+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
30 Октябрь 2017, 18:34

Республика Башлығы гранттары булдырылды

Төбәктә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, про-пагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылды. Гранттарҙы йыл һайын тапшырыу ҡаралған. Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документ республика биләмәһендә йәшәгән халыҡ-тарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға, Башҡортостандың дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Ул башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү, ошо өлкәлә кадрҙар һәм методик ҡеүәтте үҫтереү өсөн шарттарҙы камиллаш-тырыуға мөмкинлек бирә. Был Указ Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау һөҙөмтәһе.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: