Башҡортостан социаль технологиялар институтында байрамса йәмле һәм кеше күп ине. 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы эпосты донъя халыҡтарының 40-тан ашыу телендә һөйләне. Конкурс тәү тапҡыр халыҡ-ара статус алды һәм, билдәле булыуынса, башҡорт батыры тарихын беҙҙең республикала ғына түгел, бәлки Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, шулай уҡ Һиндостан, Израиль, Франция, Германия, Үзбәкстанда ла беләләр булып сыҡты. Төбәктәр һәм сит илдәр вәкилдәре конкурста онлайн режимында ҡатнашты, уларҙың сығыштары музыка, иллюстрациялар менән үрелеп барҙы һәм Урал батырҙың ҡаһарманлыҡтарын тамил йәки иврит… телендә тыңлау бик мауыҡтырғыс булды.
Бөтәһе 8 секция: башҡорт, инглиз, рус теле, Башҡортостан Республикаһы һәм донъя халыҡтары телдәре, мигранттар ғаиләләренән балалар, ғаиләгә тәрбиәгә алынған балалар өсөн һәм башҡа секциялар эшләне. Ҡатнашыусыларҙың оҫталығы йылдан-йыл үҫеүе шатландыра: был инде айырым сығыштар ғына түгел, ә милли кейемдәр, милли музыка, слайдтар файҙаланып ҡуйылған тотош мини-спектаклдәр.
«Урал батыр» эпосын Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләү» номинацияһында Шаран районын Шаран 1-се мәктәбе уҡыусылары: «Рус теле» секцияһында 5-се класс уҡыусыһы Гөлназ Сабанғолова (етәксеһе С. Тамилина), «Инглиз теле» – 11-се класс уҡыусыһы Жанна Акурбаева (Р. Платонова), «Башҡорт теле» секцияһында 10-сы класс уҡыусыһы Илүзә Хәбирова (Р. Халиҡова) күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә IV дәрәжә диплом, ә уларҙың етәкселәре балалар һәм йәштәрҙә патриотик сифаттар тәрбиәләгән, мәҙәни йолаларҙы һаҡлаған һәм «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын популярлаштырған өсөн рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ситтән тороп ҡатнашыу йомғаҡтары айырыуса ҡыуандырҙы, унда «Урал батыр» һәм башҡа халыҡтар эпостары материалдары буйынса презентация тәҡдим ителде: 2-се урынды 7-се класс уҡыусыһы Гөлназ Шәкирова (етәксеһе Р. Халиҡова) яуланы, 3-сө урынды 10-сы класс уҡыусылары Фидан Ғәзизов (З. Әдиева) һәм Розалия Сәйетғәлина (Г. Хәйруллина) бүлеште.