– Үрге Зәйет мәктәбе 1923 йылда асыла. Беренсе уҡытыусы Әминә Басирова була. Бина булмағанлыҡтан дәрестәр крәҫтиәндәрҙең йортарында үткәрелә. 1923-26 йылдарҙа дәресте Ғәзизулла Хәмиҙуллин йортонда уҙғаралар. 7-13 йәшлек балалар бер программа буйынса уҡый. Уҡыусылар һаны
15-тән арта.
1926 йылда мәктәп Шакир Хажиев йортона күсә. Мәктәптә 20-нән ашыу бала уҡый. Икенсе уҡытыусы – Хәмит Хужин килә. 1926 йылдың 19 майында беренсе пионер йыйыны була. Йыйындан һуң балалар, сафҡа теҙелеп, ауыл буйлап үтә һәм пионер йырҙары башҡара.
1929 йылда мәктәп элекке мәсет бинаһына күсенә. Уҡытыусы булып Хәмит Хужин һәм Сорур Халфина эшләй. 1934 йылда мәсет бинаһына кулак тип танылған Кәлимулла Ғатауллиндың йортон өҫтәп һала-лар. Мәктәп мөдире итеп Рәхмәтул-ла Ғибаҙуллин тәғәйенләнә. Шул уҡ бинала уҡыу бүлмәһе һәм клуб урынлаша.
1938-1939 йылдарҙа мәктәптә Йыһан Вәлиәхмәтова, Зифа Әбү-зәрова уҡыта. Мәктәпте Хәбибулла Хәмиҙуллин етәкләй. 1940 йылда ул әрмегә китә һәм 1943 йылда фронтта һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәпкә Зифа Әбүзәрова етәкселек итә. Мәшәҡәт күп була – көндөҙ уҡыйҙар, кисен фермала эшләйҙәр. Ауыл халҡынан йыйып, баҫыуҙарға тиреҫ, көл сығаралар. Кесе класс уҡыусылары кәрзин тотоп яланға сыға һәм башаҡ йыя. Бигерәк тә утын әҙерләү ауыр була. Утынды мәктәп өсөн дә, фронтовиктарҙың ғаиләләре өсөн дә әҙерләйҙәр. Ҡыҙҙар киске яҡта мәктәпкә барып кластарҙы йылыта. Сөгөлдөр, картуф, арпа сәсеү, утау, алыу уҡыусылар иңендә була. Аслыҡ хакимлек итә, һыуыҡ була, әммә пионерҙар “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” өндәмәһе аҫтында эшләй. Кистәрен, ауыр эш көнөнән һуң, уҡыусылар Зәйет халҡы өсөн спектаклдәр ҡуя, концерттар менән күрше Көйөк-Тамаҡ, Бишенде, Иманғол, Нарыш ауылдарына сыға. Ҡыҙҙар-малайҙар ҙур агитация эше алып бара. Өлкәндәрҙең күбеһе ауылда уҡый-яҙа белмәй, өлкән класс уҡыусылары уларға Совинформбюро мәғлүмәттәрен, гәзит мәҡәләләрен ҡысҡырып уҡый.
1946 йылда ете йыллыҡ 4-се мәктәп ойошторола. Башланғыс звено өсөн Первомай ҡасабаһында таштан бер ҡатлы бина төҙөлә. Уҡыусыларҙы фронттан ҡайтҡан уҡытыусылар – Бөйөк Ватан һу-ғышы яугирҙары Әхәт Минәхмәт улы Минәхмәтов, Сәғит Мансур улы Садыҡов, Разетдин Инсафетдин улы Инсафетдинов, Павел Степанович Луконин, Александр Петрович Белов уҡыта.
1959 йылда мәктәптең яңы өс ҡатлы бинаһы төҙөлә, унда 1175 бала белем ала. 1998-1999 уҡыу йылында 4-се урта мәктәп башҡорт мәктәп-гимназияһына үҙгәртелә. 2003 йылда ул башҡорт гимназияһына әүерелә.
Шул дәүерҙән бирле бөгөнгәсә 4-се башҡорт гимназияһы башҡорт телен өйрәнеү йолаһын дауам итә һәм ҡалала, Зәйет, Первомай ҡасабаларында милли мәҙәниәтте данлау үҙәге булып тора.