+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
14 Май 2018, 16:46

Был донъяла минең урыным

Ай аҙағында "Йыл уҡыусыһы – 2018" район бәйгеһе үтте. Был конкурста йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, уҡыу алдынғылары булған уҡыусылар һынау тотто. Ярыш башында уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы.

Ай аҙағында "Йыл уҡыусыһы – 2018" район бәйгеһе үтте. Был конкурста йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, уҡыу алдынғылары булған уҡыусылар һынау тотто. Ярыш башында уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы.

Артабан балалар “Был донъяла минең урыным” тигән ижади презентацияла көс һынашты.

Тағы ла бәйгеселәр тыуған яҡҡа бағышланған “Минең тыуған илем бик киң” тигән викторина һорауҙарына яуап бирҙе. “Туризм – тыуған яғымдың киләсәге” проектын яҡланы, был эште дөрөҫ ойоштороуҙың тотош төбәк өсөн әһәмиәтле, файҙалы буласағын иҫбатланы, үҫешкә бәйле тәҡдимдәрен индерҙе. “Мин – граждан” тигән өйгә эш менән сығыш яһап, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын күрһәтеп, тормошҡа ниндәй кимәлдә әҙер икәнлеген күрһәтте йәштәребеҙ. Сәсәнлек ярышында үҙҙәренең оҫталыҡтары менән һәр кемде таң ҡалдырҙы улар.

Бәйгеселәр төрлө номинация-ла билдәләнеп, бүләкле урындар-ға лайыҡ булды. Төп бүләк иһә Языков мәктәбенән Елисей Васильевҡа тапшырылды.

Уҡыусыларға алдағы һынау-ҙарында уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас: