Икенсе смена инглиз телен өйрәнеүгә бағышланған. Өфө дәүләт нефть-техника университеты студенттары Сьерра-Леоненан Фофама Ишмаил Калие, Конте Шуайп Амаро-Момо һәм Нигериянан Экереке Мессинг Энтони унда вожатыйҙар булып эшләй һәм телгә өйрәтә. Улар көндәлек тормошта ла балалар менән сит телдә һөйләшә.
Смена асылыу тантанаһында балаларҙы район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Татьяна Головина, мәғариф идаралығы етәксеһе Олег Никитин, лагерь директоры Вячеслав Трапезников ҡотланы һәм лагерь тормошонан ҡәнәғәтлек алыуҙарын теләне.
Балалар сәхнәнән үҙ отрядтары, девиздары менән таныштырҙы, концерт номерҙары күрһәтте. Әммә уларҙың иң ҙур теләге – бассейн ине. Һәм бөгөн хыялдары тормошҡа ашты. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов ҡатнашлығында 32 кубометр һыу һыйышлы ҙур бассейн һатып алынды һәм урынлаштырылды. бюджеттан тыш аҡсаға төҙөлгән мунса ял итеүселәр өсөн бүләк булды. Хәҙер балаларға ваҡыттарын сәләмәтлектәре өсөн файҙалы итеп үткәрәһе генә ҡала.