Конкурс Бөрйән районының «Ағиҙел» ял һәм һауыҡтырыу лагерында уҙҙы. республика XХ “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү йәш сәсәндәр бәйгеһендә беҙҙең районды Миләүшә Дусиева (фотола) уңышлы яҡланы һәм II урын алып ҡайтты. Миләүшә 8-се булып сығыш яһап, жюри ағзаларын үҙенә ҡарата алды. Эпостың 2007 юлын ятлағайны. Бынан тыш Миләүшә, ҡумыҙҙа һәм һорнайҙа ла уйнап, эпостан өҙөктө мөнәжәт итеп башҡарҙы. Шулай уҡ мәшһүр ҡомартҡының 13 юлын инглиз телендә лә оҫта һөйләне. Беҙҙең Миләүшәбеҙ хеҙмәттәре өсөн Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы һәм планшет менән бүләкләнде.
Конкурстан тыш, лагерь хеҙмәткәрҙәре йәш сәсәндәрҙең ялын да күңелле итеп ойошторҙо. Тарихи ҡомартҡыбыҙ Шүлгәнташҡа экскурсия, Ағиҙел йыл-ғаһында һыу инеү, һәр кис концерт һәм дискотека бәйгене иҫтә ҡалырлыҡ итте. Киске концертта Миләүшә лә ҡатнашты. Ул “Бәхет өсөн” йыры менән сығыш яһаны. Йәш сәсәндәр бәйгеһенән күңел көрлөгө алып, киләһе йылға тағы ла ҡатнашыу теләге, дәрте менән беҙ ҡунаҡсыл Бөрйән ере менән хушлашып таралыштыҡ.