+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
20 Декабрь 2017, 13:03

Тыуған яҡты өйрәнәләр

Р. Шәрипов исемендәге Сабай һәм Таулар урта мәктәптәре уҡыусылары республика конкурсында еңеү яуланы.

Р. Шәрипов исемендәге Сабай һәм Таулар урта мәктәптәре уҡыусылары республика конкурсында еңеү яуланы.
Йыл һайын Өфөлә тикшеренеү эштәренең тыуған яҡты өйрәнеүгә бағышланған «Ватан юлдары буйлап» тип исемләнгән республика конкурсы үтә. Уның маҡсаты – балалар менән туристик-тыуған яҡты өйрәнеү, тикшеренеү эшен үҫтереү. Быйыл әлеге конкурс сиктәрендә 1-5-се класс уҡыусылары араһында беренсе тапҡыр уның өҫтәмә этабы үтте.
I этап йомғаҡтары буйынса, финалға ошо номинацияла иң күп балл йыйған уҡыусылар саҡырылды. Сабай мәктәбенән 6-сы класс уҡыусыһы Лилиә Әхмәтгәрәеваның «Ике завод һәм профсоюздар һарайы төҙөгән музыкант Аршат Ихсанов», Таулар мәктәбенән 4-се класс уҡыусыһы Айһылыу Ғәлләмованың «Яҡташыбыҙ – Социалистик Хеҙмәт Геройы Рәшит Мансуров» тигән эштәре юғары баһа алды (ғилми етәкселәре З. Сәйетова һәм Г. Шайморатова).
Ошо көндәрҙә Балаларҙың туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар һауыҡтырыу-мәғариф республика үҙәге базаһында конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Уҡыусылар тикшеренеү эштәрен лайыҡлы тәҡдим итте һәм еңеүгә иреште. Сара ваҡиғаларға бай булды. Республика мәктәптәре уҡыусылары өсөн Башҡортостан тарихы музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. Конкурсты асыу тантанаһынан һуң балалар тикшеренеү эштәрен яҡланы, аҙаҡтан уларға мәҙәни программа тәҡдим ителде. Балалар опера һәм балет театры музейында булды. Сәйәхәтте ойошторған өсөн Р.Шәрипов исемендәге Сабай мәктәбе директоры А. Арыҫлановҡа һәм водитель Р. Мостафинға рәхмәт белдерәбеҙ.
Йәш тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Тыуған яҡты өйрәнеү эше тағы ла әүҙемләшер һәм киләһе йылда Бүздәк районынан яңы еңеүселәр менән танышырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: