+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
30 Октябрь 2017, 19:18

Тулҡынландырғыс байрам

Иртән иртүк тирә-яҡҡа күңелле музыка тауышы таралды, тантаналы линейка үтәсәк ишек алды төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән, ҡояш та үҙенең яҡты, йылы нурҙарын йомарт һибә ине.

Шаран 2-се мәктәбендә Беренсе ҡыңғырау байрамы үтте

Иртән иртүк тирә-яҡҡа күңелле музыка тауышы таралды, тантаналы линейка үтәсәк ишек алды төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән, ҡояш та үҙенең яҡты, йылы нурҙарын йомарт һибә ине.

Йола буйынса линейка кластарҙың теҙелеүенән һәм РФ, БР Дәүләт гимндарын башҡарыуҙан башланды. Байрамды алып барыусылар – 10-сы класс уҡыусылары Лиана Биглова һәм Илнара Шәрифуллина – бөтә уҡыусылар, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләр һәм ҡунаҡтарҙы барлап сыҡты. Яуап ҡайтарыусылар араһында ун беренсе һәм беренсе кластар булмаған икән, улар класс етәкселәре Р. Сәйетова (11-се класс), Ф. Солтанова (1-се «а» класы) һәм
Л. Сафина (1-се «б» класы) етәк-селегендә алҡыштар аҫтында сыҡ-ты. Күңелле тамашала Мәскәй әбей (Т. Борисова) шайтан балалары менән белемдәрҙең файҙаһы тураһында бәхәс алып барҙы.

Үҙенең сығышында мәктәп директоры Л. Зыязетдинова 2017 – 2018 уҡыу йылында мәктәптә 420 уҡыусы уҡыясаҡ, тип билдәләне. Район үҙәгенең ике мәктәбендә лә кадет кластары асыу – район белем биреү системаһында ҙур яңылыҡ.

Ун беренсе класс уҡыусылары беренсе кластар исеменә күп өгөт-нәсихәт һүҙҙәре әйтте һәм уларға тәүге китаптарын бүләк итте. Беренсе класс уҡыусылары, үҙ сираттарында, яҡшы уҡырға, өлкән иптәштәренән өлгө алырға һүҙ бирҙе.

Шаран районы муниципаль район Хакимиәте башлығының кадрҙар менән эшләү һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Закиров сығыш яһаны, ул уҡыусыларға уҡыуҙа, спортта һәм ижади конкурстарҙа уңыштар теләне.

Бына тантаналы линейканың иң тулҡынландырғыс миҙгеле етте – беренсе класс уҡыусылары өсөн тәүге һәм мәктәптең ҡалған уҡыусыларына яңы, 2017 – 2018 уҡыу йылы башланыуы тураһында хәбәр итеүсе беренсе ҡыңғырау шылтыраны. Тәүге ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы 11-се класс уҡыусылары Александр Пархоменко, Алһыу Ғил-метдиноваға һәм беренсе класҡа килгән Айсель Нурмөхәмәтова менән Иҙел Низамиевҡа бирелде.

Тантаналы линейканан һуң, йола буйынса, беренсе класс уҡыусыла-ры ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың көслө алҡыштары аҫтында, тәүгеләрҙән булып мәктәп бинаһына үтте. Белем көнөндә бөтә ил буйынса беренсе дәрес темаһы “Киләсәккә ынтылған Рәсәй” тип аталды.

Яңы уҡыу йылы башланыу менән һеҙҙе, ҡәҙерле уҡыусылар! Белем илендә уңыштар һәм яңы асыштар һеҙгә!

Читайте нас: