+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
29 Май 2018, 18:47

“Урал батыр” – тағы сәхнәлә

Баҡалы 2-се урта мәктәбендә башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр” эпосы район конкурсы үтте.

Баҡалы 2-се урта мәктәбендә башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр” эпосы район конкурсы үтте.

Эпостың йөкмәткеһен өйрәнеү һәм уны таратыу, уҡыусыларҙың поэтик һәм импровизаторлыҡ талантын үҫтереү, телмәрҙе, хәтерҙе, тауышты һәм фекерләү мәҙәниәтен камиллаштырыу, тыуған яҡ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек мөһим маҡсаттарға ирешеү күҙ уңында тотолдо конкурста.

Быйылғы конкурс, башҡа йылдарҙан айырмалы булараҡ, яңы форматта үткәрелде. Быға тиклем эпостың тексын мөмкин тиклем ҙур күләмдә ятлау маҡсаты булһа, быйыл командалар алдында уның йөкмәткеһе буйынса сценарий яҙып, шуны сәхнәләштереү бурысы торҙо.

Бәйгелә район мәктәптәренән 12 команда үҙ көсөн һынаны. Һәр команда 3-8-се кластарҙа уҡыусы 4 кешенән торҙо. Положение буйынса, артислыҡ, аудитория менән идара итә белеү һәләте, оригиналлек, команданың тамашасыға эмоциональ тәьҫир итеү оҫталығы төп баһалау критерийҙары булды. Һәр команда образға инеп, бирелеп уйнарға тырышты, һәр "артист" үҙ ролен яҡшы белеүе менән һоҡландырҙы.

Эпостан өҙөктәр сәхнәләштереүсе командаларҙан әзмейлеләр, ҡаҙан-сылылар ысын йәнлек тирелә-рен урынлы ҡулланып, эпоста һүрәтләнгән тәүтормош-община ҡоролошон кәүҙәләндерҙе, 2-се мәктәптең декорацияһы матур ине, Ҡорос мәктәбенең дә оригиналь күренештәре булды. Презентация, музыка, бейеү фрагменттары ҡулланыу ҙа ситтә ҡалманы. Ҡыҫҡаһы, бәйгелә ҡатнашҡан һәр команда эшкә етди ҡараған, тиһәк, хата булмаҫ. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса кураторы Э. Мөхәмәҙиева рәйеслегендәге баһалама ағзаларының эше еңелдән булманы. Комиссия ҡарары буйынса, 1-се урын Баҡалының 1-се урта мәктәбенә бирелде, 2-се урында – Ҡатай урта мәктәбе, 3-сө урын – Әзмей төп дөйөм белем биреү мәктәбендә. “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында Урманай урта мәктәбенән Гөлназ Ахунова айырылып торҙо. Баҡалының 1-се мәктәбе уҡыусыһы Камил Ғәлләмов “Иң яҡшы ир-ат ролен башҡарыусы” тип танылды. 2-се мәктәп командаһы – “Импровизаторлыҡ таланты”, Иҫке Ҡуян төп дөйөм белем биреү мәктәбе “Аудитория менән идара итеү” номинацияларында бүләкләнде. Еңеүселәргә һәм призерҙарға Э. Мөхәмәҙиева мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы, уңыштар теләне.

Әлбиттә, конкурста ҡатнашҡан һәр команда еңеүсе була алмай. Әммә ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыу уҡыусыға үҙен сит аудитория алдында тоторға өйрәнеүгә, үҙ көсөнә ышаныуға булышлыҡ итә. Ә “Урал батыр” эпосы баланың күңеленә изгелек орлоҡтары һала, тормошҡа дөрөҫ ҡараш формалаштыра, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә, туғанлыҡ хистәрен нығыта. Шуға күрә сарала ҡатнашҡан уҡыусының да, уҡытыусының да хеҙмәте бушҡа китмәйәсәк.

Бәйге бының менән генә тамамланманы әле. Уның зона этабында Әзмей, Мостафа һәм Баҡалы 1-се мәктәптәренән 4 кешелек йыйылма команда районыбыҙ данын яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар юлдаш булһын, Урал батыр рухы үҙе фатихаһын бирһен.

Читайте нас: