+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
30 Октябрь 2017, 18:30

Тел яҙмышы өсөн йән атып

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға тиң хоҡуғын гарантиялаған 54-се статьяһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Рес-публикаһының дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, башҡорт телен һәм Башҡортостан Рес-публикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау йомғаҡтары буйынса ошо өлкәлә кадрҙар һәм методик ҡеүәтте үҫтереү шарттарын камиллаштырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды.

Указ менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылды.

Был документта шулай уҡ Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү фондын булдырыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы билдәләнгән.

Башҡортостан Хөкүмәтенә 2018 йылдың 1 февраленә тиклем ярҙамсы «Башҡорт теле», «Рус теле» һәм «Туған телдәр» программалары менән Башҡортостан Рес-публикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса дәүләт программаһын әҙерләргә һәм раҫларға, шулай уҡ Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.

Республиканың Йәмәғәт палатаһына Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә тел сәйәсәте өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыуҙы йәмәғәт күҙәтеүенә алырға тәҡдим ителде.

Читайте нас: