем практикала нығытылды – электромобилдә балалар, ҡағиҙәләрҙе үтәп, билгеләнгән араны үтергә тейеш булды. Балалар шулай уҡ инспекторҙар машинаһына ултырып ҡараны һәм жезл менән эш итергә өйрәнде.

Байрам башланғансы ойоштороусылар лоторея билеттары һатты. Уйын йомғаҡтары буйынса бер нисә ғаилә мәктәпкә канцелярия тауарҙары отто.

– Балалар өсөн шундай байрам ойошторолоуы бик оҡшаны. Район хакимиәте, мәғариф, йәштәр эштәре, мәҙәниәт бүлектәренә, “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәгенә, волонтёрҙарға рәхмәт. Бөтә ғаилә-беҙ менән ваҡытты күңелле һәм файҙалы үткәрҙек, йәйге каникулға нөктә ҡуйҙыҡ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәлиә исемле әсәй.

Буяуҙар һәм һабын ҡыуыҡтары фестивале балалар өсөн иң күңелле-һе булды. Төрлө яҡтарға осҡан һабын ҡыуыҡтары фонында малай һәм ҡыҙҙар бер-береһенә ҡоро буяуҙар һибеште, күңелле музыка аҫтында бейене. Байрамдан бер кем дә ҡайтып китергә ашыҡманы, бейеү ҡараңғы төшкәнсе дауам итте. Йәй бына шундай күңелле сара менән тамамланды.

Читайте нас: