+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
20 Декабрь 2017, 13:04

Яңы ҡаҙаныштарға старт

11 уҡыусы район гәзите ойошторған „Афарин!” конкурсы лауреаты булды.

һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында, „Бүздәк яңылыҡтары” гәзите редакцияһы 11 уҡыусы район гәзите ойошторған „Афарин!” конкурсы лауреаты булды.
яҡшы уҡыған, спорт, ижад менән шөғөлләнгән балалар араһында конкурс иғлан итте. Гәзит акцияһын район Советы депутаттары Ш. Хәбибрахманова, Р. Сәлихов, И. Вәхитов, И. Ғималов, эшҡыуар
А. Ханнанов хупланы.
Район Мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә бағышланған тантаналы йыйылышта йәш быуындың иң лайыҡлы вәкилдәренә редакция дипломдары, аҡсалата премия һәм бүләктәр тапшырылды.
– Төрлө мәктәптәрҙәге талантлы балалар тураһында бик күп яҙмалар алырбыҙ, тип уйламаған да инек, – тип белдерҙе район гәзите редакторы Д.Туҡтамышев, һәләтле балаларҙы ҡотлап. Республика етәксеһе Р. Хә-митов Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн махсуслаштырылған лицей һәм балалар технопаркы асырға кәрәклеге тураһында белдерҙе – әлеге лицейҙа уҡыу өсөн бөтә мөмкинлектәрегеҙ ҙә бар, – тип билдәләне редактор.
„Афарин!” социаль проектында еңеүселәр: 2-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Э. Ғәзизова; И. Ғәб-делвәлиев (2-се мәктәп, 9-сы класс); В.Маркелов (Ғафури мәктәбе, 2-се класс); Т. Хөсәйенов (Ҡаран, 7-се класс); Э. Насирова (Ҡаран, 7-се класс); И. Ханова (1-се мәктәп, 6-сы класс); Н. Хәлитова (Сабай, 6-сы класс); Л.Ғиззәтуллина ( Ҡаран, 10-сы класс); А. Сабитова (Ҡаран, 8-се класс); А.Хәбиров (2-се мәктәп, 5-се класс); В. Ғөбәйҙуллина (Күҙәй, 5-се класс).
Уларға бүләктәр тапшырыу өсөн, район Советы депутаттары ғына түгел, пауэрлифтинг буйынса Рәсәй чемпионаты призеры М.Чанышева (быйыл БДАУ-ның биотехнология һәм ветеринария медицинаһы факультетын тамамлап, тыуған районына ҡайтты ул), шулай уҡ талантлы йырсы, автор-башҡарыусы
Г. Ғиззәтуллина ла саҡырылғайны.
– Йәш булыуығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙҙең биографияғыҙ ижадҡа бай, уҡыуҙа һәм спортта етди ҡаҙаныштарға ирешкәнһегеҙ. Киләсәк талантлы йәштәр ҡулында, – тип белдерҙе район Советы депутаты Р. Сәлихов уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп.
– Миңә спорт менән мауығып шөғөлләнеүсе 2-се класс уҡыусыһы В.Маркеловҡа премия тапшырыу бәхете тейҙе, – тип билдәләне М.Чанышева. – Тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт спорт юлдаш булһын, – тип теләне ул йыйылышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла. Ә Ҡазан ҡунағы Г. Ғиззәтуллина тамашасыларға йыр бүләк итте.

Башҡортостан Башлығы Р. Хәмитов: „Талантлы йәштәргә ярҙам итеү – эштең мөһим йүнәлеше”, – тине.
һәләтле балалар өсөн физика-математика йүнәле-шендә Республика лицейы һәм интернат асырға йөкләмә бирҙе. Октябрь ур-таһында эре ойошмалар ме-нән кооперация нигеҙендә өс майҙансыҡта балалар өсөн „Башҡортостан кванториумы” технопаркы асыласаҡ.
Читайте нас: