Тырыш ҡыҙ уҡыу йортон уңышлы тамамлай. Уҡытыусы-филолог, тәржемәсе һөнәрен үҙ-ләштергән юғары белемле йәш белгес 1986 йылда үҙенең тыуған яҡтарына ҡайта. Уны Өйҙрәкбаш урта мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Яңы көс туплап ҡайтҡан сит телдәр уҡытыусыһын уҡыусылар бик йылы ҡабул итә. (Ул ваҡытта ауыл мәктәптәрендә юғары белемле сит тел уҡытыусыһы бик һирәк күренеш ине). Тырыш уҡытыусының ойоштороу һәләтен күреп, уны мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар.
Рәйсә Мәжит ҡыҙы, үҙенең төп эшенән тыш, тарих менән ҡыҙыҡһына. Тиҙҙән мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдыра, унда бик бай материал туплай, тарихты өйрәнеү буйынса бик ҙур эштәр башҡара.
2012 йылда Рәйсә Төхфәтуллинаға Өйҙрәкбаш мәктәбенә директор булырға тәҡдим итәләр. Һәм ул әлеге көнгә тиклем ошо мәктәпте етәкләй. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәпкә яҡшы ремонт яһалды, матди-техник базаны нығытыу буйынса күп эшләнде.
Юғары категориялы педагог, йәмәғәт эшмәкәре Рәйсә Мәжит ҡыҙы хеҙмәтендә өлгәшкән уңыштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф ал-дынғыһы” билдәһенә лайыҡ булды, БР мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Ә күптән түгел уға башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға күп көс һалғаны, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
12 апрелдә үткән Мең ырыуы йыйынында Р. Төхфәтуллина яңы барлыҡҡа килгән “Мең ырыуы” региональ ойошмаһы (РОО “род Мин”) Советы рәйесе урынбаҫары итеп һайланды.