+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
22 Июнь 2018, 13:25

Салауаттың утлы рухы йәш йөрәктәргә күсһен

Салауат батыр рухы, уның батырлығы бөгөн беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Эйе, йәшәй! Был һис тә арттырыу түгел.

Салауат батыр рухы, уның батырлығы бөгөн беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Эйе, йәшәй! Был һис тә арттырыу түгел. Һуңғы арала телебеҙ яҙмышына, халҡыбыҙ киләсәгенә ҡағылышлы төрлө һынауҙар аша артылғанда батырыбыҙ рухы беҙгә көс, дәрт биргәндәй. Салауатыбыҙ исемен йыш телгә алыуыбыҙ, туған телебеҙҙе уҡытыуҙа тыуған ҡаршылыҡтарға дәррәү ҡушылыуҙар теге йәки был ғәйептәрҙе кире ҡағыуҙа ла беҙҙе көрәшкә әйҙәгәндәй.

Йәшәү – көрәш, еңеүгә ынтылыу ҙа көрәш. Батырҙарыбыҙ ҙа ошо көрәшкә бөтә көсөн, таһылын, яуаплылығын, тырышлығын еребеҙгә, илебеҙгә, халҡыбыҙға булған мөхәббәте аша һалған.

Ошо мөхәббәт инде нисә йылдар дауамында үткәрелеп килгән “Салауаттың утлы рухы йәш йөрәктәргә күсһен!” исемле байрамда сағыла. Май айында, уҡыу йылына йомғаҡ яһау маҡсатында, йыл дауамында төрлө сараларҙа, бәйге-конкурстарҙа призлы урындар алған уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтә. Бына ошонда күренә лә инде йәш салауатлылар. Үҙҙәре сая, дәррәү, таһыл, дәртле, ә иң мөһиме – рухлы!

Йылдың йылы яңы исемдәр асыла. Улар яулаған үрҙәрендә туҡталып ҡалмай, сәмләнеп тағы ла юғарыраҡ күтәрелә, үҙҙәре артынан кескәйҙәрҙе әйҙәй, уларға ниндәйҙер кимәлдә терәк-таяныс та була белә. Бына ошо байрамда күренә лә Салауатыбыҙ рухының йәш йөрәктәргә күсеүе! Был байрамда юбиляр шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында, “Туған телен иң яҡшы белеүсе” бәйгеһендә, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр, эпостан өҙөк сәхнәләштереү ярышында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән иң-иңдәрҙе тәбрикләйҙәр. Ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ байрамына әйләнгән Салауат көндәрен йыл дауамында һәр бала көтөп ала, унда ҡатнашыу бәхетен ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Сөнки уға тик тырыштар, уҡыуҙа яҡшы өлгәшкәндәр генә лайыҡ.

Быйылғы йомғаҡлау байрамы ҡаланың 1-се гимназияһында үтте.

Сара батырыбыҙ һүҙенә, халыҡ көйөнә яҙылған “Уралым” йыры менән башланып китте. Алып барыусылар Салауаттың биографияһына ҡыҫҡаса байҡау яһап, уның йән аямай ҡыйыу булыуына, иле, ере, халҡы һәм теле өсөн йәнен бирергә әҙер батыр икәненә туҡталды.

Конкурс еңеүселәрен ҡотлау йыр-бейеү, концерт номерҙары аша үрелеп барҙы. Туймазы музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары сығышын һәр кем көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.

Сәхнәгә юбиляр шағирҙарыбыҙға бағышланған шиғыр конкурсы еңеүселәре Фәрит Яратов, Таһир Фәррәхов, Аделина Хөсәйенова, Сафия Ғәлләмова, Рания Йәмғиева, Диана Хәлиуллина күтәрелде. Улар был юлы ла һынатманы, һәр береһе үҙҙәре ятлаған шиғырҙы күңел биреп башҡарҙы. Балалар уҡытыусы-ветеран, башҡорт теле уҡытыусылары методисы А. Ситдикова ҡулынан сағыу бүләктәр алып ҡыуанды.

“Туған телен иң яҡшы белеүсе” бәйгеһе лә быйыл ойошҡанлыҡ менән үткәйне. Унда туған телен белергә ынтылыусы, тыуған яғы тарихын өйрәнгән, хатта тәржемә эше менән ҡыҙыҡһынған балалар ҡатнашҡайны. Хатта башҡорт теленә мәҙхиә яҙыу өлөшөндә лә һынатмай балалар. Һәр береһе күңеленән сыҡҡан ижад емештәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөп, иптәштәре хөкөмөнә сығарырға ашыға. Бар, бар араларында Салауаттың утлы рухы күскән балалар! Улар – Альбина Әхмәҙиева (Туймазы 2-се мәктәбе), Рената Ғимазетдинова (1-се гимназия), Фатиха Самикаева (1-се интернат-мәктәп), Сулпан Буранғолова (Кәкребаш мәктәбе), Радмила Шихморатова (Ҡандра 2-се мәктәбе). Радмила иһә туған теленә арнап яҙған мәҙхиәһен яттан һөйләп ишеттерҙе. Телһөйәр уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙарын Башҡортостандың мәғариф алдын-ғыһы, 6-сы мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Г. Бикбулатова тапшырҙы.

Районыбыҙҙа үткәрелгән тағы ла ҙур конкурстарҙың береһе – «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе. «Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Был сарала балалар эпосты яттан һөйләп кенә ҡалмай, ә унан өҙөк сәхнәләштерә. Ҡала мөхитендә йәшәгән бала-ларҙың данлыҡлы эпостан өҙөк сәхнәләштереүе үҙе үк батырлыҡ! Байрамда ҡаланың 4-се мәктәп уҡыусылары үҙҙәре әҙерләгән өҙөктө күрһәтте.

Унан һуң сәхнәгә береһенән береһе бәләкәй бәйгеселәр күтәрелде. Күҙҙәрендә осҡон янған, башҡорт милли кейемендәге ошо кескәйҙәргә ҡарайһың да, ирекһеҙҙән күҙгә йәш килә, ғорурлыҡ хисе уяна. Ана ниндәй рухлы, сая, ҡыйыу алмаш үҫә! Салауат вариҫтары!

Асия Яратова (4-се мәктәп), Ынйы Вәлитова (Ҡандракүл мәктәбе) – 1-се класс уҡыусылары. Тасуири итеп, илһамланып, образға инеп һөйләне кескәйҙәр эпосты. Айгизә Ғәлиуллина (Ҡандра 2-се мәктәбе), Динә Хәлиуллина (Ҡандра 1-се мәктәбе), Туймазы ҡалаһы 4-се мәктәбе уҡыусылары ағалы-һеңлеле Яратовтар – Фәрит менән Асияға ҡарап һоҡланып туя алманы тамашасылар. Еңеүселәрҙе Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Г.Фазуллина ҡотланы. Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы ошо рухлы балаларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләргә лә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

– Ғаиләлә телгә һөйөү, иғтибар һәм ихтирам булғанда ғына киләсәгебеҙ өмөтлө, яҡты. Балаларыбыҙ бөгөн туған телебеҙҙә халҡыбыҙҙың ынйыларын илһамланып, рухланып һөйләй икән, тимәк, телебеҙ йәшәргә хаҡлы. Кескәйҙәр күңелендәге осҡондо күреп, һүндермәй ялҡын биреүенә булышлыҡ итһәк, халҡыбыҙ йәшәр, Салауатыбыҙ рухы йәш күңелдәрҙә сағылыр. Ә был тәңгәлдә уҡытыусыларыбыҙға ла сабырлыҡ, ижади үрҙәр, рух ныҡлығы теләйем, – тине Гәүһәр Йәүҙәт ҡыҙы. Ул ҡала башҡорттары ҡоролтайы исеменән алдынғы уҡытыусыларҙы ла билдәләне.

Башҡортостан – тыуған илем,

Һиндә үҫтем, һиндә йәшәйем.

Һинең һулыш, тимәк, минең

һулыш,

Һинең менән бергә йәшнәйем – тип, бергәләп шағир Р. Шәкүрҙең “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән тамамланы байрамды Салауат вариҫтары!

Туған телен, мәҙәниәтен өҙөлөп һөйгән, күңелендә башҡорт булыуына оло ғорурлыҡ тойғоһо йөрөткән, ҙур маҡсаттар ҡуйып алға ынтылған ҡыҙҙары, егеттәре булған халыҡтың киләсәге өмөтлө.

Һаҡлайыҡ, яратайыҡ Тыуған иле-беҙҙе, телебеҙҙе! Яҡшы уҡыуыбыҙ, тырыш хеҙмәтебеҙ менән данлайыҡ уны тип таралышты байрамдан кескәй рухташтар, алдынғы ҡарашлы Салауат вариҫтары!

Читайте нас: