-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
14 Сентябрь 2018, 13:50

Заман менән бергә атлап

Бөгөн, сер түгел, мәктәпкә эшкә ир-ат бик үк килмәй. Бының сәбәптәре төрлө, әлбиттә.

Беренсенән, мәғариф өлкәһендәге эш хаҡы ир-аттар өсөн аҙ. Улар, ғаилә башлығы булараҡ, күп алып эшләргә тейеш тигән ҡараш йәшәй. Әммә мәктәптәрҙә ир-егеттәр юҡ түгел бөгөн. Йәштәр ҙә күренә улар араһында һәм уңышлы ғына үҙ вазифаларында эшләп йөрөй.

Уязытамаҡ ауылы мәктәбе директоры Фирғәт Ҡыуатов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ тәжрибә туплап, тормош мәктәбе үтеп өлгөргән. Ейәнсура районының Иҙелбаҡ урта мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет үҙенең киләсәген бала саҡта уҡ күҙаллағандыр. Һәр малайға хас булғанса, Фирғәт тә осоусы булырға йә иһә хәрби һурпаһын эсергә теләй. Әммә уҡытыусы һәм табип ғаиләһендә тыуып, матур тәрбиә алған егет Ырымбур ҡалаһына юллана, педуниверситеттың фило-
логия факультетын тамамлай.
Ошонда уҡ хәрби кафедрала шөғөлләнә, хәрби психолог һөнәренә эйә була. Ҡулына диплом алғас егет армия сафтарына алына, уны уңышлы үтеп ҡайтҡас, тыуған районының Түбәнге Аҡбирҙе ауылына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Әммә дөйөмләштереү башланғас, мәктәп ябыла һәм Фирғәт Туймазы ҡалаһына юллана. Бында уны уҡытыусы булып эшләгән Гөлфирә апаһы һәм һеңлеһе көтә. Шулай итеп, Ҡыуатовтар династияһы балаларға белем бирергә тотона. Фирғәт Сәйфулла улы атаһы юлынан китеүенә һис кенә лә үкенмәй. Сөнки ул атаһының мәктәптә эшләүе дәүерендә, үҙен теге йәки был хәлдә нисек тотоуын, сетерекле хәлдәрҙән сыға белеүен күңеленә һеңдерә. Балаларҙы ярата Фирғәт, улар менән аралышыу егеткә еңел бирелә. Ҡаланың 1-се интернат-мәктәбендә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне буйынса белем бирә, бер үк ваҡытта тәрбиәсе вазифаһын да тырышып, еренә еткереп башҡара. Тәрбиәле, үҙ эшенә яуаплы егетте Уязытамаҡ ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Эштән ҡурҡмай егет, ең һыҙғанып тотона. Коллективта хөрмәт итәләр Фирғәт Сәйфулла улын, уҡыусылар ҙа физик культура фәнен алып барған етәксе ағайҙарын үҙ итә. Улар төрлө ярыштарҙа, эстафеталарҙа призлы урындар яулай. Йәштәргә, киләсәк быуынға ниндәй әйтер һүҙегеҙ бар, тигәс, егет ике лә уйлап тормай, спортты яратһындар ине, сөнки балалар бөгөн бигерәк сибектәр, йыш ауырыйҙар. Спорт менән шөғөлләнеү бөгөн модала. Турник-та еңел күтәрелгән, шәп йүгергән етеҙ егеттәргә һалдат хеҙмәтендә
лә еңел булыр ине, тине тыйнаҡ
йылмайып. Август айында бил-дәләнгән физкультурниктар көнө уңайынан йәш етәксегә эшендә уңыштар, һәләтле уҡыусылар теәйбеҙ.

Читайте нас: