+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
14 Сентябрь 2018, 13:52

Яңы уҡыу йылында белем биреү өҫтөнлөктәре

Яңы уҡыу йылы алдынан райондың педагогик йәмғиәте йомғаҡтар яһау һәм белем биреү системаһында яҡын ваҡытҡа бурыстар билдәләү өсөн традиция буйынса ҙур август кәңәшмәһенә йыйылды.

Конференция башланғансы, унда ҡатнашыусылар һәм мәртәбәле ҡунаҡтар район Мәҙәниәт һарайы фойеһында урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, мәктәп-интернат, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждение-лары коллективтары тарафынан тәҡдим ителгән күргәҙмә менән танышты. Быйыл күргәҙмә яңы форматта ойошторолдо, район педагогтары үҙ ҡаҙаныштары, эш тәжрибәһе тураһында мәғлүмәтте видеоролик һәм слайдтарҙа тәҡдим итте.

Конференцияны район хакимиәте башлығы А. Андреев асты.

Александр Георгиевич беҙҙең районда мәғарифты үҫтереү социаль-иҡтисади сәйәсәт өҫтөнлөктәренең береһе булып тороуын билдәләне: урындағы бюджет сығымдарының яртыһынан күберәге йыл һайын ошо өлкәгә тура килә. Үҙ докладында ул белем биреүҙең районды үҫтереүҙәге роле, уның модернизацияһы, Талантлы йәштәрҙе хуплау фонды, уҡытыусыларҙы аттестациялау эшмәкәрлеге, шулай уҡ белем биреү системаһы алдында торған бурыстар тураһында һөйләне.

БР-ҙың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры И. Һаҙыев йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Хөкүмәт исеменән яңы уҡыу йылы башланыу менән йылы тәбрикләне. Ул район педагогтарына уҡытыусыларҙың тырыш көндәлек хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте, Республика Башлығының педагогтар алдына ниндәй бурыстар ҡуйыуы тураһында һөйләне.

Мәғариф бүлеге начальнигы
Л. Ғәлиеваның доклады уҙған
2017-2018 уҡыу йылы өсөн белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлек йомғаҡтарын, яңы уҡыу йылында педагогтарға хәл итергә кәрәкле бурыстар тураһында ентекле отчётты үҙ эсенә алды.

БР Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем биреү сифатын баһалау бүлегенең баш белгес-эксперты И.Иванова уҡыусыларҙы аттестациялау мәсьәләләренә туҡталды. Ирина Владимировна 2018 йылда берҙәм дәүләт имтихандарының уртаса балы күп фәндәр буйынса республика күрһәткестәренән юғары булыуын билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы депутаттары Н. Баһауетдинов һәм В. Соколов барлыҡ уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән йылы тәбрикләне һәм уларға һөнәри эшмәкәрлектә яңы ҡаҙаныштар, игелекле уҡыусылар һәм атай-әсәйҙәр теләне.

Иң яҡшы педагогтар район хакимиәтенең, район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Традиция буйынса белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлегенә йомғаҡ яһалды.

Педагогик хеҙмәт ветерандарын хөрмәтләү тантаналы булды, зал уларҙы аяҡ өҫтө тороп алҡышланы. Район хакимиәте башлығы ветерандарҙы шәхсән ҡотланы һәм Рәхмәт хаттары, сертификаттар тапшырҙы.

1 сентябрҙә район мәктәптәрендә хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаясаҡ йәш белгестәрҙе сәләмләү ҙә тулҡынландырғыс булды. 15 уҡытыусы һәм тәрбиәсе хеҙмәт эшмәкәрлеген мәктәптәр һәм балалар баҡсалары менән бәйләйәсәк. Уларға шулай уҡ сәскәләр һәм бүләк сертификаттары тапшырылды.

Район Мәҙәниәт һарайы хеҙ-мәткәрҙәре тарафынан ҡуйылған концерт педагогтарҙың ҙур кәңәш-мәһенә йәм өҫтәне.

Читайте нас: