-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
28 Апрель 2018, 17:08

Парта артына... ата-әсәләр ултырҙы

Шаран районы Бөтә Рәсәй “Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө” акцияһына ҡушылды

Шаран районы Бөтә Рәсәй “Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө” акцияһына ҡушылды

Имтихан үткәреү пункты – Шаран 2-се мәктәбендә (етәксеһе Л. Зыязетдинова) сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре рус теле һәм (теләк буйынса) математика (база кимәле) буйынса БДИ тапшырҙы, туғыҙынсы кластарҙың ата-әсәләре лә рус теле һәм математика буйынса имтихан тапшырырға теләк белдерҙе.

Ата-әсәләр балаларының йәй башында ниндәй тойғолар кисерәсәген аңлау өсөн парта артына ултырҙы. Бөтә-
һе лә ысын имтихандағыса булды: БДИ һорауҙары, ҡәтғи контроль, тулҡынланыу һәм хис-тойғолар ташҡыны...

Ата-әсәләр тәүҙә, айырым класс булып, имтихан алдынан үткәрелә торған традицион линейкала баҫып торҙо, унан һуң аудиторияға ингәндә металл эҙләгес аша үтте, паспорттарын күрһәтте.

БДИ биремдәрен үтәй башлағансы мәғариф бүлеге баш белгесе, имтихан үткәреү пункты етәксеһе Р. Зәйҙуллина, техник белгес (быйыл уларҙың роле бик мөһим), район педагогик мәғлүмәт үҙәге директоры Р. Минажев ата-әсәләр менән теркәү һәм яуаптар бланктарын тултырыу буйынса ҙур булмаған инструктаж үткәрҙе.

– Контроль-үлсәү материал-дарының туранан-тура һәр
аудиторияла имтихан тапшы-рыусыларҙың күҙ алдында асылыуы быйылғы БДИ-ла яңылыҡ булды. Тейешле техника яҙын һынау үтәсәк, – тине Рәүзилә Мәккә ҡыҙы.

Район мәғариф бүлеге начальнигы, дәүләт имтихан комиссияһы ағзаһы М. Әхмәҙуллин БДИ-ла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Ата-әсәләр теркәү бланктары, БДИ биремдәрен алып эшкә тотондо. Был ваҡытта балалары күрше аудиторияла тарих буйынса һынау сифатында берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанлыҡтан, ата-әсәләрҙең тулҡынланыуы һиҙелә
ине.

Татар Көсөк ауылынан ун беренсе класта уҡыусы игеҙәктәр Алексей һәм Дмитрийҙың әсәләре Л. Бурнашева:

– Биремдәр ҡатмарлы түгел, һорауҙар, нигеҙҙә, фекер йөрөтөүгә ҡағыла, – тине.

Шарандан Л. Сәйетғәлина үҙенең белеменә ышана, шуға күрә рус теле һәм математика буйынса биремдәр алған. Уның ҡыҙы Розалия Шаран 1-се мәктәбендә ун беренсе класта уҡый.

– Ике фән буйынса ла биремдәрҙе үтәп ҡарарға иҫәпләйем, – тине ул.

Ата-әсәләр, иғтибарҙарын туплап нимәлер яҙа, иҫәпләй, мәктәп йылдарын, тәүге имтихандарын иҫкә төшөрә…

Был акцияның маҡсаты – ата-әсәләргә балаларының алдағы тормоштары өсөн бик мөһим ҙур имтиханды ниндәй шарттарҙа тапшырасағын күрһәтеү. Имтихан тапшырыусы ролендә булып ҡара-ған ата-әсәләр ул һәм ҡыҙҙарының БДИ алдынан була торған тул-ҡынланыу һәм борсолоуҙарына аңлап ҡараясаҡ, ауыр ваҡыттарҙа уларға ярҙам итеү өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе табасаҡ.

Редакциянан:

“Рособрнадзор”ҙа ата-әсәләр өсөн БДИ үткәреүҙе 2017 йылда иң файҙалы яңылыҡ тип иҫәпләйҙәр. Был акция йолаға әйләнәсәк һәм унда ҡатнашыусы өлкәндәр һаны артҡандан артасаҡ.

Читайте нас: