+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
29 Май 2018, 18:44

“Аҡыллы каникулдар” гөрләне!.

Яҙғы каникул осоронда башҡорт һәм татар телдәрен яҡшы белгән, төрө сараларҙа, олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан һәләтле балалар өсөн ҡаланың 6-сы мәктәбендә “аҡыллы каникулдар” гөрләп үтте.

Яҙғы каникул осоронда башҡорт һәм татар телдәрен яҡшы белгән, төрө сараларҙа, олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан һәләтле балалар өсөн ҡаланың 6-сы мәктәбендә “аҡыллы каникулдар” гөрләп үтте. Лагерҙың программаһы буйынса 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се мәктәптең башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусылары ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә алымдар тәҡдим итте. Улар программа буйынса үткән темаларҙы иҫкә төшөрҙө, тест һорауҙарын тикшерҙе, йырҙар өйрәнде, онлайн-режимда интернет-сервисҡа инеп, башҡорт теле буйынса төрлө күнегеүҙәрҙе ҡыҙыҡһынып башҡарҙы. Башҡорт, татар халҡының милли йолаларына ла иғтибар ителде, уҡытыусылар балалар менән бергәләп теге йәки был йоланың килеп сығыу тарихын байҡаны. Яҙ миҙгеле булараҡ, ҡоштар ҡайтыуын нисек ҡаршылауҙары, уларға оялар яһау юлдары асыҡланды. Шулай уҡ уҡыусылар менән осрашыуға яҡташ яҙыусы-шағирҙар килде. “Алтын башаҡ” әҙәби берләшмәһе етәксеһе, шағир Хәкимйән Хәбибуллин, шағирә, журналист Гөлмирә Бикбулатова менән осрашыу йылы шарттарҙа үтте. Музыка мәктәбе уҡытыусыһы Азамат Әлмөхәмәтов башҡарыуындағы ҡурай моңдары бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырманы. Улар башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы менән танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

Лагерҙың һуңғы көнөндә һәләтле уҡыусылар бер тауыштан 6-сы мәк-тәп администрацияһына, башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусыларына, уларҙы йылы, тәмле аштар менән һыйлаған мәктәп ашнаҡсыларына рәхмәттәрен белдерҙе. Улар ял көндәрен файҙалы ла, күңелле лә үткәреүҙәренә шат булып, һуңғы уҡыу модулен яңы көс-дәрт менән дауам итеүен белдерҙе.

Читайте нас: