-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
29 Ғинуар 2018, 18:51

Уҡытыусы, директор, дуҫ

Ул һәр саҡ күҙ алдында. Педагог һөнәре шәхесендә лә сағыла, күрәһең – кеше үҙенә төбәлгән тиҫтәләгән баланың, йыйылыштарға даими йөрөгән һәм класта балалары урындарын биләгән ата-әсәләрҙең ҡараштарына күнегә

“Эй, мәктәбем,

белем усағы...”

Ул һәр саҡ күҙ алдында. Педагог һөнәре шәхесендә лә сағыла, күрәһең – кеше үҙенә төбәлгән тиҫтәләгән баланың, йыйылыштарға даими йөрөгән һәм класта балалары урындарын биләгән ата-әсәләрҙең ҡараштарына күнегә Уҡытыусы, директор булараҡ, Рима Мофазалова (фотола) дүрт тиҫтә йылда октябрьскийлыларҙың нисә быуынын тәрбиәләне икән?!

Ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Асия Мофазалова һөйләй:

“1976 йыл. Институтты тамамлағандан һуң мине 13-сө мәктәпкә эшкә ебәрҙеләр. Бөгөнгө көнгәсә йәш белгестәргә ҡарата иғтибарлы, сабыр булғаны өсөн педагогтар коллективына рәхмәтле мин. Остаздарымдың береһе нәҡ тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Рима Риза ҡыҙы ине. Синыф сәғәттәренә, ата-әсәләр йыйылышына, педагогия советтарында, профсоюз йыйылыштарында сығыш яһарға әҙерләнгәндә һәр ваҡыт ярҙамға килде ул миңә.

Синыф етәксеһе булып эшләгән дәүерҙә Рима Риза ҡыҙының минең синыфта үткәргән дәрестәрендә күп ултырырға тура килде. Уның төп ҡағиҙәһе – һәр саҡ һөҙөмтәгә ынтылыу, яратҡан фәнеңде уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланыу, заман менән бергә атлау, хеҙмәттәштәрең, ата-әсәләр, уҡыусылар менән уртаҡ тел табыу, башлаған эште аҙағына еткереү.

Уның кем менән дә булһа тауышланыуын, бәхәсләшеүен күргәнем булманы. Шаянлығы, үҙ-үҙен ихтирам итеүе йәлеп итте. Зыялы, нәфис кеше булараҡ, ул ғәйбәттән, низағтарҙан өҫтөн, һәр саҡ уйлап эш итә, һәр һүҙен үлсәп һөйләй. Ҡалабыҙҙа танылған шәхес, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Октябрьскийҙың Маҡтаулы кешеһе һәм иҫ киткес ханым, һөйөклө тормош юлдашы, әсәй һәм өләсәй, алсаҡ күңелле хужабикә һәм 40 йылдан ашыу тоғро дуҫ. Рима Риза ҡыҙы менән эшләүе лә, ял итеүе лә, дуҫлашыуы ла рәхәт, ҡайһы саҡта хатта тын тороу ҙа. Мин уны юбилейы менән ҡотлайым!”

Заман менән бергә

90-сы йылдарҙа йәмәғәт тормошонда, мәғариф өлкәһендә етди үҙгәрештәр башлана. Гимназиялар барлыҡҡа килә. Рима Риза ҡыҙы был ваҡытта Зәйеттә, 4-се мәктәптә директор була. Яңылыҡҡа ынтылған Мофазалова коллективты уятырға, уны әүҙемләштерергә, заман менән бергә атларға теләй. 4-се мәктәп нигеҙендә гимназия ойоштороу теләге менән янып йөрөй. Өҫтәүенә, башҡорт гимназияһы. Беҙ ҙур, тура мәғнәһендә бар яҡлап та бай республикала йәшәйбеҙ, ә балалар тыуған яғы тураһында бик аҙ белә. Был ҡарар педагогтар, уҡыусылар, ата-әсәләр менән бергә ҡабул ителергә тейеш була. Тиҫтәләгән йыйылыш, синыф сәғәте үткәреү – ҙур эш көтә. Бер туҡтауһыҙ сығыш яһау, инандырыу, киләсәкте тасуирлау, ҡыҙыҡһындырыу талап ителә. Ахыр сиктә Рима Риза ҡыҙын хуплайҙар. Мәктәптә кеше арта, яҡын-тирәлә йәшәүсе халыҡ балаларын Зәйеттән ҡалаға илтеүҙән туҡтай. Өфөнән танылған яҙыусылар, артистар килә башлағас, тормош тағы ла йәмләнә. Драматург Әнғәм Атнабаев коллектив менән таныша. Арҙаҡлы ҡурайсы Азат Айытҡолов сығыш яһау менән генә сикләнмәй, балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтергә һәм ансамбль ойошторорға ниәт итә. Ҡалала йәмәғәт ойошмаһы – башҡорттар ҡоролтайы бүлексәһе эшләй башлай, уның тәүге рәйесе Анатолий Абдрахманов Рима Риза ҡыҙына бар яҡлап та ярҙам итә. Анатолий Әбделхәй улы хәтерләүенсә, мәктәптә тормош ҡайнай, коридорҙа, баҫҡыс майҙансыҡтарында балалар ҡурай тарта. Телдә шәжәрә (нәҫел ағасы, тимәк) тигән төшөнсә барлыҡҡа килә. Уҡытыусылар үтенесе буйынса, балалар ата-әсәләре менән өлкән быуындың тормошо, ата-бабалары тураһында мәғлүмәт туплай башлай. Элек белмәгән-ишетмәгән халыҡ байрамдары сценарийҙары төҙөлә. Мәҫәлән, ҡарға бутҡаһы – боронғо игенселек йолаһы. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә йыйыла, йырҙар башҡара, яҙғы ботаҡтарға төҫлө таҫмалар таға...

Шул уҡ ваҡытта директор иңендә хужалыҡ эштәре лә ята. Ҙур, шаҡтай иҫке бинаны тәртиптә тоторға кәрәк була. Бар нәмә, шул иҫәптән ашхана, коридорҙар, бәҙрәф һәм башҡалар үҙгәртеп ҡороу талап итә. Сеймалды ҡайҙан алырға? Рима Риза ҡыҙы предприятие директорҙарына мөрәжәғәт итә, улар ярҙам ҡулы һуҙа. Мофазаловаға ремонт-төҙөлөш эштәре нескәлектәренә төшөнөргә тура килә. Әкренләп, класс артынан класс, ҡат артынан ҡат заманса төҫ ала.

Ул заманда ҡала хакимиәтендә эшләгән Илдар Шәкиров иҫкә ала:

“Рима Риза ҡыҙы менән 90-сы йылдар аҙағында таныштыҡ, ул ваҡытта мәғлүмәт төркөмө беренсе тапҡыр 4-се мәктәпкә хужалыҡ етәкселәре менән осрашыуға барҙы. Ҙур, иркен холл, синыфтар таң ҡалдырҙы. Директор ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды, фекерен асыҡ итеп әйтеүе, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе иғтибарҙы йәлеп итте. Мәктәпте был дәрәжәлә үҙгәртеү өсөн уның ҙур көс һалыуы айырым-асыҡ ине. Һуңыраҡ башҡорттар ҡоролтайы ҡала бүлексәһендә уртаҡ эш буйынса Рима Риза ҡыҙы менән йыш осрашырға тура килде һәм мин уның шәхес кимәлен аңланым. Беҙ күптәнге дуҫтар, ғаиләләребеҙ менән йөрөшәбеҙ һәм быға бик шатбыҙ.

Кешеләр менән

һәм кешеләр өсөн

Хаҡлы ялға киткәс тә, Рима Риза ҡыҙы өйҙә ултырыусы пенсионерға әүерелмәй. Ул йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнә, башҡорттар ҡоролтайының ҡала бүлексәһендә, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советында эшләй. Рима Риза ҡыҙының дуҫтар бик күп. Бер ҡараһаң, Халыҡтар дуҫлығы йортонда, китапханала әҙәби кисәлә, башҡорт гимназияһында, музыка училищеһында Ғәлиә Мусинаның “Аяҙ” ансамбле йәки бөгөн танылған йырсыларға әүерелгән сығарылыш уҡыусылары концертында ул. Оҙаҡ йылдар Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы бүлексәһе рәйесе урынбаҫары. Рәйес вазифаһын даими рәүештә ир-ат биләй. Аңлашыла ла, эштең байтаҡ өлөшө Рима Риза ҡыҙы иңдәренә төшә. Ул был эште теләп, яуаплылыҡ тойоп башҡара, быға тиклем рәйес вазифаһын биләгән “Европласт” етәксеһе Ирек Насибуллинға һәм ойошманың бөгөнгө етәксеһе, Октябрьский ҡан тапшырыу станцияһы начальнигы Рәшит Исхаҡовҡа бар яҡлап ярҙам итергә тырыша.

Хәҙер геройыбыҙҙың һөйөклө йорто менән шөғөлләнеү өсөн ваҡыты күп. Ҙур, күркәм, йәмле был йортта һәр саҡ туғандары, күршеләре, күп һанлы дуҫтары йыйыла. Ихатаһы йыл һайын шау сәскәлә – уртала сафлыҡ бөркөп фонтан урғыла, йәшелсә баҡсаһы тәртиптә. Ул ҡунак ҡабул итергә ярата, һәр нимәһе үҙ урынында, ентекләп уйланған булыр. Ҡыҙҙырылған ҡаҙ менән ҡамыр аштарын яратмаған кеше юҡ. Йорт хужаһы Роберт Шәкүр улы, фәнни эш, уҡытыу менән шөғөлләнеүенә, командировкаларҙа йыш булыуына ҡарамаҫтан, бар яҡлап та тормош иптәшенә ярҙам итә. Ҡыҙы менән ейәне алыҫта йәшәй, әммә улар һәр саҡ элемтәгә сыға, үҙ-ара мөхәббәт һәм ярҙам ҡаҡшамай, киреһенсә, нығый ғына.

Рима Риза ҡыҙы үҙен нисек кенә тоймаһын, уның башында бихисап күп проекттар, мәшәҡәт ҡайнай. Бер-бер артлы саралар, осрашыуҙар, йыйылыштар. Кемдер дауаханаға эләккәнме? Мотлаҡ хәлен белергә, буш ҡул менән бармаҫҡа, күңе-лен күтәрергә. Отставкалағы офицер, башҡорттар ҡоролтайы ҡала бүлексәһе ағзаһы Мәсғүт Ғәлләмов йәрәхәтләнгәс, ул дуҫтарын са-ҡырып, тәмле ризыҡтар әҙерләй, күстәнәстәрен тейәп, йәй көнө дуҫы йәшәгән ауылға китә. Матур байрам була был, уны ҡунаҡтар ҙа, Ғәлләмовтар ҙа йылмайып, һағынып иҫкә ала. Рәшиҙә Садиҡ ҡыҙы: “Рима Риза ҡыҙы менән танышҡас та уға ғашиҡ булдым. Ул кешеләрҙе үҙенә магнит кеүек тартыусы зат, уға тиңләшәһе килә. Әммә ҡыуып етеп булмай, ул һәр ваҡыт эш менән мәшғүл, тынғы белмәй. Һәр саҡ зауыҡ менән кейенгән, ыҫпай. Уға ҡунаҡҡа барһаң, оҫталығына, аштарының тәмлелегенә таң ҡалып ҡайтаһың. Иҫ киткес хужабикә!” – ти. Мәсғүт Мостафа улы Рима Риза ҡыҙын йәмәғәт эшендәге әүҙемлеге өсөн хөрмәт итә: “Ул ветерандар, уҡытыусылар, балалар менән бәйле һәр эшен еренә еткереп уйлай һәм бойомға ашыра. Уның өсөн был бар нимәнән өҫтөн. Яуаплы, зирәк, тынғы белмәҫ йән, әүҙем етәксе, ғәжәп ханым!” – ти ул.

Читайте нас: