+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
29 Май 2018, 18:41

Һәр тауҙың үҙ тарихы

Бишҡурайҙа тарихи ваҡиғаларға бәйле тауҙар бик күп. Уларҙың риүәйәттәре бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Ауылға ингәс тә, һулда, Ноғай тауы күренә.

Бишҡурайҙа тарихи ваҡиғаларға бәйле тауҙар бик күп. Уларҙың риүәйәттәре бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Ауылға ингәс тә, һулда, Ноғай тауы күренә.

1938 йылғы ауылдашыбыҙ Мирзаһит Вафин һүҙҙәренә ҡарағанда, XV быуаттарҙа Ҡазанға ноғайҙар сауҙа менән бара торған булған. Ноғайҙар тигәнем, Алтын Урҙа таралғас, Ноғай ханлығы (Ҡазағыстан, Ырымбурҙың көнья-ғы) барлыҡҡа килә. Бына шул ханлыҡтан килгән сауҙагәрҙәр ошо тау битләүендә туҡтап, шишмә буйында ашарға бешереп, ял итә торған булғандар. Тау атамаһы шул дәүерҙән ҡалған.

Даим Ғәни улы Яушев Иштуған тауының риүәйәтен ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Әғзәм Ҡормашевтан яҙып алған: Иштуған – XVIII быуатта ике бер туған мари Перьм яғынан бында килеп сыға. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан төбәкте бик оҡшатып, ошонда төпләнергә булалар һәм йәнәшә йорт һалалар ҙа татыу ғүмер итәләр.

Хәниф һәм Зәкиә Миниғәли-мовтар һөйләүенсә, Тимерле ҡул тауының исеме ошонда 3-4 быуат элек тимер рудаһы табылыуға бәйле. Хәҙер унда шифалы һыулы өс шишмә бәреп сыҡҡан. Һыуы зәңгәрһыу төҫтә, составында аҙ ғына тимер бар, тимәк.

1942 йылғы Мөнәүәрә Ситди-
ҡова һүҙҙәренә ҡарағанда, Арыу әбей ҡабырғаһы – тау ҡабырғаһы буйлап һалынған юлдан йөк тейәп ҡайтҡанда, фурманы ауып, бер әбей йөк аҫтында үлә. Шуға ”Арыу ғына әбей ине, мәрхүмә...” – тигәндәр.

“Ҡайһы бер атамаларҙың сере һүҙҙең мәғәнәһендә һаҡлана, – тип һөйләне 1941 йылда ошо ауылда тыуған Хәзиев Рәшит Әхмәтгәрәй улы. Беттекәй тауы – текә тауҙан егеүле атта йөк менән төшкәндә “Бөттөк, әй!” – тип ауып китеү ҡурҡынысы булғанда әйтелгән.

Даим Яушев һөйләүе буйынса, Урыҫ тауының риүәйәте шундай: революция ваҡытында ошонда бик ҡаты һуғыштар булған. Яу тынғас, халыҡ үҙенең батырҙарын хөрмәтләп зиратҡа урынлаштырған, ә араларындағы урыҫты, дине христиан, тип, мосолман зиратына түгел, ә ошо тау башына ерләгәндәр. Тәүҙә “Урыҫ ерләнгән тау” тип, һуңыраҡ “Урыҫ тауы” тип йөрөтә башлағандар.

1941 йылғы Тәғзимә Йомағолова һөйләүенсә, Ғабдрахман тауы ошо тау битләүенә ҡайын, шыршы ағастары ултыртҡан кеше менән бәйле. Ғабдрахман шул тиклем ныҡыш кеше булған, бер йылды алынмаған үҫентеләр урынына икенсе яҙҙа ҡабат өҫтәп сыҡҡан. Ул үҙ һүҙендә торған: ошо тауҙы урман менән ҡаплаған.

Ҡарағол тауы – ауылдың иң бейек тауы. Рәшит ағай Хәзиев һөйләүенсә, тау башына ҡаланса ҡуйылған һәм ҡарауылға кеше тәғәйенләнгән булған. Янғын сығыуын, яу килеүен йыраҡтан уҡ күреп ҡалып, “Ҡарауыл!” – тип ҡысҡыра торған булған. Шул дәүерҙән был һүҙ тау атамаһы булып киткән, йылдар үтеү менән Ҡарағолға әйләнгән.

Читайте нас: