+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
19 Апрель 2018, 12:40

Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул

Башҡорт телен яҡлап, һаҡлап ҡалыу өсөн мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары тарафынан байтаҡ эш башҡарыла.

Башҡорт телен яҡлап, һаҡлап ҡалыу өсөн мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары тарафынан байтаҡ эш башҡарыла. Быйылғы уҡыу йылы ла Таң урта мәктәбе өсөн бик уңышлы булды, тип әйтер инем. Аҙнаһына берәр сәғәт кенә булһа ла, уҡыусылар дәрестән һуң үткәрелгән сараларҙа бик теләп, әүҙем ҡатнаша һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Мәҫәлән, Башҡортостан Респуб-ликаһы мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто ойошторған “Башҡортостан” виктори-наһында 9-сы класс уҡыусыһы Элена Дәүләтова еңеүсе булды. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсында 4-се класс уҡыусыһы Илнар Фәтхетдинов 1-се урын яуланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Н. Нәжмиҙең 100 йәшенә арнап район үҙәк китапханаһы үткәргән “Яҙыусының шиғырын яттан һөйләүселәр бәйге”һендә 9-сы класс уҡыусыһы Диана Шәңгәрәева еңеүсе, ә 10-сы класс уҡыусыһы Динара Йәнгирова менән 7-се класс уҡыусыһы Аэлита Ғәйнүтдинова призер булды. Әйтергә кәрәк, уҡыусылар саф башҡортса һөйләү һәләтен генә түгел, ә тасуири итеп уҡыуҙарын да, башҡорт теле буйынса ныҡлы белемдәрен дә күрһәтә алды. Башҡорт теленән олимпиаданың район этабында 9-сы класс уҡыусыһы Диана Шәңгәрәева 1-се урынға лайыҡ булһа, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәненән 8-се класс уҡыусыһы Урал Сәхәпов призер булды.

Уҡыусыларҙан нимәлер талап итәһең икән, үҙең дә уларға үрнәк булып, алдан барырға тейешһең, тип уйлайым. Был йәһәттән, үҙем дә район, республика үткәргән бер саранан дә ситтә ҡалмайым. Мәҫәлән, район мәғариф бүлеге ойошторған “Башҡортостандың 100 шағиры” конкурсында гран-при, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған методик дәрес эшкәртмәһе конкурсында 1-се урын, ә республика кимәлендә – Ҡоролтайҙың “Матурлыҡ һәм яҡтылыҡ йырсыһы” номинацияһы еңеүсеһе булдым.

Быйылғы иң ҙур еңеү – уҡыусым Азалия Әхмәтшина менән Баш-ҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ойошторған З. Биише-ваның әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса “Тере шишмәләр” 1-се республика конкурсында “Уҡытыусы-уҡыусы” номинацияһында 50 команда араһында 1-се урын яулауҙыр. Беҙ З. Биишеваның “Яңғыҙ сыйырсыҡ яҙ килтермәй” мәҫәл-әкиәтен яттан һөйләнек. Шиғыр эстәлеге буйынса декорация эшләнек, видеояҙма, милли кейем әҙерләнек. Был көсөргәнешле ярышта беҙ 41-се булып сығыш яһаныҡ. Ошо бер көн эсендә Зәйнәп апайҙың бик күп әҫәрҙәренә байҡау яһалды: матур шиғырҙары тыңланды, драма әҫәрҙәре ҡаралды, романдан өҙөктәр күрһәтелде. Әлбиттә, күңел тулған, күҙҙәрҙе йәш ҡаплаған минуттар бында күберәк булғандыр. Уҡыусылар күренекле шәхестәр: Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаевтан, З. Биишеваның туғаны Л. Бейешеванан, режиссер С. Суринанан автографтар алды, иҫтәлеккә фотоға төштө. Был еңеүҙә район мәғариф бүлеге методисы С. Кәлимуллина, мәктәп директоры Р. Ишмәтов, Азалияның әсәһе Зөлфирә Фарис ҡыҙының да өлөшө ҙур. Әҙерлек башлағандан алып, сығыш яһағанға тиклем улар беҙҙең янда булды, бар яҡлап та ярҙам күрһәтте. Һеҙҙең гәзит аша уларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ошондай етәкселәр, ата-әсәләр күберәк булһын ине, тик шул ваҡытта ғына хеҙмәтеңдең емешен татып, шатланып яңынан-яңы үҫешкә ынтылырға була. Беҙҙең дә эшләнер эштәр, яулайһы үрҙәр алда әле.

Читайте нас: