+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
26 Октябрь 2018, 18:50

Хәйерле юл, ҡарлуғастар!

Шаран 2-се мәктәбен тамамлаусы 23 уҡыусының алтыһы алтын миҙалға лайыҡ булды.

Был Алһыу Ғилметдинова, Элина Ҡадирова, Алина Мостафина, Никита Суворов, Валерия Ташбулатова һәм Юлияна Тимерғәлина. Уларҙың барыһы ла мәжбүри һәм һайлап алынған имтихандарҙа кәмендә 70 балл йыйҙы.

Ә Алһыу Ғилметдинова рус теленән имтиханды 98 баллға бирҙе, был район тарихында шундай юғары тәүге һөҙөмтә. Бында әлеге ҡатмарлы һәм мөһим фәнде был класта һуңғы өс йылда уҡытҡан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Исламгәрәеваның өлөшө ҙур, әлбиттә. Дөйөм алғанда, Алһыу өс фәндән 257 балл йыйҙы һәм Ҡазан федераль университетының лингвистика факультеты студенты булды. Алһыуҙың уҡыу алдынғыһы ғына түгел, ә мәктәп, муниципаль һәм республика сараларында әүҙем ҡатнашыусы булыуын да билдәләргә кәрәк. Ул дүрт йыл дауамында мәктәп үҙидараһына етәкселек итте, ә был уҡыу йылында “Мин патриот” республика иншалар һәм тикшеренеү эштәре конкурсында бер үк ваҡытта ике номинацияла еңеүсе, “Ломоносов уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында призёр, күп фәндәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларының муниципаль этабында еңеүсе һәм алдынғылар рәтендә булды һәм Н. Баһаутдиновтың хәйриә фонды премияһы менән бүләкләнде. Уның проект эштәре етәкселәре Р. Сәйетова, Д. Фәррәхова, Л. Шәрифуллин һәм башҡа уҡытыусылар талантлы һәм тырыш уҡыусылары менән ғорурлана һәм уға артабан уңыштар теләй.

Алина Мостафина ла Алһыу кеүек үк маҡсатҡа ынтылышлы һәм эшһөйәр. Уның төрлө дәрәжә проект, акцияларҙағы һәм ғилми-ғәмәли конференцияларҙағы сығыштары тураһында район гәзите биттәрендә күп тапҡырҙар яҙылып сыҡты һәм бөгөн тырыш ҡыҙ – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик университеты студенты. Алина унда ла үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтер тип ышанабыҙ.

Никита Суворов һәм Саша Пархоменко Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инде, билбауҙа көрәшеү буйынса чемпион, район тасуири уҡыу конкурстарында еңеүсе һәм ораторлыҡ оҫталығы конкурсы призёры Феруза Джаббарова БДУ-ның Бөрө филиалында, Валерия Ташбулатова БДУ-ла уҡыясаҡ. Тағы бер әүҙем уҡыусыбыҙ, күп кенә ижади конкурстар һәм фән олимпиадаларында еңеүсе Элина Ҡадирова БДМУ-ға уҡырға инде.

Әлбиттә, уҡыусыларыбыҙҙың мәк-тәптә ҙур уңыштарға өлгәшеүен-дә, уҡытыусылар һәм ата-әсәләре өмөтөн аҡлауында уларҙың үҙ-ҙәренең дә, директор Л. Зиязетдинова етәкселегендә бөтә мәктәп кол-лективының да өлөшө ҙур. Әлеге класс етәксеһе Регина Сәйетова – уңышлы эшләүсе уҡытыусы, ул класты берләштереүгә һәм һәр баланың энергияһына дөрөҫ йүнәлеш биреүгә күп көс һалды.

Уҡытыусының еңел булмаған хеҙмәте һөҙөмтәләр килтереп, мәктәп тамамлаусыларҙың киләсәк уңыштарына нигеҙ булып тора. Ә беҙҙең уҡыусыларыбыҙға артабан да уңыш йылмайһын!

Читайте нас: