-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
13 Март 2018, 16:27

“Үҙ һүҙем бар..”

Шаран районы мәктәптәре һәм китапханаларында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең үлемһеҙ шиғырҙары уҡылды, моңло йырҙары яңғыраны.

Шаран районы мәктәптәре һәм китапханаларында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең үлемһеҙ шиғырҙары уҡылды, моңло йырҙары яңғыраны. Халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейына арналған был сараларҙа муниципаль райондың биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре шағирҙың ижадын пропагандалау, уның әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү өсөн бик күп эштәр башҡарҙы, әҙиптең китаптарынан йөкмәткеле күргәҙмәләр ойошторҙо.

Улар китапханала ғына түгел, мәктәптәргә лә килеп, әҙип тура-һында әңгәмәләр үткәрҙе. Шундай осрашыу Шаран 2-се мәктәбендә лә йәнле генә үтеп китте. Библиограф Наталья Шакированың сығышын мәктәп уҡыусылары ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Шулай уҡ мәктәптең рус теле уҡытыусыһы Гөлнара Исламгәрәеваның Назар Нәжмиҙе күреүе, автор уҡыуында шиғырҙарын тыңларға насип булыуы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүе лә балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.

Был күркәм саранан район тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла ситтә ҡалманы. Музей директоры Зилә Негуренко менән музей хеҙмәткәре Лилиә Хәбибуллина был сараға ентекле әҙерләнгән ине. Музейға килеүсе 1-се мәктәп уҡыусыларын Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән ҡаршы алдылар. Назар Нәжмиҙең тормош юлына, уның ижадына арналған был кисәне музейға килеүселәр тын да алмай тыңланы.

Матур Ағиҙел буйында урын-лашҡан Миңеште ауылын мәң-гелеккә данлаусы, ғаиләлә һигеҙенсе бала булып тыуған Хәбиб-назарҙың етмеш биш йылдан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры булып китеүен бер кем дә күҙ алдына килтерә алмағандыр. Ауыр йылдарҙың шаһиты булған, сәсәк ауырыуынан һуң битенең шаҙралығына ишаралап, “шаҙра пәрей” тигән исем атауҙарына ҡарамаҫтан, аҡыллы, моңло, нескә күңелле, шағир йәнле булып үҫә ул.

Эйе, ғүмер буйына Назар Нәжми матурлыҡҡа һоҡлана, иле менән ғорурлана, шиғырҙары аша ба-рыһына үҙ һөйөүен белдерә. Хал-ҡына, киләсәк быуынға әйтеп ҡалдырыр һүҙе – үҙ һүҙе бар уның.

Кисәне алып барыусы Зилә Ғә-лимйән ҡыҙы менән Лилиә Рифҡәт ҡыҙы тыңлаусыларға шағирҙың тормош юлына, ижад шишмәләренә байҡау яһағанда, әҙип тураһында әйтер һүҙҙәре ҡунаҡтарҙың күңелдәренә барып етһен өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалды. Һәр һүҙ презентация, шағирға арналған видео, йырҙары яңғыраған клиптар менән байытылды.

Кисәне шулай уҡ 2-се мәктәп уҡыусыларының сығыштары ла матурланы. Бигерәк тә рус егете Лев Петровтың халыҡ шағирының башҡорт телендә “Яҡты яҙ”, Лилиә Мохтарованың “Тыуған ил тураһында һүҙ” исемле шиғырҙа-рын тасуири итеп уҡыуҙары барыһын да һоҡландырҙы.

Кисәлә ҡатнашыусылар Назар Нәжмиҙең яҡташы – әҙиптәр Ибраһим Абдуллин, Йософ Гәрәй менән бергә әҙәбиәткә хеҙмәт итеүҙәрен белде. Тағы ла кисәлә ҡатнашыусылар музей фондында
һаҡланған грампластинкалар менән танышты. Был грампластин-каларҙа Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған йырҙар.

Был сарала Шаран районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе З. Диярова ҡатнашты. Кисәгә йомғаҡ яһап, район музейы хеҙмәткәрҙәренә, башҡорт теле уҡытыусыларына, китапхана хеҙмәткәрҙәренә уҡыусыларҙа халыҡ шағирының ижадына һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Читайте нас: