+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
21 Июнь 2018, 19:04

“Тормош-бәйге” дауам итә

Минеңсә, М. Кәримдең был һүҙҙәре беҙҙең – уҡытыусыларҙың тормошо хаҡында кеүек.

“Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең,

Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.

Ә мин инде бөтә ғүмерем буйы

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ!”

Минеңсә, М. Кәримдең был һүҙҙәре беҙҙең – уҡытыусыларҙың тормошо хаҡында кеүек. Бөгөн педагогтар ниндәй генә бәйгеләр, ярыштар һәм олимпиадаларҙа ҡатнашмай! Был саралар үҫеү, оҫтарыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр аса. Миңә лә яңыраҡ мәртәбәле бәйгеләрҙең береһендә ҡатнашырға тура килде.

Быйыл март-апрель айҙарында һөнәри белем биреү ойошмалары араһында “Йыл уҡытыусыһы-2018» республика конкурсы үтте. Был сара Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы менән бер-лектә Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан Республикаһының һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары Советы тарафынан ойошторолдо. Һәләтле һәм ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелгән конкурста ҡатнашыусылар биш турҙан торған бәйгеләрҙә һынау тотто. Улар интернет селтәрендә электрон портфолио булдырҙы, таныш булмаған студенттар менән дәрес үткәрҙе, дәрескә анализ яһаны, кластан тыш дәрес ойошторҙо, конкурсанттар менән мәғариф өлкәһендә мөһим мәсьәләләр буйынса дебатта ҡатнашты, үҙҙәренең педагогик концепцияһын яҡланы.

Бәйге шарттары буйынса ярыштың тәүге этабы уҡыу йорттарында ойошторолдо. Икенсе этапта колледж еңеүселәре региондарҙа һынау тотто. Өсөнсө этапта финалға сыҡҡан ете уҡытыусы үҙ-ара көс һынашты.

Конкурста төрлө фән уҡытыусылары ҡатнашты. Бына, мәҫәлән, Бәләбәй гуманитар-техника колледжы базаһында ойошторолған республиканың Октябрьский регионы һөнәри белем биреү ойошмалары араһында уҙғарылған бәйгелә тарих, рус теле һәм әҙәбиәте, информатика, математика, иретеп йәбештереү эше, инглиз теле, башҡорт теле предметтары буйынса педагогтар осрашты. Икенсе этапта ярыш бик сәмле барҙы. Сөнки бәйгелә оло тәжрибә туплаған, мәғарифҡа 25-30 йыл ғүмерен бағышлаған уҡытыусылар менән көс һынаштыҡ. Ә бына республика этабында мин “өлкән уҡытыусылар” иҫәбендә йөрөнөм. Сибай күп профилле колледжынан килгән физика уҡытыусыһы Венера Ҡаһарманованың ғына эш стажы минекенән күберәк – 28 йыл ине, ҡалған уҡытыусылар беҙҙән күпкә йәшерәк ине.

Һөнәри белем биреү ойошмалары араһында уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы-2018» республика кон-курсының һуңғы этабы Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында үтте. Өс көн дауамында барған ярышта республиканың иң көслө уҡытыусылары менән ярышыу минең өсөн ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа тойолдо. Жюри составында В. Аристархов, В. Бәхтиәрова, Е. Верещагина кеүек абруйлы ғалимдар, уҡытыусылар, мәғариф бүлектәре белгестәре эшләне. Ҡатмарлы өс көн тиҙ генә үтте лә китте. Бәйгеселәр бер һынауҙа ла һынатманы. Һәм мин – “Милли йолаларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияһындә еңеүсе!

Дөйөм алғанда, республика кимәлендәге ярышта ҡатнашыуыма шатмын. Матур, дәртле, көслө уҡытыусылар менән көс һынаштым һәм һынатманым, шуға ғорурланам. Үҙемдең колледж уҡытыусылары, студенттары һәм ғаиләм оло терәк булды, уларға рәхмәтлемен.

Шулай итеп, был бәйге тамамланды, ә “тормош-бәйге” дауам итә.

Читайте нас: