-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
30 Июль 2018, 13:06

Мәктәптә – тынлы оркестр

Ҡатай урта мәктәбендә тынлы оркестр ошо мәктәпкә бар ғүмерен бағышлаған директор Рауил Дәүләтов тарафынан үткән быуаттың 70-се йылдарында ойошторолғайны.

Ҡатай урта мәктәбендә тынлы оркестр ошо мәктәпкә бар ғүмерен бағышлаған директор Рауил Дәүләтов тарафынан үткән быуаттың 70-се йылдарында ойошторолғайны. Ул ваҡытта Р. Дәүләтов, оркестр менән эшләү өсөн махсус белемле кеше кәрәклеген аңлап, музыка уҡытыусыһы Рәмил Хәсәновты курстарға ебәрә.

Шунан башлап, Рәмил Йәмиғнур улы ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем ошо изге эшкә тоғро ҡалды: 40 йылдан артыҡ ансамблдең етәксеһе булып, бер нисә быуын музыкантты оло юлға баҫтырҙы. Үҙе тәрбиәләгән, оркестрҙа шөғөлләнгән мәктәп уҡыусылары яратҡан остаздарын һуңғы юлға “Прощание славянки” көйөн уйнап оҙатты... Ул ваҡыттағы мәктәп директоры
Ф. Ғабдуллин ошо эште дауам итеү тәҡдиме менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт итеп ҡараһа ла, бер кем дә был яуаплы эшкә баҙнат итмәне. Оркестрҙың эшмәкәрлеге шулай туҡтап ҡалғайны.

2017 йылдың декабрь аҙағында район администрацияһы башлы-ғының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Фәрит Хәйбрахманов инициативаһы менән мәғариф бүлеге начальнигы Л. Ғә-лиева һәм Балалар ижад йорто директоры Л. Чатырова тарафынан Ҡатай урта мәктәбенең өҫтәлмә белем биреү педагогы Р. Гәрәевҡа тынлы оркестр эшен яңынан тергеҙеү эше йөкмәтелде. Баштараҡ икеләнеберәк ҡараһа ла, Радик Әхмәтзәки улы уға ең һыҙғанып тотондо. Район Мәҙәниәт һарайынан, Балалар музыка мәктәбенән алып ҡайтып, мәктәптә һаҡланған музыка ҡоралдарын йыйып, уҡыусылар һайлап алып, 2018 йылдың ғинуар аҙағында эште ойоштороп ебәрҙе.

Ҙур һәм бәләкәй барабандарҙа, 3 корнет, тенор, баритон, альт инструменттарында 9 малай һәм Р. Гәрәев үҙе уйнай. Риназ Агмалов (2-се класс), Айгиз Күсемов, Илдус Сәлихов (3-сө класс), Азамат Хөснөтдинов, Арсен Зиннуров (4-се класс), Алан Әхмәтдинов, Алмаз Ғәзетдинов (5-се класс), Илмир Мөхәмәтов һәм Рәсүл Закиров (6-сы класс) – ысын мәғәнәһендә бөгөн мәктәптең ғорурлығы. Малайҙар бәләкәй генә булһалар ҙа, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Катюша”, “Мечта поэта”, “Тоска по Родине”, “Пусть всегда будет солнце”, “Привет музыкантам” кеүек мәшһүр көйҙәрҙе ярайһы уҡ оҫта башҡарырға өйрәнеп кенә ҡалманы, ауылда ла, район үҙәгендә лә сығыш яһарға һәм тамашасы мөхәббәтен яуларға өлгөрҙө. Әлбиттә, балаларҙың уңышында ансамбль етәксеһе Р. Гәрәевтың өлөшө ҙур, хеҙмәте оло ихтирамға лайыҡ.

Ансамблдең сығышын матур сәхнә кейемдәре тағы ла байытып ебәрә. 14 кешегә костюм тегеү өсөн финанс ярҙамын Ф. Хәйбрахманов бүлде, етешмәгән кәрәк-яраҡ һәм ҡайһы бер уйын ҡоралдары ла уның ярҙамы менән һатып алынды. Ансамбль етәксеһе Р. Гәрәев һәм мәктәп директоры В. Нурисламов уға ысын күңелдән рәхмәтле.

Киләсәктә ансамблдең репертуары тағы ла байыр, уның рәттәре яңы йәш музыканттар менән тулыланыр, сығышы һәр байрамдың сағыу биҙәге булыр, тип ышанғы килә.

Читайте нас: