+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
26 Октябрь 2018, 18:28

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ

Сажиҙә Зайлалова 1919 йылдың 1 ноябрендә Благовар районы Баштирмә ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ауылында башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлағас, ул Башҡорт педагогия техникумының әҙерлек курсында уҡый. 1932 йылда был курс Дәүләкән педагогия техникумына ҡушыла. Сажиҙә Зайлалова Дәүләкән педагогия техникумында өс йыл уҡый һәм уны 1936 йылда тамамлай. Шулай итеп, 16 йәшлек ҡыҙ Шишмә районының Ябалаҡлы ете йыллыҡ мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай.

Тиҙҙән тырыш уҡытыусы С. Зай-лалова уҡытыу-тәрбиә эшендә алдынғы ысул һәм алымдарҙы киң файҙаланып, ижади эшләүсе нова-тор-педагог булып таныла. 1937 йылда ул Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы отличник-уҡытыусылары кәңәшмә-һендә ҡатнаша. 1939 йылда «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Эшкә намыҫлы ҡарауын һәм педагогик коллектив хеҙмәтен ижади ойоштора белеүен иҫәпкә алып, Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙын 1939 йылда Шишмә районы Ҡараяҡуп ете йыллыҡ мәктәбе директоры урынбаҫары итеп билдәләйҙәр. Уҡытыусылар коллективының ижади эштәре тиҙҙән район мәктәптәренә билдәле була. Шишмә районы халыҡ мәғарифы бүлеге 1940 йылда С. Зайлалованы К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға ебәрә. Бер аҙ тәжрибә туплап, уҡытыу-тәрбиә эшендә белемдең ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлап килгән уҡытыусы тел һәм әҙәбиәт факультетының башҡорт бүлегендә педагогия серҙәрен тырышып өйрәнә. Ләкин уға тиҫтерҙәре менән бер йыл ғына уҡырға насип була. Беренсе курс имтихандарын тик «5» билдәләренә тапшырып бөтөүгә, фашистар илебеҙгә баҫып инә – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауыр афәт касафаты студенттарға ла килеп етә. Уларҙы фронтҡа киткән уҡытыусылар урынына төрлө райондарға эшкә оҙаталар. 1948 йылда партияның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы С. Зайлалованы Өфө ҡалаһы 9-сы терәк мәктәбе директоры итеп тәғәйенләй. Мәктәптең бәләкәй генә интернатында аталары Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған етем балалар тәрбиәләнә. Был балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү сығымдарын Башҡортостан хөкүмәте тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Мәктәптә Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы ете йыл директор вазифаһын намыҫлы башҡара. Ул республикала киң билдәле, алдынғы мәктәпкә әйләнә. Унда педагогия институты студенттарының практикаһы ойошторола, ҡала һәм республика уҡытыусыларының төр-лө йыйылыштары – конференциялар, кәңәшмәләр, тематик кисәләр үткәрелә.

1950 йылда С. Зайлалова Башҡорт дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай. Заман талабы булыуҙан тыш, юғары белем алыу мәктәп директорына педагогик коллективтың хеҙмәтен тейешле кимәлдә ойошторорға мөмкинлек бирә. 9-сы урта мәктәп 1958 йылда 1-се мәктәп-интернат итеп үҙгәртелә. Бында Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы йәнә 20 йыл эшләй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында талантлы педагог булып таныла.

Бына нисек иҫләйҙәр уны уҡыусылары.

Зәйнәп Собханғолова, уҡытыусы:

– 1-се интернатҡа уҡырға ингәс, Сажиҙә Зайлалова (башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытты) дәрестәрендә иҫ киткес (хәсрәтле лә, ялҡынлы ла) мәғлүмәттәр алдым. Ошо шәхестең минең тормошомда булыуына бәхетлемен. Сажиҙә апай Рәми Ғариповтың да, минең дә әсә теле уҡытыусыһы. Мин – уҡытыусы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы! Бәхетме? Бәхет.

Йомабикә Ильясова, Башҡортос-тан Республикаһы Дәүләт Йыйы-
лышы – Ҡоролтай Рәйесе урын-баҫары, шағирә:

– Интернатта әҙәбиәт түңәрәге эшләй ине. Уның етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы. Ул үҙенең уҡыусылары өсөн барыһын да эшләне. Беҙҙең менән осрашыуға яҙыусы һәм шағирҙарҙы саҡыра ине. Мостай Кәрим һәм Сәғит Агиш менән дә осраштыҡ.

Мәктәп-интернатта уҡытыу-тәр-биә эштәренән тыш, Сажиҙә Зайлалова йәмәғәт бурыстарын үтәүгә лә яуаплы ҡарай. Тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, ул Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығының уҡыу-методик советы ағзаһы, район халыҡ мәғарифы бүлегенең штаттан тыш инспекторы вазифаларын күңел биреп башҡара. Ул башҡорт әҙәбиәте буйынса программалар, дәреслектәр төҙөүгә, дәреслектәрҙе файҙаланыу тураһында методик ҡулланмалар яҙыуға йәлеп ителә. С.Зайлалова – 1953 йылдан бирле V һәм VI синыфтарҙың туған әҙәбиәт дәреслектәре авторҙашы. Ул IV һәм VII синыфтар өсөн дә дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөүҙә ҡатнаша, методик ҡулланмалар яҙа.

Күп йыллыҡ һәм намыҫлы педагогик хеҙмәте өсөн Сажиҙә Зайлалова байтаҡ миҙал һәм Маҡтау грамоталарына лайыҡ була, 1963 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исем бирелә.

(Интернет материалдары ҡулланылды).
Читайте нас: