-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
19 Апрель 2018, 12:38

Уҡытыусының төп ҡоралы – тел

Туймазы педагогия колледжында “Башҡорт теле дәрестәрендә электрон белем биреү ресурстарын ҡулланыу” тип аталған республика семинары үткәрелде.

Туймазы педагогия колледжында “Башҡорт теле дәрестәрендә электрон белем биреү ресурстарын ҡулланыу” тип аталған республика семинары үткәрелде. Сараны асыу тантанаһында колледж директоры Г. Казаков: “Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә уҙғарылған семинар уҡытыусылар күңелендә оҙаҡ һаҡланһын, уларға артабан ижади үрҙәргә күтәрелергә көс-ҡеүәт бирһен,” – тип ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне.

Семинарға Башҡортостандың көн-байыш райондарында урынлашҡан колледж һәм мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары йыйылды. Бөгөнгө заманда педагогтарға күп төрлө электрон мәғариф ресурстары ҡулланыу мөмкинлеге бирелә. Шулар араһынан тема буйынса нисек уңайлыларын табырға, балаларҙың шәхси һәм йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дәресте һәм дәрестән тыш сараларҙы нисек ойошторорға? Семинарҙа уҡытыусылар ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында сығыш яһаны, оҫталыҡ кластары күрһәтте, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты.

Туймазы ҡалаһы һәм районы уҡы-тыусыларының ошо өлкәлә ирешкән уңыштары хаҡында Татар-Олҡан урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Р. Петрова һөйләне. Туймазы үҙәк китапхана мәғлүмәт-библиография бүлеге мөдире Ә. Замалетдинова студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы ҡаланың китапхана сайты менән таныштырҙы. бөтә ҡатнашыусылар ҙа дәрескә әҙерләнеүҙә китапхана электрон ресурстары ҙур таяныс икәнлегенә инанды. Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы Р. Арыҫланова үҙ аллы эштәр башҡарғанда электрон ресурстарҙы ҡулланыу буйынса ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтте. Күрше Октябрьский ҡалаһынан килгән уҡытыусылар – Л. Баҡыева, Р. Нәбиуллина дәрестә аудио һәм видеоматериалдарҙы, интернет ресурстарын файҙаланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Р. Хәбетдинова Бәләбәй гуманитар-техник колледжында студенттар менән “Башҡорт балаһы мин” уҡыу телекоммуникация проектын ойоштороу барышы һәм һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. “Башҡорт балаһы мин” исемле беҙҙең төркөмдө Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә беләләр, беҙгә төрлө яҡтарҙан яҙалар”, – тине Регина Рәдис ҡыҙы. бөтә Рәсәй “Мин-класс” дистанцион платформаһы менән эшләү башҡорт теле уҡытыусыһына ҙур мөмкинлектәр аса, тип белдерҙе Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы
Л. Муллағәлиева. Шулай уҡ Ләйсән Ришат ҡыҙы уҡытыусыға шәхси сайтты нисек әҙерләү, нимә менән тулыландырыу, балалар, ата-әсәләр менән бәйләнеште нисек булдырыу хаҡында файҙалы кәңәштәр бирҙе. Әйткәндәй, республика семинарында төрлө уҡытыусылар – ижади эшләүсе әүҙем йәштәр ҙә, тәжрибә туплаған өлкән быуын да, республика, район кимәлендә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Мәҫәлән, Ләйсән Муллағәлиева – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017» регион-ара бәйге еңеүсеһе, Регина Хәбетдинова – 2017 йылда урта һөнәри белем биреү системаһында Республика профессиональ оҫталыҡ бәйгеһендә I урын яулаған уҡытыусы. бөтә сығыш яһаусылар ҙа башҡорт телен уҡытыуҙа ҡулланырҙай яңы фекерҙәр, яңы идеялар менән килгән.

Оҫталыҡ класында И. Хужиәхмә-тов, Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы, онлайн күп функциялы тестар конструкторы менән эшләргә өйрәтһә, Туймазы педагогия колледжы уҡытыусыһы Г. Кәримова дәрестә студенттар менән презентациялар эшләү мөмкинлектәрен күрһәтте.

Уҡытыусылар “Түңәрәк өҫтәл” артында сығыштар, оҫталыҡ кластары тураһында үҙ фекерҙәрен белдерҙе, “Беҙҙең өсөн бик кәрәкле, мөһим һәм файҙалы һөйләшеү булды был”, – тигән һығымта яһаны. Шулай уҡ улар, сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн, Туймазы педагогия колледжы коллективына рәхмәт еткерҙе.

Әлбиттә, тел дәрестәрендә уҡытыусыны компьютер алыштыра алмай, сөнки ул – рух тәрбиәләүсе, телгә, тарихҡа ылыҡтырыусы, һәм уның төп ҡоралы – тел, халҡыбыҙҙың ынйы һүҙҙәре. Электрон ресурстар телгә өйрәтеү сараһы ул. Ә республика семинары ҡатнашыусылары белем биреүҙә бөгөнгө көндә электрон ресурстарҙың яңы мөмкинлектәр асыуын күрһәтте.

Читайте нас: