+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
21 Ноябрь 2017, 17:57

Тел – милләт көҙгөһө

2000 йылда ЮНЕСКО тарафынан телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителһә лә, бөгөн башҡорт, татар телдәренең хәл-торошо ябайҙарҙан түгел

2000 йылда ЮНЕСКО тарафынан телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителһә лә, бөгөн башҡорт, татар телдәренең хәл-торошо ябайҙарҙан түгел: башҡорт, татар милләтле балаларҙың үҙ телдәрен белмәүе, ата-әсәләрҙең быға ҡарата битарафлығы, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыуҙы бөтөрөү хаҡындағы тәҡдимдәр телдең, тимәк, халыҡтың киләсәген хәүефкә дусар итә.

Был хәл кисекмәҫтән һәм етди эш алып барыуҙы талап итә.
Ошо маҡсатта ҡалабыҙҙың "Төмәнәк" татар ижтимағи тарихи-мәҙәни үҙәгендә “Тел – милләт көҙгөһө” темаһы буйынса Туймазы районы хакимиәте эштәр идара- сыһы Д. Арыҫланова, Башҡортос-тан татарҙары конгресының Шаран районы ижтимағи ойошмаһы рәйесе З.Сәләхов, Туймазы ҡалаһы һәм районының башҡорт һәм татар теле уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте.

Сараны ижтимағи үҙәктең етәксе-һе, Туймазы педагогия колледжы-ның юғары категориялы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты И. Латипова алып барҙы. Үҙ сиратында ул, түңәрәк өҫтәлде асып, көнүҙәк һорауҙар менән таныштырҙы һәм
Д. Арыҫлановаға һүҙ бирҙе.

– Баланың үҙ телен өйрәнеүендә төплө нигеҙ, тәү сиратта, мәктәптә һалына. Шуға күрә был йәһәттән туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына үтә лә етди эш йөкмәтелгән. Сөнки балаларҙың теге йәки был фәнде өйрәнеү теләге уҡытыусының үҙ фәнен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп тәҡдим итә белеүенән килә, – тине Дилә Мөхә-
мәт ҡыҙы, сарала ҡатнашыусылар-ҙы сәләмләп. – Бынан тыш, ата-әсәләр менән дә туған телде өйрәнеү кәрәклеге буйынса дөрөҫ аңлатыу эше алып барырға бурыслы ул.

Бик фәһемле, бөгөнгө көндә актуаль мәсьәләләр күтәрелде түңәрәк өҫтәлдә. Балалар бөгөн йәнле аралашыуҙан ситләшә, үҙ-ара гаджеттар аша гына хәл белешә. уларға телде өйрәнеү кәрәкме, ҡаланан ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар ғына түгел, хатта ауыл балалары ла бөгөн русса аралаша. был тенденцияны нисек туҡтатырға, бөгөнгө ата-әсәләрҙең милли үҙаң кимәле ниндәй дәрәжәлә, балаларына туған тел нескәлектәрен еткерә алалармы, ҡатнаш ғаиләләрҙәге проблемалар, дәүләт телдәрен уҡытыу методикаһының кимәле, республика хөкүмәте гранттары ярҙамына ниндәй саралар мохтаж – ошо ҡыҙыҡлы һорауҙарҙы уртаға һалып тикшерҙе тел белгестәре.

Илсембәт урта мәктәбенең юғары категориялы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Фәррәхова балаларҙың көндәлек аралашыуында туған телдең бөгөнгө ҡулланылышы тураһында ентекле сығыш яһаны. 1-се интернат-мәктәптең юғары категориялы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Нурисламова иһә, үҙ сығышында, интернат-мәктәптә ата-әсәләр менән нисек тығыҙ эшләүен, йыйылыштарҙа ошо мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙәр алып барылыуы хаҡында һөйләне. Мәктәптә төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙың йыш үткәрелеүе балаларҙың телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуын билдәләне. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә балаларҙың һөйләм телмәрен үҫтереүҙә ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланыуы тураһында үҙенең
эш тәжрибәһе менән
8-се мәктәп уҡытыу-сыһы К.Хәйруллина уртаҡлашты. Ул сағыу, төҫлө киҫмә һүрәттәр ярҙамында башланғыс синыф балалары ме-нән уйындар аша телде өйрәнеүен оҫталыҡ-класында бүлеште. Туй-
мазы педагогия колледжы уҡы-тыусыһы Г.Кәримова яҙыусылар ижадын өйрәнгәндә мәғлүмәти тех-нологияларҙы нисек ҡулланыуын бәйән итте. 6-сы мәктәптең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Бикбулатова иһә кластан тыш эшмәкәрлектә балаларҙың ижади һәләттәрен үҫ-тереү юлдары тураһында һөйләне, эш алымдары менән бүлеште. Миҙгелдәр алышынған кеүек, замана ла үҙгәрә. Кисәге традицион уҡытыу алымдары бөгөн иҫкерҙе, халыҡ йолаларын ҡулланыу урынһыҙ кеүек тойолһа ла, күп кенә уҡытыусылар бөгөн дә халыҡ ынйылары, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, әкиәттәр тәьҫирендә балаларҙы телгә ылыҡтырыу юлдарын табыу мөмкинлегенә баҫым яһаны. Мәҫәлән, күп ата-әсәләр, балалары уларға ҡамасауламаһын тип, телевизор ҡаршыһына ултырта ла, рус йәнһүрәттәрен ҡуя. Икенселәр иһә телефонын ҡабыҙып, уйындар уйнап ултырған балаһына ҡарап ҡыуана, йәнәһе, иламай, шым ултыра. Ниңә беҙ үҙебеҙҙең башҡорт, татар әкиәттәренең аудио варианттарын тыңлатмайбыҙ ғәзиздәребеҙгә? Кескәйҙән, теле асылғандан ҡолағына төймәләр ҡуйып,талғын ғына тауыш менән уҡылған өләсәйҙәр лөғәтенән балаларыбыҙ тыныс йоҡлар, телде аңлар, уларҙың теле үҙебеҙсә асылыр ине! Телде белмәгән ата-әсәләрҙең саф туған телдә балаларына әкиәттәр уҡыуы ай-һай икеле шул!?

Түңәрәк өҫтәл ултырышында мәғариф ветерандары ла ихлас ҡатнашты. Улар кисәге менән бөгөнгө мәктәп системаһындағы үҙгәрештәрҙең, айырманың ҙур булыуына хайран ҡалыуын белдерҙе.

Артабан түңәрәк өҫтәл Төмәнәк ауылының “Бабай утары”нда дауам итте. Унда уҡытыусыларҙы урындағы мәҙәниәт йортоноң һә-үәҫкәр артистары йыр-моң менән йылы ҡаршы алды. Утар буйлап экскурсия ойошторолдо, тәмле үлән сәйе эсеп, тағын да киләсәктә ошолай осрашып торорға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә һүҙ ҡуйышып таралышты сарала ҡатнашыусылар.

Читайте нас: