+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
5 Апрель 2018, 18:44

Рәми рухы – рус мәктәбендә

Бөтә донъя туған телдәр көнө алдынан район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сираттағы семинарға Киләй төп дөйөм белем биреү мәктәбенә йыйылды.

Бөтә донъя туған телдәр көнө алдынан район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сираттағы семинарға Киләй төп дөйөм белем биреү мәктәбенә йыйылды. Ҡунаҡтарҙы мәктәп администрацияһы, уҡытыусылар һәм бер төркөм уҡыусылар асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Уҡыусылар ихлас күңелдән шиғырҙар менән сәләмләне, рус халҡының милли байрамы – Масленица байрамы менән таныштырып, тәмле ҡоймаҡ, сәк-сәк менән һыйланы.

Киләй төп дөйөм белем биреү мәктәбендә башлыса рус балалары белем ала. Башҡорт телен улар дәүләт теле булараҡ өйрәнә. 1-се категориялы уҡытыусы Миләүшә Сәләхова ошо мәктәптә инде 12 йыл балаларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү өлкәһендә уңышлы эшләй. Уның уҡыусылары төрлө ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙемлек күрһәтә, призлы урындар яулай. Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙы үҙе лә район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша. Ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй.

Һәр уҡытыусы хеҙмәт биог-рафияһының ниндәйҙер бер этабына педагогика һәм методикала ныҡлап үҙ юлын “һала”. М. Сәләхованың да ана шул кимәлгә еткән, өлгөргән уҡытыусы икәнлеге уның эшмәкәрлегендә сағылды. 6-сы класта “Ҡыш” темаһына арналған асыҡ дәрес белем биреүҙең яңы стандарттары талаптарына ярашлы төҙөлгәйне. Дәрестең һәр этабы төплө уйланылған, уның бер өлөшө икенсеһенә талғын ғына ялғана барҙы. Эш төрҙәренең дә ялҡытмай, киреһенсә, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә барырлыҡ итеп һайланыуы эшлекле атмосфера тыуҙырҙы. Туған тәбиғәтте һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләү дәрес буйына ҡыҙыл еп булып һуҙылды.Уҡыусыларҙы әүҙемләштереү алымдарын да отошло һайлаған уҡытыусы: электрон дәреслек менән эш, компьютер технологиялары, “Аманат” журналын ҡулланыу, видеофрагменттар күрһәтеү, мультфильм ҡулланып, музыкаль ял минуты ойоштороу, кескәй формалағы ижади эштәр башҡарыу һ.б. “Дәрестәрҙе көн дә төрлө ысулдар менән үткәрергә кәрәк. Бер төрлө генә дәрестәр уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятмай. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүҙең кәрәклеген дөрөҫ итеп аңлатыу ҙа зарур. Әммә предметты өйрәнеүгә бүленгән ваҡыттың бер генә сәғәт булыуы бик ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра: аҙна буйына улар башҡорт һүҙҙәрен ҡабатламағас, оноталар. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, төрлө кисәләрҙә башҡортса шиғырҙар, йырҙар өйрәнәбеҙ. Башҡорт телен уҡытыуға ата-әсәләр ҙә ҡаршы килмәй, балалар ҙа теләк менән өйрәнә,” – ти Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙы.

Дәрестән һуң ҡунаҡтар күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғариповҡа бағышланған әҙәби-музыкаль композиция ҡараны. Сара урта звено уҡыусылары өсөн әҙерләнгәйне. Шағирҙың иң матур һәм бай йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле шиғырҙарын балалар башҡортса ла, русса тәржемәләрен дә тасуири итеп яттан һөйләне. Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының тормош иптәше Айҙар Сәләховтың баянда уйнап, Р.Ғариповтың “Үтте лә китте йәшлегем” шиғырына яҙылған йырҙы башҡарыуы сараға йәм өҫтә-не. “Йүрүҙән” йырын уҡыусыларҙан торған ҡатнаш ансамблдең ихлас йөрәктән башҡарыуы һәр кемгә оҡшаны. Уҡытыусы үҙе лә шағирҙың бер әҫәрен яттан уҡыны. Р. Ғарипов тураһында документаль фильм ҡарау уҡыусыларҙың хәтеренән юйылмаҫ, моғайын. Ғөмүмән, сара Рәми рухы менән һуғарылып, уҡыусылар күңеленә үтеп инерлек ине. Уҡытыусылар иҫтәлеккә Рәми Ғарипов портреты менән бүләк календарҙар алып ҡыуанды.

Уҡыусының һүҙ байлығын, фекер ҡеүәһен арттырыу мәсьәләһе бер ваҡытта ла актуаллеген юғалтмай. Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙы телмәр үҫтереү технологиялары буйынса оҫталыҡ дәресе лә әҙерләгәйне. Ул акрошиғырҙың һәр төрөнә байҡау яһап ҡына ҡалманы, ҡунаҡтарҙы ла эшкә ҡушты – һәр кем үҙ исеменә тиҙ арала шундай шиғыр яҙып, уҡып ишеттерҙе.

Уҡытыусылар С. Кутлина, Н. Ғаб-
драхманова, Ф. Закирова үткәрелгән сараларға төплө анализ яһаны, Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының педагогик эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. РМБ етәксеһе Т. Ғәлиуллина, уҡытыусы Л. Ғабдуллина тарафынан М. Сәләхова адресына маҡтау һүҙҙәре яңғыраны.

Район мәғариф бүлеге методисы, туған телдәр кураторы Э. Мө-хәмәҙиева семинарҙың тәүге өлөшөн йомғаҡланы, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты, педагогтың эшен юғары баһалап, мәктәп директоры Р. Хөснөтдиновҡа, уның урынбаҫары Е. Архиповаға, мәктәп коллективына оло рәхмәтен белдерҙе, киләсәктә уңыштар, ижади үрҙәр теләне.

Артабан эш методик берекмә планы буйынса дауам итте. Киләсәккә бурыстар ҡуйылды, пландар асыҡ-ланды. Семинар эшлекле атмосферала үтте, һәр уҡытыусы үҙенә ниндәйҙер яңылыҡ, киләсәккә позитив энергия алды.

Читайте нас: