+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
15 Ноябрь 2017, 18:05

Төбәктә башҡорт теленән яңы дәреслектәр әҙерләнәсәк

Республикала башҡорт теленән яңы дәреслектәр һәм тейешле методика комплекстары әҙерләнәсәк.

Республикала башҡорт теленән яңы дәреслектәр һәм тейешле методика комплекстары әҙерләнәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыштағы сығышында белдерҙе.

– Башҡорт теленән яңы дәреслектәр, методика комплекстары әҙерләнәсәк, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы, дистанцияла уҡытыу формаларын файҙаланыу ҡаралған. Башҡорт телен уҡытҡанда заманса күренештәр һәм белем биреү процесына талаптар иҫәпкә алынырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – Иң мөһиме, баланың туған телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән хоҡуҡтары Рәсәй һәм Башҡортостан Конституциялары тарафынан яҡланған, бының өсөн барлыҡ мәктәптәрҙә тейешле шарттар булдырылған.

Рөстәм Хәмитов бынан алдараҡ Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуын билдәләне. Телде уҡытыу өлкәһендәге проекттар өсөн гранттар булдырылған. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторола. Йәмәғәт палатаһы тел сәйәсәте өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыу өсөн мониторингты тәьмин итергә тейеш.

Читайте нас: