+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
28 Апрель 2018, 17:09

Ике быуын осрашты

“Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер”, тигәндәй, биләмә-ара үҙәк китапханала үткән “түңәрәк өҫтәл”дә БР-ҙа Ғаилә йылы һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә ике быуын татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары осрашты.

“Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер”, тигәндәй, биләмә-ара үҙәк китапханала үткән “түңәрәк өҫтәл”дә БР-ҙа Ғаилә йылы һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә ике быуын татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары осрашты.

Сараға ғүмерҙәрен әсә теленә мөхәббәт тәрбиәләүгә арнаған педагогик хеҙмәт ветерандары, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ яҙмыш ҡушыуы буйынса һәләттәрен башҡа өлкәләрҙә күрһәтеүсе элекке татар теле уҡытыусылары саҡырылды.

Эскерһеҙ сараны район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Г. Ғәлимова һәм Шаран 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Яҡупова алып барҙы. Гөлсирә Фаил ҡыҙы йәшлек һәм студент йылдары тураһындағы һорауҙары менән сара ҡунаҡтарының иҫтәлектәрен яңыртты. Уҡытыусылар шулай уҡ педагогик эшмәкәрлектәге тәүге аҙымдары, уҡыусыларының уңыштары менән уртаҡлашты.
Н. Әхмәҙиева уҡыусыһының БР-ҙа Ғаилә йылына арнап яҙған шиғырын уҡыны. И. Баһаутдинова, Ф. Матвеева күренекле шағирҙарыбыҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә. Хәмиҙуллина йыр бүләк итте. Ҡатнашыусылар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо.

Сараның хөрмәтле ҡунағы – Башҡортостан татарҙары конгресы район башҡарма комитеты ағзаһы Р. Сәмиғуллина. Ул, эшсәнлек төрөн тамырҙан үҙгәртеп, районда уңышлы эшҡыуар булып китте. Рәмилә Рәйес ҡыҙы үҙенең мәктәп, педагогик эшмәкәрлек йылдары тураһында һөйләне. Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының уҡыусыларға туған телдәрҙе өйрәтеүендәге баһа-лап бөткөһөҙ ролен билдәләне һәм әлеге йүнәлештә эште дауам итергә өндәне.

Педагогик хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар район мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы булып эшләгән Наилә Ғәзнән ҡыҙы үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, оҫталыҡ серҙәрен аҫты, тормоштан миҫалдар килтерҙе һәм педагогтарға аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. Ғүмере буйы әүҙем йәмәғәт эше алып барыусы булараҡ, йәш быуын уҡытыусыларын әҙерләүҙе дауам итергә, ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмайынса, яңы маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә саҡырҙы.

С. Иванова һәм Г. Антипова сараны музыкаль сығыштары менән биҙәне. Г. Ғәлимова байрам ҡунаҡтарына матур шиғырҙар бағышланы һәм гөлләмәләр бүләк итте.

Ике быуын татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары осрашыуын ойошторған өсөн мәғариф бүлеге методисы Г. Ғәлимоваға, шулай уҡ биләмә-ара үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәм һәм сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем.

Читайте нас: