-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
21 Декабрь 2017, 14:06

“Өс таған” ул – аң, рух һәм тел

Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһында иң бөйөгө – тел. Ул халыҡтың үҙе менән яралып, бергә үҫә, шуның өсөн дә милләттең яҙмышын, булмышын сағылдыра.

Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһында иң бөйөгө – тел. Ул халыҡтың үҙе менән яралып, бергә үҫә, шуның өсөн дә милләттең яҙмышын, булмышын сағылдыра.
Туған тел – ул моң теле, тойғо теле. Беҙ, туған телдә һөйләшеп, туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап шатланабыҙ, ҡайғырабыҙ, күңел бушатабыҙ.
Һәр халыҡтың үҙ туған теле бар.Әсә теле һаҡланһа, милләттең дә киләсәге өмөтлө, ышаныслы. Бына ошоларҙың барыһы ла рух сағылышы, рух балҡышы.
М.Кәрим иҫәпләүенсә, туған тел-гә, туған моңға ғүмерлек мөхәббәт балаға әсә һөтө менән инә. Бала тормоштоң тәртиптәрен, йолаларын, әҙәп сифаттарын зиһененә, күңеленә һала, үҙ итә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, М.Кәримдең күңелдәр күрке, йәшәү йәме тураһында һөйләгән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” повестары геройҙары балалар әҙәбиәтенә йәм өҫтәр әҫәрҙәр һанала.
Автор ҙа шул шаян малайҙар ме-нән бергә тормош эсендә ҡайнап йөрөй кеүек. Был повестарҙы уҡығанда, беҙ ҙә шул ваҡиғалар эсенә сумабыҙ.
“Өс таған” әҫәре уңышлы повесть. Автор уҡыусыны балалар тормошона алып инә, балалар илендәге сәйәхәттә йөрөтә.
Эйе, бөйөк һүҙ оҫтаһы, аҡһаҡал, яҙыусы “Өс таған” әҫәрендә төп геройҙар – Ғабдулла, Айҙар, Вә-зир образдары аша кешелеккә, милләтебеҙгә бәйле ҡәҙерле өс тө-шөнсәне лә оҫта сағылдыра. Ул – аң, рух, тел. Беренсенән, геройҙарыбыҙ аңлы, белемле, икенсенән, улар рухлы, тыуған ере, тәбиғәте өсөн ҡайғыра, күлде ҡотҡарырға ашыға, өсөнсөнән, улар саф башҡорт балалары, таҙа, матур итеп һөйләшә, аралаша.
Өс тағанды барлыҡҡа килтергән өс малай һәләттәре яғынан торғаны өс әкиәт батырымы ни: береһе йүгерек, икенсеһе мәргән, өсөнсөһө көрәшсе. Алышта ла, һынамышта ла, әкиәт батырҙарындай сая һәм ҡыйыу улар.
Әҫәрҙәге ошо өс алымда, мәҫәлән, мин аң, рух, тел сағылышын тоям. Сөнки шәп йүгереү, мәргән атыу, көрәшсе кеүек сифаттар рух ныҡлығын билдәләй. Малайҙарҙың һәр ваҡыт өсәүһе бергә кәңәш ҡороп, ололарса ҡыланыуҙары, балаларҙың аңлы булыуына ишара яһай. Ә уларҙың саф туған телдә аралашыуы иһә телебеҙҙең бар булыуын, уның киләсәктә йәшәйәсәген аңлата.
Ошо һорауға яуап эҙләп, мәктәп уҡыусылары араһында тикшереү үткәрҙем, һығымта яһаным. Барлығы 57 уҡыусы ҡатнашты. 33 бала башҡорт, татар милләтенән. Шуның 15-е туған телемде беләм, һөйләшәм, тине. Ҡалғандары иһә туған телдә һөйләгәндәрен аңлайым ғына, тип яуап бирҙе. Ошонан сығып, шундай һығымтаға килергә мөмкин – тиҫтерҙәремдә аң булһа ла, рух етмәй… Рух булмағас, телде өйрәнеүгә лә ынтылыш юҡ тигән һүҙ.
Тел – һәр халыҡтың, милләттең үҫеш юлында айырылғыһыҙ юлдашы. Әсә теле һаҡланһа, милләттең дә киләсәге өмөтлө, ышаныслы.
Беҙ, башҡа халыҡтарҙан ҡа-лышмай, туған телебеҙҙе белергә, өйрәнергә, киләсәк быуынға етке-рергә бурыслы! Шул саҡта ғына аҡһаҡалыбыҙ ижадында сағылған “өс таған” – рух, аң, тел беҙҙең йөҙҙә, миләтебеҙ, халҡыбыҙ йөҙөндә сағылыр, берҙәй яңғырар, киләсәккә юл асыр. Көрәшкә әйҙәр!
Читайте нас: