+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
5 Апрель 2018, 18:41

Иң-иңдәр араһынан лайыҡтар билдәләнде

уҡытыусыларҙың йыл һайын уҙғарылыусы, инде күркәм йолаға әүерелгән һөнәри конкурсы быйыл да шаулап-гөрләп, юғары кимәлдә үтте лә китте.

уҡытыусыларҙың йыл һайын уҙғарылыусы, инде күркәм йолаға әүерелгән һөнәри конкурсы быйыл да шаулап-гөрләп, юғары кимәлдә үтте лә китте. Бына нисәнсе йыл инде яңы йыл башланыу менән мөғәллимдәр уҡытыу эшендә үҙҙәренең һөнәри һәләттәрен күрһәтергә бәйгегә сыға.

Быйылғы бәйге шуныһы менән үҙенсәлекле булды, уҡытыусылар менән бер рәттән мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәселәре лә ярышҡа сыҡты. Бәйгелә ҡатнашыусыларға төрлө кимәлдәге ярыш этаптарын уңышлы үтеп сығыу шарт ине. Иң беренсе сиратта улар баһалама ағзалары иғтибарына Интернет сайттарын тәҡдим итте. Бында һәр уҡытыусы, ярышта ҡатнашыусы үҙҙәренең заман менән бергә атлауын, теге йәки был алымды уңышлы ҡулланыуын, мәғлүмәти кимәленең киң булыуын күрһәтте. Ярыштың икенсе өлөшөндә иһә конкурсанттар бирелгән темаға үҙҙәренең һөнәри кимәлдәрен асыҡлаған эссе яҙҙы.

Таныш булмаған мәктәптә, сит класта үҙ предметың буйынса дәрес биреү, педагогик инициативаңды яҡлау, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, “Мәғариф проекты”н төҙөп, уны тормошҡа ашырыу юлдарын табыу кеүек конкурстың төрлө этаптарын уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр лайыҡлы үтте.

финалға сыҡҡан бер нисә уҡытыусының баһалама ағзалары, район, мәғариф өлкәһе етәкселәре менән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыуы конкурстың иң һуңғы, йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү этабы булды. Бында инде бирелгән һорауҙарға тапҡыр яуап биргән йәки сетерекле мәсьәләнән сығыу юлдарын нисек һәм ҡайҙа табыуҙарын оҫта билдәләүсе алдынғы ҡарашлылар ғына еңеүгә аҙымдарын яҡынайтты, иң-иңдәр билдәләнде.

Аҙна буйы барған көсөргәнешле ярышта “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусы-һы”, “Йәш уҡытыусы”, “Мәктәпкәсә балалар тәрбиәсеһе” тип иң ла-йыҡлылар асыҡланды.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсына ла быйыл балаларға төплө белем биреүсе, тәжрибәле өс уҡытыусы сыҡты. Улар – Райман ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ғарифйәнова, ҡаланың 8-се урта мәктәбенән Зөлфиә Ғәниева һәм Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәлиә Кашапова. Юғарыла һанап кителгән һәр этапты конкурсанттар лайыҡлы үтте. Интернет-ресурста уларҙың электрон белем, теге йәки был мәғлүмәти-технологик алымдарҙы ҡулланыу кимәле баһаланды. Таныш булмаған класта уҡытыусының үҙен тотошо, дәрестә бирелгән теманы балалар менән асыу, үҙләштереү, уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы бәйләнеш, мөнәсәбәткә иғтибар ителде. Артабанғы ярыштарҙа иһә уҡытыусының коллегалары менән аралашыуы, тәҡдим ителгән теге йәки был ситуациянан сығыу юлдарын табыуы, үҙенең яңы алымдарын тәҡдим итеүенә иғтибар ителде.

Бер аҙна буйына бына ошондай этаптарҙы уңышлы үтеп, финалға иң-иңдәр барып етте. Шулай итеп 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Ғәниева (фотола һулдан өсөнсө) “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булһа, Райман ауылы мәктәбенән Рәсимә Ғарифйәнова иһә “Халыҡ йолаларын һаҡлаусы” номинацияһында бүләкләнде.

Зөлфиә Миңнулла ҡыҙына рес-
публика кимәлендә үтәсәк уҡытыу-сылар конкурсында район һәм ҡала намыҫын лайыҡлы яҡлау бурысы йөкмәтелде. Мартта был мәртәбәле республика конкурсына старт биреләсәк. Салауат педагогия колледжын тамамлап, башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәренә эйә булып, БДУ-ның филология факультетын ситтән тороп тамамлаған Зөлфиәгә был конкурс ҡурҡыныс түгел. Сөнки уның балалар менән эшләү тәжрибәһе байтаҡ, интернет-ресурстарҙы биш бармағылай белә. Ә ғаиләһенең уның өсөн ныҡлы терәк булыуы – оло бәхет. Тормош иптәше Салауат Рәшит улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Диана менән Лиана мәктәптә уҡыһа, бәләкәй Риана әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Зөлфиәнең һәр башланғысын, һәр теләген ғаиләһе күтәреп ала, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын улар бергәләп эҙләй, был шулай булырға тейеш тә. Сөнки икәү бергә, татыу, бер уйлы булғанда ғына тормош ауырлыҡтарына бирешмәй,
һикәлтәле ҡаршылыҡтарҙы еңәһең ул.

Афарин, Зөлфиә Миңнулла ҡыҙы! Ҙур яуаплылыҡ өҫтәгән мәртәбәле конкурста һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Бәйгенең һәр этабын еңеллек ме-нән үтеп, районыбыҙҙың алдынғы уҡытыусылар рәтен лайыҡлы ту-лыландырырға яҙһын!

Читайте нас: