+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
30 Ғинуар 2018, 18:34

Телен үҫтергән – илен үҫтерер

Собханғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте.

Собханғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте. Унда уҡытыусылар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың коммуникатив компетенцияһын формалаштырыу” темаһы буйынса фекер алышты, асыҡ дәрестәр ҡараны, мастер-кластарҙа ҡатнашты.

Семинарға М. Аҡмулла исемен-дәге БДПУ-ның башҡорт теле кафедраһы доценты, дәреслек авторы М. Дәүләтшина ла килгәйне. Ҡунаҡтарҙы Собханғол мәктәбе йылы ҡаршы алды. Фойела ата-әсәләр һәм уҡыусылар тарафынан йәрминкә ойошторолоп, сәй табыны әҙерләнгәйне.

“Телен үҫтергән – илен үҫтерер” исеме менән мәғариф форумы (уҡытыусылар Л. Шәйхуллина, Г. Ҡалҡаманова, Р. Шәкирова) үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Уҡыусыларҙың сағыу һәм рухлы сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Төрлө милләт балаларының киләсәктә һайлаясаҡ һөнәрҙәрендә башҡорт теленең кәрәклегенә баҫым яһауы күңел ҡылдарын ҡуҙғатты, киләсәккә өмөт уятты.

4-5-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында үткән асыҡ дәрестәрҙәге йылы мөнәсәбәттән (уҡытыусылар А. Вәлиева, Г. Кашапова), аралашыу ҡеүәһенән күренеүенсә, мәктәптә балалар башҡорт телен, туған телде теләп өйрәнә. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Семинарҙа ҡатнашыусылар оҫта-лыҡ дәресенән иһә (уҡытыусы
Г. Бикбулатова) дәрестә ҡуллана алырлыҡ интернет-сервис тура-һында яңылыҡ алып, өйрәнеп, ҡәнәғәт ҡалды.

Читайте нас: