Шундай проблемалар менән осрашҡан күпселек ғаиләләр, ҡағиҙә булараҡ, тулы түгел. Йыш ҡына бындай ғаиләләрҙә кәм тигәндә 4-5 бала, һәм улар-ҙы мәктәпкә йыйыу, ғәмәлдә, башҡара алмаҫлыҡ бурысҡа әйләнә. Шуға күрә акцияла ҡатнашыу һәм иғәнәселек ярҙамы күрһәтеү сиктән тыш мөһим. Шәфҡәтлелек ярҙамын күберәк йәлеп итеү маҡсаты менән “Ғаилә” бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ф. Хәй-брахмановтың ярҙамы менән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән хат яҙҙы һәм уларҙы ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға таратты, район гәзитенә белдереү бирҙе. Ойошма етәкселәренең, шәхси эш-ҡыуарҙарҙың ошо саҡырыуға ҡушылыуы ҡыуаныслы. Июль аҙағынан “Ғаилә” бүлексәһен-дә хеҙмәткәрҙәр канцелярия тауарҙары, мәктәп формаһы һәм аяҡ кейемдәре ҡабул итә башланы, ғаиләләрҙе саҡырып, уларға мәктәп кәрәк-яраҡтары таратты.
Акцияла район хакимиәте, район үҙәк дауаханаһы, Пенсия фонды, ЮХХДИ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы бүлексәһе, “Сауҙа йорто” ҡулланыусылар йәмғиәте, Иҫке Маты мәктәбе, шулай уҡ беҙҙең бүлексә коллективтары әүҙем ҡатнашты. Акцияны 17 эшҡыуар – И. Владимиров, З. Ғайсин, М. Дәүләтов, Д. Синәғәтуллин, В. Азаров, Г. Санников, И. Ибәтуллина, Э. Риянов, Н. Высоцкий, А. Асанбаев, Д. Фролов, А. Грюмова, Г. Мөхәммәтдинова, Ф. Азина, Д. Кәримов, А. Алчинов, З. Иҙиәтуллина һәм 10 физик шәхес хупланы.
Акция сиктәрендә 148817 һумдан артығыраҡҡа мәктәп кәрәк-ярағы, өҫ һәм аяҡ кейеме йыйылды. 43 ғаиләнән 89 балаға, шуларҙың 4-һе опекаға алған ғаиләнән, 6-һы ата-әсәләре һәм балалары инвалидтар, 7 бала приюттан, 11 бала социаль хәүефле ғаиләләрҙән, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләнән 68 балаға адреслы ярҙам күрһәтелде.