+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
14 Сентябрь 2018, 14:02

Әҙерһеңме, мәктәп, уҡыуға?

1 сентябргә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Оҙаҡламай мәктәптәрҙә беренсе ҡыңғырау сыңлаясаҡ.

Уға тиклем һуңғы ремонт эштәре тамамланасаҡ һәм йәй буйына ял итеп, яңы көс туплап килгән шат балалар беренсе сентябрҙә мәктәп ишектәрен асып инәсәк.

Әллә йылдың иң матур миҙгеленә тура килгәнгәме, йәйге каникул тиҙ генә үтә лә китә. Тиҙҙән тағы ҡыңғырауҙар шылтырар, уҡыусылар тулҡынланып тағы мәктәпкә юлланыр, яратҡан класы, уҡытыусылары менән осрашыр. Тик мәктәптәр уларҙы ҡабул итергә әҙерме икән? Йылдағыса, быны асыҡлау маҡсатында августа янғын хәүефһеҙлеген, дөрөҫ туҡландырыуҙы, мәктәп-яны баҡсаларының торошон һ.б. тикшереүсе комиссиялар мәктәптәрҙә йөрөп сығасаҡ. Әлеге көндә районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында белем биреү процесы уңайлы шарттарҙа үтһен өсөн яңы уҡыу йылына әҙерләнеү буйынса ғәйәт ҙур эш алып барыла. Белем биреү учреждениеларында уҡыу кабинеттарына, мәктәп ашханаларына, спорт залдарына һәм коридорҙарға еңелсә ремонт яһала. Бынан тыш, йылдан-йыл һәр уҡыу йортонда үҙ ихтыяждары барлыҡҡа килә, сөнки күпселек биналар бер тиҫтә йыл элек кенә төҙөлмәгән, шуға ла барлыҡ заманса талаптарға яуап бирер өсөн уларға йыл һайын ремонт талап ителә, бөгөнгө көнгә тап килгән йыһаздар кәрәк. Ә былар барыһы ла аҡсаға бәйле. Был йәһәттән райондың Первомай мәктәбенә уңыш йылмайҙы. Уларға "Транснефть" йәмғите математика, физика, химия кабинеттарына ремонт яһау һәм йыһаздар алыу өсөн 6 миллион һум аҡса бүлде. Бер үк ваҡытта мәктәптәрҙә көҙгө-ҡышҡы осорға ҡаҙанлыҡтарҙы әҙерләү буйынса эш алып барыла. Булған монометрҙар, газ менән бысраныуға сигнализаторҙар мах-
сус ойошмаға тикшереүгә тап-шырылған. Газ ҡаҙанлыҡтарын техник хеҙмәтләндереү үткәрелгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптәр уҡыусыларҙы яңыртылған килеш ҡаршы алһын, уларға һәм балалар баҡсаһында уңайлы булһын өсөн ҙур эш башҡарыла.

Читайте нас: