Октябрьский ҡалаһының нефть университеты филиалында “Барыбыҙҙа төрлө-төрлө – барыбыҙҙа бер тигеҙ” милләт-ара аралашыу клубы ойош-торолған, унда уҡыусылар һәм студенттар йыйыла. Ошо көндәрҙә бында Туймазы һәм Октябрьский мәктәптәренең өлкән класс уҡыу-сылары осрашты.
Был юлы рәсми булмаған аралашыуҙы Анголаның бойондороҡ-һоҙлоҡ көнөнә бағышлағандар. УДНТУ филиалында был ил вәкилдәре лә юғары белем ала. Туймазы йәш-тәре исеменән сарала 7-се һәм 8-се мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны.
Ангола студенттары йөкмәткеле программа әҙерләгән, унда улар үҙ мәҙәниәтенең байлығын, тә-биғәтенең хозурлығын күрһәтте, күренекле төбәктәре менән таныш-тырҙы, инфраструктура һәм сәнәғәт үҫеше тураһында һөйләне.
– Дөрөҫөн әйткәндә, был осрашыу-ға тиклем беҙ Ангола тураһында бик аҙ белә инек, шуға күрә таң ҡалып тыңланыҡ, – ти 7-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Карина Сафина. – Беҙ милли бейеүҙәр менән һоҡландыҡ, йырҙар тыңланыҡ, Ангола аштарынан ауыҙ иттек. Тәме буйынса улар беҙҙең ризыҡтарҙан әллә ни айырылмай. Студенттар менән аралашып, был ил тураһында видеороликтар ҡарап, инглиз те-
лендә һөйләшеү тәжрибәһен шы-марттыҡ.
Ҡайһы беребеҙ УДНТУ-ның Октябрьский филиалына уҡырға инер-гә ниәтләй. Шуға күрә уҡыу йорто тормошо тураһында алдан белешеү ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла булды.