+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
17 Август 2018, 19:20

Изге һөнәр эйәһе

Уҡытыусы һөнәре – иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе.

Уҡытыусы һөнәре – иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Игенсе үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҫтергән игендәрендә күрһә, уҡытыусы иһә уны тиҫтә йылдар буйы үҙе уҡытҡан, тәрбиә биргән балаларҙа күрергә ынтыла. Уның өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ.

Был яҙмам шундай бәхетле, матур ғүмер юлы үтеүсе, изге һөнәр эйәһе, юбилярыбыҙ Сания Нәзиф ҡыҙы Хәйбрахманова тураһында. Ул 30 йылға яҡын ғүмерен үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған шәхес.

Сания Һарыһаҙ ауылында эшһөйәр Вәсилә һәм Нәзиф Вәлиуллиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Һарыһаҙ мәктәбен тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Педагогик эшсәнлеген Алпай башланғыс мәктәбендә башлай. Ә мин уның менән Күгәрсен Бүләк һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләй башлағас таныштым. Мөләйем, йомшаҡ тауышлы йәш уҡытыусыны беҙ тәү күреүҙән яраттыҡ.

Тыумыштан педагог һәләтле кешеләр һирәк осрай. Баланы аңлау, уға ярҙам итергә теләү, психолог таланты, хатта артислыҡ һәләтенең дә булыуы – уҡытыусы бына шундай сифаттарға эйә булырға тейеш. Минең хеҙмәттәшем – тап шундай педагог.

Сания Нәзиф ҡыҙының дәрестәре үҙенсәлекле, яҡшы уйланылған, уҡыусыларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу һәм белемгә ынтылыш уятырлыҡ була ине. Кластан тыш сараларҙы ла тырышып, күңел йылыһын һалып үткәрҙе ул. Район уҡытыусыларына күрһәткән асыҡ дәрестәре һәм кластан тыш саралары маҡтауға лайыҡ уның. Тырышлығы, алдына ҡуйған маҡсатҡа ирешеүе, тыйнаҡлығы һәм ярҙамсыллығы менән ихтирам яуланы. 10 йыл дауамында Күгәрсен Бүләк мәктәбе профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайланды. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, Сания Нәзиф ҡыҙының уҡыусылары урта һәм юғары кластарҙа төплө белем, тырышлыҡ, тәртип менән айырылып торауын әйтә алам. Хеҙмәттәше Бәһиә Нурулла ҡыҙы Шаймарҙанова менән бер-береһенән өйрәнеп, ярҙамлашып, кәңәшләшеп эшләнеләр һәм ҙур уңыштарға өлгәштеләр, районда педагогтар араһында үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Остаздары булараҡ, мин был уҡытыусылар менән ғорурланам.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ул мәктәп администрацияһы һәм муниципаль район хакимиәте мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Әлеге ваҡытта Сания Нәзиф ҡыҙы Түбәнге Зәйет ауылы “Айгөл” балалар баҡсаһында эшләй – ете йыл мөдир булды, бер йыл өлкән тәрбиәсе. Ул бында үҙен оҫта етәксе итеп күрһәтте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур булмаған балалар баҡсаһы коллективын берләштерҙе, мәктәпкәсә балаларҙың ата-әсәләре менән ур-таҡ тел тапты. Балалар баҡсаһын-да ремонт яһалды, ул ысынлап та, гөл-баҡсаға әйләнде.

“Һәләтле кеше бөтә яҡлап та һәләтле” тигән әйтем С. Хәй-брахмановаға тулыһынса тура килә. Ул оҫта етәксе генә түгел, ә ысын күңелдән ижадҡа ғашиҡ кеше лә. Уҡыусыларҙың байрам кисәләрен, уның йырҙар башҡарыуын, шаян сценкаларҙа ҡатнашыуын ауылдаштарым әле лә хәтерләй. Әүҙем йәмәғәтсе, бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланды. Ул шулай уҡ һайлау кампанияларында ла ҡатнаша: оҫта агитатор, һайлау комиссияһы ағзаһы булып тора.

Сания ғаиләһендә лә өлгөлө ҡатын һәм изге әсә. Ире Илдар Рәиф улы менән игелекле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер улар икеһе лә эшләй, үҙ ғаиләләре бар. Оло ҡыҙҙары Ләйсән Өфө ҡалаһында йәшәй, шәхси эшҡыуар. Лиана Октябрьскийҙа төпләнде, әсәһен һөйөндөрөп, уның алтын юбилейына ейән бүләк итте.

Сания Нәзиф ҡыҙы оло йөрәкле, ярҙамсыл, игелекле кеше. Бына 28 йыл инде ҡәйнәһе Флүрә апай менән бергә татыу йәшәйҙәр, үҙ әсәһен тәрбиәләп, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты, хәҙер ауырыу атаһын ҡарайҙар. Сания ханымдың ғаиләһендә матурлыҡ, татыулыҡ, бер һүҙ менән әйткәндә, гармония хөкөм һөрә. Өйҙәрендә таҙалыҡ, баҡсаларында күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр гөрләп үҫә, ихата тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, күп һанлы умарталар – бында, әлбиттә, эшһөйәр, булдыҡлы хужабикәнең өлөшө ҙур.

Йылдар үткән һайын мин шуны яҡшыраҡ аңлайым: тормош юлыңда бер-береңде ярты һүҙҙән аңлаған, фекер берҙәмлеге булған, һинең серҙәреңде, тәрән кисерештәреңде эсенә һыйҙырған кешеләр һирәк осрай. Ә мин был яҡтан бәхетле – ул элекке хеҙмәттәшем, уҡыусым, күршем Сания. Беҙ уның менән аралашып йәшәйбеҙ, ул минән кәңәштәр һорай, беҙгә ҙур ихтирам күрһәтә, бер ғаилә байрамынан да ҡалдырмай.

Май айының матур көндәрендә Сания Нәзиф ҡыҙы алтын юбилейын билдәләне. Ошо матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем. Алда уны күтәренке кәйеф менән бәхетле көндәр генә көтһөн.

Читайте нас: