-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
21 Ноябрь 2017, 17:55

Шәжәрәлә – ырыу көсө

“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”, “генеология” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Шәжәрә – борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла булып һаналған.

“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”, “генеология” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Шәжәрә – борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән.

Бөгөн шәжәрә төҙөү ҙур әһәмиәткә эйә. Ул, башҡа төрки халыҡтарҙыҡы кеүек, телдән телгә тапшырылған. Шәжәрәңде белеү баш-ҡорттарҙа мотлаҡ һанала.

Ырыу тарихы һәм тарихи хәл-ваҡиғаларҙан тыш, шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә, тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбиәте тураһында бай материал туплай. Шуға күрә лә шәжәрәне халыҡ тормошо энциклопедияһы тип тә атарға мөмкин.

Быйыл да уҡыусылар традицион шәжәрә байрамына ентекле әҙерләнгән. Был мәртәбәле сараға ҡала һәм район мәктәптәренән уҡытыусылары менән 12 уҡыусы, төбәктең “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары ла килгәйне. Ҡаланың 4-се мәктәбе ҡурай моңо аҫтында ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды.

Туймазы башҡорттары ҡоролта-йы башҡарма комитеты рәйесе
Г. Фазуллина, сараға килеүселәрҙе сәләмләп, “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзаларының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, уларҙың әүҙемдәренә дипломдар тапшырҙы. Ҡор етәксеһе, табип Клара Ғиздәтуллина балаларға туған телде белеү мөһимлегенә, уның хатта сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһауына, телен белгәндең төрлө илдәр белгәнлегенә баҫым яһаны. Һәм һәр кемдең быуын сылбырын белеүе, шәжәрәһен өйрәнеүе бөгөн мәртәбәле икәнен, бик әһәмиәтле булыуын да билдәләне, сығыш яһаусыларға уңыштар теләне.

Байрамса биҙәлгән залда абруйлы баһалама ағзалары – Төбәк-ара “Шәжәрә” ойошмаһы вәкиле М. Ғәйнетдинов, мәғариф ойошмаһы методисы А. Ситдиҡова, 7-се мәктәптең баш-
ҡорт теле һәм әҙә-биәте уҡытыусыһы М.Зәйҙуллина, “Етегән” район-ара гәзите редакторы Г.Фазуллина һәр сығышты иғтибар менән тыңлап, ғәҙел баһаланы. Быуындар сылбырын барлаусылар араһында үҙ ырыуын тәрән өйрәнгәне, яңы ғына барлай башлаусы ла бар ине. Әммә шуныһы ҡыуаныслы, уҡыусылар күҙҙәрендә дәрт, дарман, рух сағылды. Баһалама ағзаларының һәр һорауына ҡаушамай, ышаныс менән тулы яуап бирҙе улар. Марат Ғәйнетдинов һәр сығышты мөһим мәғлүмәт менән тулыландырып барҙы. Сығыш яһаусыларҙың күбе-һе Ҡаңлы ырыуына ҡарай. Нәҫел ебендә тороусылар араһында абруйлы дәүләт эшмәкәрҙәре, герой исе-мен алыусылар ҙа, уҡытыусылар, табиптар, ябай ауыл эшсәндәре лә бар. Балаларҙың ырыу-нәҫеле, туғандары тураһында оло ғорурлыҡ, наҙ менән һөйләүе ҡыуандырҙы.

Сығыш яһаусы балаларҙың барыһы ла махсус номинацияла билдәләнеп, дипломдарға лайыҡ булды: “Тәрән тамырлы шәжәрә” номинацияһына – Ҡандра 2-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы В. Бирюзова (етәксеһе Н. Горшкова), “Шәжәрәгә ижади ҡараш” номинацияһына ике уҡыусы – 1-се гимназиянан И. Шәйехов (етәксеһе З. Вәлиева), Ғафур ауылы мәктәбе уҡыусыһы
Ә. Ғимазетдинова (етәксеһе
Р. Хәмзина), “Ғаилә ҡиммәт-тәрен ҡулланыусы” – 6-сы мәктәптән К. Сәлихова (етәк-
сеһе Н. Абдуллина), Төмәнәк ауылы мәктәбе уҡыусыһы Б. Әхмәҙиев (етәксеһе Г. Әх-
мәҙиева), Ҡарамалы-Ғөбәй мәк-
тәбе филиалы Соҡаҙыбаш
мәктәбе уҡыусыһы И. Шәм-
сетдинов (етәксеһе Н. Заһи-ҙуллина), “Ырыуымдың арҙаҡ-лы шәхестәре” – 7-се мәктәптән К. Шәйҙуллина (етәксеһе
М. Зәйҙуллина), Серафимовка 1-се мәктәбе уҡыусыһы
Ә. Шәрипова (етәксеһе Ю. Шәри-пова), “Ентекле өйрәнелгән шә-жәрә өсөн” номинацияһында 4-се мәктәптән Д. Ғафаров (етәксеһе
Г. Шараева), “Тәрән тамырлы шәжәрә” – 4-се мәктәп уҡыусыһы Д. Мәмлиев, (етәксеһе Е. Спиридонова), “Шәжәрәгә – фәнни ҡараш” Собханғол мәктәбенән Ә. Мул-
лағәлиев (етәксеһе Г. Ҡалҡаманова). Татар-Олҡан мәктәбе филиалы Түбәнге Сәрҙек мәктәбе уҡыусыһы А. Шәйхетдинова (етәксеһе З. Ҡә-йүмова) иһә үҙ шәжәрәһен шиғри юлдарға һалған һәм ул “Үҙенсәлек-ле шәжәрә” номинацияһына лайыҡ булды.

Сығыш яһаусы балалар үҙҙәренең бай шәжәрәләрендә урын алыуы менән лайыҡлы ғорурлана ала. Сөнки улар шәжәрәнең ни тиклем әһәмиәтле икәнен белә. Үҙеңдең быуыныңды, тамырҙарыңды таныу, белеү, уның менән ҡыҙыҡһыныу бөгөн көн үҙәгендә.

Өйрәнәйек, барлайыҡ ата-баба-ларыбыҙҙы, сөнки милләтебеҙ, иле-беҙ яҙмышы беҙҙең ҡулда, киләсәк ҡулында!

Читайте нас: