+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
8 Май 2018, 14:05

Бала күңеленә асҡыс табып

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һөнәри конкурсы быйыл 23-сө тапҡыр үткәрелде һәм 45 мөғәллимде баш ҡалаға йыйҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һөнәри конкурсы быйыл 23-сө тапҡыр үткәрелде һәм 45 мөғәллимде баш ҡалаға йыйҙы. Тәжрибәле лә, йәш тә уҡытыусылар араһында Татарстан республикаһынан, Силәбе өлкәһенән килеүселәр ҙә бар ине.

Оҫта һәм алдынғы уҡытыусылар өсөн бер нисә конкурс ойошторолдо. Ярыштың тәүге этабы сайттар эшләүгә бәйле булһа, икенсе этапта улар “Халыҡ һәм тел мәңгелек” тигән темаға эссе яҙҙы. Таныш булмаған мәктәп балалары менән асыҡ дәрестәр күрһәтелде, йылдар дауамында тупланған тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнгән оҫталыҡ класында ла ихлас аралашты мөғәллимдәр. Финалға сыҡҡан 20 уҡытыусы төркөмдәргә бүленеп, мәғариф проекттарын тәҡдим итте, аҙаҡ уны бергәләп яҡланы.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының иң һуңғы һынауы “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле” тип аталды. Бында 12 уҡытыусы ҡатнашты, уларға “Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкме, йәки кем ул ысын башҡорт?” тигән тема буйынса фекер алышыу тәҡдим ителде.

Ошо мәртәбәле республика
конкурсында беҙҙең район намы-ҫын 8-се мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Ғәниева яҡланы. Ул еңел булмаған һынауҙарҙы лайыҡлы үтте. Зөлфиә Минулла ҡыҙы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы номинацияһында билдәләнде. Уға журналдың Рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырылды.

“Был конкурс һеҙгә нимә бирҙе?” – тигән һорауға З. Ғәниева тыйнаҡ йылмайып, былай тине:

– Беренсенән, йылдар дауамында тупланған тәжрибәм менән уртаҡлашыу теләге булһа, икенсенән, республикалағы коллегаларымдың “тын алышын”,
уларҙың ниндәй алымдар ҡулланыуын күреү теләге көслө ине. Минең көсөмә ышанған, һәр яҡлап ярҙам күрһәткән мәктәп, район хакимиәтенә, ижади төркөмөмә сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм.

Афарин, Зөлфиә Минулла ҡыҙы! Артабан да һеҙгә ижади уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, тағы ла юғары үрҙәр теләйбеҙ.

Читайте нас: