+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
15 Ноябрь 2017, 18:12

Оло йөрәкле уҡытыусы

Уҡытыусы! Кеше был донъяла ниндәй генә бейеклектәргә ирешһә лә, уңыштары башында уҡытыусыһы тора.

Уҡытыусы һүҙе ябай бер һүҙ,

Ә мәғәнәһе иҫең китерлек!

Иҫәнлек бирһен һиңә Хоҙай

Ғүмер буйына етерлек!

Уҡытыусы! Кеше был донъяла ниндәй генә бейеклектәргә ирешһә лә, уңыштары башында уҡытыусыһы тора. Уҡытыусы – йәмғиәттә иң хөрмәткә лайыҡ кеше! Уҡытыусы – кешелекте мәғрифәт донъяһына алып инеүсе. Уҡытыусы – ҙур тормош юлына сығарыусы.

Бөйөк аҡыл эйәләре лә, тиң-дәшһеҙ батырлыҡтар күрһәткән ҡаһармандар ҙа, асыштары менән танылған ғалимдар, исемдәре халыҡтар тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре лә, ил башлыҡтары ла ирешкән уңыштары өсөн иң беренсе нәүбәттә уҡытыусыларына, остаздарына бурыслы. Бөйөк педагог Ян Амос Каменский “Был дөнъяла уҡытыусы хеҙмәтенән дә өҫтөн бер нәмә лә юҡ” тигән фекерҙәре менән бик хаҡлы. Сабырлыҡ, тырышлыҡ, белем талап итә торған һөнәр ул уҡытыусы хеҙмәте. Сабый бала тормош ваҡлыҡтары араһында юғалмаһын өсөн, юл өйрәтеп, хәреф танытыусы, етәкләп ҙур тормош юлына алып сығыусы кеше ул уҡы-тыусы.

Был юлдар 30 йылдан ашыу ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан, хәҙер хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мәрзиә Батыраеваға тап килә.

Татар ауылында башҡорт булып ҡалыу еңел эш түгел. Ә Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы телдәрен онотҡан башҡорт балаларына асылдарына ҡайтырға ярҙам итте. Үҙе эшләгән Ямаҡай урта мәктәбендә, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп, районда беренсе булып башҡорт телен әсә теле булараҡ уҡытыуҙы ойошторҙо. Һәм был мәктәп ябылғанға тиклем районыбыҙҙа башҡорт теле әсә теле булараҡ уҡытылған берҙән-бер мәктәп булды. Уның уҡыусылары төбәк-ара олимпиадаларҙа, Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса республика бәйгеләрендә призлы урындар алыуға өлгәште. Яңылыҡтарға ынтылыусан, төрлө методикаларҙы ҡулланып балалар-ға төплө белем биреүсе уҡытыусы хеҙмәттәштәре, уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында ҙур хөрмәткә лайыҡ булды. Асыҡ дәрес йәки клас-
тан тыш сара күрһәтергә кәрәк булһа, район мәктәптәрендәге коллегалары күп осраҡта әле лә Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙына мөрәжәғәт итә. сөнки юғары категорияға эйә уҡытыусы дәрестең һәр минутын файҙалы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә, ҡыҙыҡлы ял миҙгелдәре ойоштора, балаларҙың ижади үҫешен булдыра, алдынғы технологияларҙы балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫтә тотоп ҡуллана белә. Ул уҡытҡан уҡыусылар мәктәпте һағынып һөйләй. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, барыһына ла яуабы, кәңәше әҙер уның. “Ваҡытым юҡ, белмәйем”, тигән һүҙҙәрҙе ул бөтөнләй белмәй, буғай,” – тиҙәр уның тураһында.

Уҡытыусының шәкерттәре үҫеп еткәс тә, остаздарының йөҙөнә тап төшөрмәй: улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, ғаиләләрендә абруйлы ата һәм әсә, йәмғиәттә әүҙем шәхестәр байтаҡ.

Йәшлек матурлығын һаҡлап ҡалыу һәр кемгә лә бирелмәй. Ә Мәрзиә Яҡшыбай ҡыҙы тап шундай: ул әле лә йәш ҡыҙҙарса һылыу һәм етеҙ, ниндәй эшкә тотонһа ла һәр кемгә лә өлгө булырлыҡ итеп башҡара, халыҡ араһында хөрмәткә лайыҡ кеше ул.

Читайте нас: