+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
30 Июль 2018, 13:04

Туҡта, кем унда?.. Ҡурай килә

– Ысынлап та шулай була шул... – музыка мәктәбе директоры Рәмзин Әбсәләмов элекке уҡыусыһының тормошона бәйле хәтирәләрҙе иҫенә төшөрөп йылмая.

– Ысынлап та шулай була шул... – музыка мәктәбе директоры Рәмзин Әбсәләмов элекке уҡыусыһының тормошона бәйле хәтирәләрҙе иҫенә төшөрөп йылмая. – Тимур Климов һөнәре буйынса нефтсе. Канадала эш тапҡан. Унда беренсе тапҡыр барғанда аэропортта йөктәр тикшергәндә уның оҙонса сәйер ҡын-һауыты шик уята. Асып күрһәтеүҙе талап итәләр. Шул саҡ Тимур һауыттан ҡурай тартып сығара. Һәм... уйнап ебәрә. Шундай итеп уйнай, тирә-яҡтағыларҙың барыһын – аэропорт, полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм килгән, киткән кешеләрҙе әсир итә...

Өфө сәнғәт институтын тамам-лағас, Рәмзин Рәфҡәт улы Октябрьский музыка колледжында эшләй. Тормош көйләнгән, барыһы ла үҙ яйы менән тәгәрәй. Ләкин 2004 йылда Туймазыға күсергә тәҡдим алғас, һис икеләнеп тормайынса ризалаша – яңы һулышҡа ихтыяж кисереүен аңлай.

"Родина" мәҙәниәт йортонда Әбсәләмов "Хазина" ансамбле ойоштора, унда педагогия колледжы студенттары, һуңыраҡ – музыка мәктәбендә уҡыған балалар уйнай. Ике йылдан ул "музыкалка"ға күсә һәм ҡурайсылар әҙерләүгә ныҡлап тотона. Ул фольклор бүлексәһендә шөғөлләнгән һәм, әйтәйек, баян һәм гитара менән бер рәттән халыҡтың ошо уйын ҡоралында ла уйнарға өйрәнергә теләгән балаларҙы туплай.

Әбсәләмов, мәктәптәргә йөрөп, балаларҙы ошо уйын ҡоралы менән таныштыра, аңлата. Бер ваҡыт 1-се гимназияла, ҡурайҙың мөмкинлектәрен күрһәткәс, уға шунда уҡ 30 бала яҙыла! Дөрөҫ, бер аҙнанан уларҙан ни бары унау ҡала. Шул иҫәптән, рус егете Андрей Макаров. Педагогты киҫәтәләр: булдырырмы икән – ябай егет түгел, сабырлығы менән маҡтана алмай... Ни ғәжәп – Андрей һәр дәресте иғтибар менән тыңлай, тырышып-тырышып шөғөлләнә. Айырыуса, боронғо оҙон көйҙәрҙе яратып өйрәнә, хатта төрлө бәйгеләрҙә лауреат була. Бер аҙҙан дөйөм белем биреү мәктәбендә лә ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлай. Уҡытыусылар таң ҡала – ҡара һин уны, ҡурай Макаровты тамам кеше итте бит! Хәҙер Андрей режиссёр белгеслеге буйынса Санкт-Петербург университетында уҡый.

Сентябрҙә ҡурайсыларҙың өлгөлө "Хазина" ансамбле ойошторолоуға 15 йыл була. Байрам тантанаһына элекке уҡыусылар – Венер Төлкөбаевты (Мәскәүҙә эшләй), күп төрлө бәйгеләр лауреаты, Президент гранты эйәһе, хәҙер Ҡазанда йәшәгән һәм эшләгән Альберт Лотфуллинды көтәләр.

Был ансамблдең төп төркөмөндә барлығы 16 кеше. Кесе йәштәгеләр төркөмө лә үксәгә баҫып килә. Шул дәүерҙән барлығы кәмендә 50 музыкант "етлеккән". Репертуар байыуҙа Фәиз Шәриповтың тырышлығы ҙур. Ул Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт институтының фольклор фондына етәкселек итә. Унда боронғо башҡорт йырҙары һәм көйҙәренең кәмендә 10 мең яҙмаһы һаҡлана.

Үҫмерҙәр халыҡ күңеленә хуш килгән "Одинокий пастух", "Полёт кондора" әҫәрҙәрен дә өйрәнә, Мексика моңдары менән таныша.

Үҫмерҙәрҙең эшсәнлеге таң ҡалдыра. Улар йыл һайын Өфөлә үткән бәйгеләрҙә ҡатнаша. 2004 йылда Октябрьскийҙа ҡурайсылар бәйгеһе дипломдарына эйә була. Шунда уҡ, тағы ике йылдан улар – өсөнсө төркөм лауреаттары. "16 йәшкә тиклем" бүлегендә иһә ансамблдәр араһында дүртенсе йыл рәттән – беренсе урын. Сочи, Волгоград, Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәүгә бөтә Рәсәй фестивалдәренә даими йөрөйҙәр.

– Йәштәр боронғо уйын ҡоралдары, халыҡ көйҙәре менән көндән-көн нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланы, – ти Рәмзин Рәфҡәт улы. – Ҡурайҙа элек-электән, ғәҙәттә, ир-егеттәр уйнауға ҡарамаҫтан, хәҙер хатта, ҡыҙҙар ҙа үҙен һынап ҡарай. Мәҫәлән, беҙҙә уҡыған Рената Ҡаһарманова Октябрьскийҙа үткән ҡурайсылар бәйгеһенең өсөнсө дәрәжә лауреаты булды.

– Етәксе булараҡ миңә ла сәхнәлә сығыш яһарға тура килә. Ҙур яуаплылыҡ был. Талаптарға ярашлы булыу өсөн көн һайын кәмендә бер сәғәт үҙ өҫтөмдә эшләйем, – ти Рәмзин Рәфҡәт улы.

Яңы көйҙө өйрәнеү өсөн ваҡыт талап ителә. Уҡыусым Радмир Ғүмәровтың хәтере иҫ киткес яҡшы. Шул тиклем зиһенле – яңы әҫәрҙе ярты сәғәт уйнағас та отоп ала. Тик бындай һәләт һәр кемгә дә хас түгел. Бер ваҡыт күренекле ҡурайсы, республиканың халыҡ артисы менән һөйләшергә тура килде: ул үҙенә сәхнәгә алып сыҡҡансы көйҙө бер һәм хатта ике йыл уйнарға, шымартырға тура килеүе тураһында һөйләп торҙо. Оҫта уйнауға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ҡурайсылар әҫәрҙе шунда уҡ отоп ала алмай. Шуға күрә ул көйҙө – өйөндә, автомобилдә китеп барғанда ҡат-ҡат тыңларға мәжбүр...

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Туймазы музыка мәктәбендә саксофон, гобой, думбыра, синтезатор синыфы асылған. Бәрмә уйын ҡоралдары синыфы астырыуҙы үтенеп мөрәжәғәт итеүсе байтаҡ. Ләкин бының өсөн махсус бүлмә йыһазларға һәм белгес табырға кәрәк.

Читайте нас: